Аҡ алтын (Pt — лат. Platinum) — Менделеевтың химик элементтарҙың периодик таблицаһында 6-сы период, 10-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 78. Көмөшһыу-аҡ, аҫыл металл.

Аҡ алтын
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған көмөш
Масса 195,084 ± 0,009 Массаның атом берәмеге[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Сперрилит[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Жюль Сезар Скалигер[d] һәм Уллоа, Антонио[d]
Асыу датаһы 1557
Элемент символы Pt[2]
Атом һаны 78
Электр кирелеге 2,28
Ионный радиус 0,6 ангстрем[3], 0,8 ангстрем[3] һәм 0,63 ангстрем[3]
 Аҡ алтын Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

"Иҫке донъя"ла аҡ алтын XVI быуат уртаһына тиклем мәғлүм булмай, әммә Анд цивилизацияһы (инкалар һәм чибчалар) уны боронғо замандарҙан уҡ сығарғандар һәм ҡулланғандар. XVI быуат урталарында аҡ алтын менән танышҡан беренсе европалылар конкистадорҙар була. Әҙәбиәттә беренсе булып аҡ алтын тураһында Скалигер 1557 йылда баҫылып сыҡҡан "Экзотерик күнегеүҙәр 15 китапта " тигән китабында телгә ала.[4][5].

Рәсәйҙә үҙгәртергә

Рәсәйҙә 1819 йылда уҡ Уралда табылған һибелмә алтында «яңы себер металы» табыла, уны башта аҡ алтын тип атайҙар. Аҡ алтын Үрге Исәт, һуңынан Невьян һәм Билимбай приискыларында осрай. Аҡ алтындың бай һибелмәләре 1824 йылдың икенсе яртыһында асыла, ә киләһе йылына илдә уны сығарыу башлана[6]. 1826 йылда П. Г. Соболевский һәм В. В. Любарский пресслау ярҙамында еңел сүкелә торған аҡ алтын эшләп сығарыу ысулын уйлап тапҡандар[7]:210[8].

Этимологияһы үҙгәртергә

Аҡ алтынға платина тигән исемде испан конкистадорҙары тарафынан бирелгән, улар XVI быуат уртаһында Көньяҡ Америкала (хәҙерге Колумбия территорияһында) көмөшкә (исп. plata) оҡшаған яңы металл менән беренсе тапҡыр танышҡан. Һүҙ «кесе көмөш» тигәнде аңлата. Аҡ алтындың был исеме оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу тапмаған һәм көмөшкә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк баһаланған.

Ер ҡабығында табылыуы үҙгәртергә

Ятҡылыҡтары үҙгәртергә

Аҡ алтын иң һирәк металдарҙың береһе булып тора: уның миҡдары ер ҡабығының (кларктар) массаһы буйынса 5·10−7 % тәшкил итә[7]:207.

Аҡ алтын ятҡылыҡтарының төп өлөшө (90 %) биш илдең ер аҫтында ята. Был илдәр: КАР (Бушвельд комплексы), АҠШ, Рәсәй, Зимбабве, Ҡытай.

 
XIX быуатта Рәсәйҙә аҡ алтын һәм шлих алтыны сығарыу
 
Донъяла һуңғы тиҫтә йыл эсендә аҡ алтын етештереү (тонна/йыл)

Аҡ алтынды Европаға ташый башлағас, уның хаҡы көмөштән ике тапҡыр әҙерәк була. Зәрҡәрҙәр аҡ алтындың алтын менән яҡшы ҡушылыуын бик тиҙ асыҡлай, уны өҫтәү алтын эшләнмәләренән айырып булмай торған әйберҙәр яһарға мөмкинлек бирә. Испан короле аҡ алтын индереүҙе туҡтатырға, ә ҡалған запастарҙы диңгеҙгә батырырға бойорған. Әлеге закон 1778 йылға тиклем ғәмәлдә булған.

XIX быуат аҙағында Рәсәй империяһында аҡ алтын сығарыу йылына 4,5 тонны тәшкил итә.

2017 йылдарҙа аҡ алтын баҙарҙа 27,4 млрд долл баһалана[9]. Төп һатыусылар (экспортерҙар) ошолай:

Рәсәйҙә аҡ алтын сығарыу буйынса «Норильский никель» комбинаты тәүге урында бара.

Хаҡы үҙгәртергә

Аҡ алтын хаҡы 03.09.20 ҡарата 2213,81 һум/грамм йәки 68 857 һум/унция[10].

Бүләкләүҙә һәм инвестицияла ҡулланыу үҙгәртергә

 
Аҡ алтындан Ленин рәсеме төшөрөлгән "Ленин ордены"

Советтар Союзында аҡ алтындан иҫтәлекле юбилей тәңкәләре сығарыу 1977—1991 йылдарҙа башҡарыла. Номиналы 150 һумлыҡ 11 төрлө монета сығарылған. Беренсе сығарыу 80-се йылғы Мәскәү олимпиадаһына арнала. 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Банкыһы 25, 50 һәм 150 һумлыҡ инвестицион аҡ алтын тәңкәләрен сығарған.

Айырмалы билдәләр үҙгәртергә

Аҡ алтын ҙур ҡаҙаныштары өсөн маҡтаулы билдәләр (знактар) әҙерләгәндә ҡулланылған: аҡ алтындан Ленин һүрәте совет Ленин орденына яһалған; унан совет «Еңеү» ордены, 1-се дәрәжә Суворов ордены һәм 1-се дәрәжә Ушаков ордены сығарылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 3,2 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  4. Издание книги Скалигера 1607 года доступно в интернете, см. в нём: Julii Cæsaris Scaligeri Exotericarum exercitationum Liber XV, de Subtilitate, ad Hieronymum Cardanum. — 1607. — P. 323.
  5. McDonald D., Hunt L.B. A History of Platinum and its Allied Metals. — 1982. — P. 4—5.
  6. Максимов М. М. Уральское золото // Очерк о золоте. — М.: Недра, 1977. — С. 83. — 128 с.
  7. 7,0 7,1 Погодин С.А. Благородные металлы // Книга для чтения по неорганической химии. Пособие для учащихся. Ч. II. — М.: Просвещение, 1975. — С. 206—221.
  8. Соболевский П. Об очищении и обработке сырой платины // Горный журнал. Ч. II, кн. 4. — 1827. — С. 84—109.
  9. платина на oec.world 2019 йыл 27 август архивланған.
  10. Цена на платину в Российских рублях

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Платина// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 20-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә