Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы
Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы (ЦГАОО РБ) — Башҡортостан Республикаһының.архив эштәре буйынса дәүләт ҡаҙна идаралығы учреждениеһы.
Тарих
үҙгәртергә1922 йылда 1921 йылдың 19 апрелендәге РКП(б) өлкә комитеты президиумы ҡарары нигеҙендә Башҡортостанда Октябрь революцияһы һәм РКП(б) тарихы буйынса комиссия булдырыла.
Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитеты секретариатының 1929 йылдың 19 апрелендәге ҡарары менән Октябрь революцияһы һәм ВКП(б) тарихы Башҡортостан өлкә комиссияһы базаһында Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитетының партия архивы булдырыла.
1991 йылда РСФСР коммунистар партияһының Башҡортостан Республикаһы КП комитетының партия архивы Башҡорт АССР-Ы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивы итеп үҙгәртелә. Шул уҡ ваҡытта ул республиканың дәүләт архив хеҙмәте системаһына бирелә.
1992 йылдан был архив Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы (ЦГАОО РБ) тип атала. Башҡортостан Республика дәүләт архив хеҙмәте ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара архивтар советына инә[1].
2011 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивы(ГКУ РБ ЦАОО РБ) тип үҙгәртелә. Был үҙгәртеү Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 19 апрелендәге № УП-181 «Бaшҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы ҡарары һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 24 июнендә сыҡҡан № 758-р ҡарарына ярашлы рәүештә башҡарыла.
Фондтары
үҙгәртергәЙәмәғәт берекмәләре фондтары
үҙгәртергәАрхивта Башҡортостандың партия, дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының 1917—1991 йылдарҙа иҡтисад, мәҙәниәт, фән, мәғариф менән етәкселек итеү буйынса эшмәкәрлеген сағылдырған фондтары бар. Шулар араһында документтар коллекцияларын, фотоларҙы, 1905—1907 йылдарҙағы революцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләрен, башҡорт милли хәрәкәте тураһындағы материалдарҙы һанап китергә мөмкин.
Шәхси фондтар
үҙгәртергәБыл архивта дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, композиторҙар, яҙыусылар, рәссамдарҙың шәхси фондтары бар.
Шул иҫәптән, К. А. Аралбаев, Н. В. Асанбаев, Х. Ф. Әхмәтов, З. А. Бейешева, Д. М. Буляк, М. Ғ. Гәрәйев, Ғ. Ғ. Ибраһимов, В. И. Ишерский, М. С Кәримов, Т. Т. Кусимов, М. Л. Мортазин, Ф. Х. Мостафина, Г. Ғ.Сөләймәнова, М. Н. Сәхәүетдинова, Р. Ғ. Өмөтбаев, Н. Р. Ураҙбаев, Р. А. Филиппова, Ә. Х. Хәкимов, Я. Х. Хамматов, Ғ. Ғ. Шафиҡова, Г. А. Юнысова, Б. Ә. Йосопова, И. С. Яҡутов һәм башҡаларҙың фондтары.
Фәнни-белешмә китапхана
үҙгәртергәАрхив эшмәкәрлеге осоронда төрлө ғалимдар, тикшеренеүселәр, республиканың партия һәм комсомол ветерандары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре китапханаға бик күп материалдар, китаптар тапшыра[2]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата фәнни-белешмә китапханалағы китаптар һәм брошюралар һаны 3748 данаға етә (1882—2008 осор өсөн), унда 525 гәзит төпләмәләре (1878—2008 йылдар өсөн) һәм айырым журналдарҙың 199 йыллыҡ комплекттары (1913—2008) бар. Баҫмалар башлыса башҡорт һәм рус телендә яҙылған.
Төп баҫмалар һәм публикациялар
үҙгәртергә- История гражданской войны в Башкирии. Воспоминания участников (на башк. языке) / Отв. ред. П. А. Кузнецов. — Уфа, Типолитография «Октябрьский натиск» Башполитграфтреста, 1932.
- Кулацкие восстания в Башкирии в 1918 году. Воспоминания / Под ред. П. А. Кузнецова. — Уфа: «Башкирское государственное издательство», 1933.
- Сборник документов и материалов о революционном движении 1905—1907 гг. в Башкирии / Под ред. С. М. Кузнецова, Л. П. Гнедкова, Т. Ш. Саяпова. — Уфа: «Башкирское книжное издательство», 1956.
- Борцы за народное счастье / под ред. Б. А. Кузнецова. — Уфа: «Башкирское книжное издательство», 1977.
- Возвращённые имена / Сост. Е. П. Асабин, Г. Д. Иргалин. — Уфа: «Башкирское книжное издательство», 1991.
- Урал ковал победу / Под ред. П. Г. Агарышева. — Челябинск: «Южно-Уральское книжное издательство», 1993.
- Женщины Башкирии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. /Сост. Т. П. Лелюх, С. Н. Мурзаханова. — Уфа, Издательство «Башкортостан», 2000.
- Республика Башкортостан в период Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. Хроника основных событий / Ред. И. В. Галлямов, Ю. А. Перескоков. Сост. А. М. Бакирова, Р. А. Валишин (отв. сост.). — Уфа, 2005.
- Молодёжные движения в Башкортостане. XX век / Под ред. Г. Р. Мухаметдинова (отв. ред.), С. Н. Мурзахановой, Т. П. Лелюх, А. А. Хисматуллина. Сост. Г. Р. Мухаметдинов, С. Н. Мурзаханова, Т. П. Лелюх, Р. И. Биканачева, АМ. Бакирова, З. М. Кузяшева, Р. А. Низамов, А. Г. Сафаргалина. — Уфа: «Китап», 2005.
- Башкортостан с древнейших времен до наших дней. Хроника основных событий / Под ред. Н. А. Мажитова, З. Г. Ураксина, М. И. Роднова, Ю. Х. Юлдашбаева, Р. А. Валишина, Н. П. Каменева, А. А. Хисматуллина. Сост. Р. А. Валишин. — Уфа, «Китап», 2007.
- Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Путеводитель / Под ред. Р. А. Валишина (отв. ред.), Н. П. Каменева, А. А. Хисматуллина, Ю. Х. Юлдашбаева. — Уфа: Издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2009.
- Герои Труда. Справочник / Под ред: Р. А. Аюпова, Р. А. Валишина (ответственный редактор), Н. П. Каменева, А. А. Хисматуллина, Ю. Х. Юлдашбаева. — Уфа: Издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2011.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Архивы России
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ИА БашИнформ(недоступная ссылка)
- ↑ Научно-справочная библиотека ЦГАОО РБ 2018 йыл 2 ноябрь архивланған.