Труа унцияһы

массаны үлсәү берәмеге

Труа унцияһы — массаны үлсәү берәмеге, 31,1034768 грамға тиң[3].

Труа унцияһы
Берәмлек символы oz t
Преобразования к основной единице СИ 0,0311034768 килограмм
Преобразование в другие единицы измерения 480 гран[1][2], 24 скрупул[1][2], 8 aптекарская драхма[1][2], 0,03110348 килограмм, 0,06857143 фунт, 1,097143 ℥, 0,004897959 Стоун, 3,110348E−5 тонна, 31,10348 грамм, 155,5174 карат, 31 103,48 миллиграмм, 3,061224E−5 английская тонна, 3,428571E−5 американская тонна, 0,0006857143 short hundredweight, 0,0006122449 long hundredweight, 0,08333333 тройский фунт һәм 20 pennyweight
Физик дәүмәл масса
Эквивалентный SPARQL-запрос к Викиданным wd:Q1323615 p:P2370/psn:P2370 [wikibase:quantityAmount ?source; wikibase:quantityUnit ?base]. ?item p:P2370/psn:P2370 [wikibase:quantityAmount ?target; wikibase:quantityUnit ?base]. BIND(?source / ?target as ?value)
 Труа унцияһы Викимилектә
Алтындың труа унцияһы һәм уның сертификаты

Төп мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Труа унцияһының атамаһы Франциялағы Труа (Troyes) ҡалаһына бәйләнгән. Хәҙер банк, ювелир эшендә затлы металдарҙы үлсәү өсөн, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер өлкәләрҙә, мәҫәлән, косметикала, айырыуса ҡиммәтле ингредиенттарҙы үлсәү өсөн ҡулланыла.

Алтындың, көмөштөң, аҡ алтындың һәм палладийҙың труа унцияһының халыҡ-ара билдәләнештәре — һаналғанға ярашлы — XAU, XAG, XPT, XPD.

Инвестиция тәңкәләренең ауырлығы йыш ҡына труа унцияһы өлөштәрендә бирелә.

Труа ауырлыҡ системаһы

үҙгәртергә

Инглиз алтын тәңкә фунты (йәки труа фунты, ингл. Troy pound) 12 труа унцияһына йәки 373,2417216 грамға тиң. Әлеге ваҡытта ауырлыҡ үлсәү өсөн ҡулланылмай тиерлек. Уны «ҡәҙимге» инглиз фунтынан (ингл. Avoirdupois pound) айырыу зарур.

Массаһы буйынса аптека граны менән сауҙа гранына тигеҙ булған труа граны труа унцияһы массаһының 1/480 өлөшөнә тиң[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Унция

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә