Иржи Менцель
Иржи Менцель (Йиржи Мензель, чех Jiří Menzel; 23 февраль 1938 йыл) — чех кинорежиссеры, актёр, сценарист, Вера Хитилова, Милош Форман һәм башҡалар менән бер рәттән — 1960 йылдарҙа Европа кинематографы дөйөм яңырыу осорон кисергән саҡта яңы чех киноһы тулҡынының төп вәкилдәренең береһе.
Иржи Менцель | |
чех Jiří Menzel | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Чехословакия[3] Чехословакия Чехия |
Тыуған көнө | 23 февраль 1938[2][4][5][…] |
Тыуған урыны | Прага, Чехословакия[2][6][7][…] |
Вафат булған көнө | 5 сентябрь 2020[8][9][10][…] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Прага, Чехия[7][11] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d][12] |
Үлем сәбәбе | коронавирусная инфекция COVID-19[d][12] |
Атаһы | Josef Menzel[d] |
Хәләл ефете | Olga Menzelová[d][13] |
Һөнәр төрө | актёр, кинорежиссёр, уҡытыусы, яҙыусы, сценарий яҙыусы, театр режиссёры |
Эшмәкәрлек төрө | кинорежиссура[d][7], directing[d][7], актёрлыҡ оҫталығы[d][7] һәм творческое и профессиональное письмо[d][7] |
Уҡыу йорто |
Музыка сәнғәте академияһы[d] Факультет кино и телевидения Академии музыкальных искусств в Праге[d] |
Ойошма ағзаһы | Европа фән һәм сәнғәт академияһы[d], скауттар[d] һәм Академия кинематографических искусств и наук[d][14] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][15] |
Иржи Менцель Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЯҙыусы һәм журналист Йозеф Менцелдең улы. Театр менән мауыға һәм Прагалағы Музыка сәнғәте академияһының театр факультетына документтарын тапшыра, әммә уҡырға инә алмай. Бынан һуң ул шул уҡ академияның кино һәм телевидение факультетына уҡырға инә, Вера Хитилова һәм башҡа яңы тулҡын режиссерҙары менән Отакара Вавра оҫтаханаһында уҡый.
1960 йылда тәүге ҡыҫҡа метражлы «Панелле йорттар» фильмын төшөрә, әлеге фильмды ул Академияның 3-сө курсында уҡығанда ижад итә. Режиссерҙы беренсе эштәренән үк көндәлек тормошҡа иғтибарлығы айырып тора.
«Махсус күҙәтеү аҫтындағы поездар» (1966, романы Б. Грабал әҫәре буйынса, иң яҡшы сит ил фильмы өсөн Оскарға, Мангейм — Хайдельберг халыҡ-ара кинофестиваленең төп призына, Британия кино һәм телевидение сәнғәттәре академияһы премияһна лайыҡ була).
Нормалләштереү дәүерендә Менцелдең күп кенә фильмдары (мәҫәлән, «Һабан турғайҙары ептә») тыйыла һәм экрандарға 1990 йылдарҙа ғына сығарыла.
Кинола актёр булараҡ та төшә, шул иҫәптән яңы тулҡын буйынса коллегалары Марта Месарош һәм Кшиштоф Занусси фильмдарында. Театрҙа әүҙем эшләй.
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1960 — Панелле йорттар / z Domy panelu
- 1961 — ФАМУ журналы — Тәүге ваҡытлы сығарылыш / Zurnal FAMU — Prvni obcasnik
- 1962 — Беҙҙә пан Ферстер үлде / Umrel nam pan Foerster
- 1965 — Концерт 65 / Koncert 65
- 1965 — Ынйы бөртөктәре һыу төбөндә / Perlicky na dne
- 1965 — Ҡыҙҙар мәктәбендәге енәйәт /Zlocin v divci skole
- 1966 — Махсус күҙәтеү аҫтындағы поездар/Ostře sledované vlaky (Б. Грабал романы буйынса)
- 1968 — Еңмеш йәй / Rozmarné léto (Владислав Ванчура романы буйынса, Гәлсәр глобус, Карловы Вары)
- 1968 — Кафешантандағы енәйәт (Й. Шкворецкий новеллаһы буйынса)
- 1969 — Һабан турғайҙары ептә /Skřivánci na niti(Б. Грабал хикәйәләре буйынса, экранға сыға. 1990 йылда экрандарға сыға, Алтын айыу һәм Берлин кинофестивале ФИПРЕССИ-һының маҡтаулы телгә алыуы)
- 1974 — Крайҙағы үҙгәрештәр /Promeny krajiny
- 1974 — Кем байлыҡ эҙләй / Kdo hleda zlate dno
- 1976 — Урман янындағы утарҙа / Na samote u lesa
- 1978 — Кинокамера менән иң шәп ирҙәр / Bajecni muzi s klikou
- 1981 — Киҫентеләр (Хәтирәләр) / Postriziny
- 1982 — Күркәм һағыш мәлдәре / Krasosmutnen
- 1983 — Умырзаялар байрамы /Slavnosti snezenek
- 1985 — Ауылҡайым минең / Vesnicko ma strediskova («Оскар» премияһына номинация, экуменик жюриҙың махсус призы Монреаль фестивале жюрийының махсус премияһыь)
- 1986 — Шоколад фирғәүендәр/ Die Schokoladenschnuffler
- 1989 — Элекке заман аҙағы / Konec starych casu (В.Ванчура романы буйынса, Монреаль кинофестивале премияһы иң яҡшы режиссерға)
- 1990 — Ҡабул итеү / Audience
- 1991 — Хәйерселәр операһы/ Zebracka opera
- 1994 — Һалдат Иван Чонкиндың тормош мажаралары / Život a neobyčejná dobrodružství vojáka Ivana Čonkina, В. Войновичтың романы буйынса, Венеция кинофестивалендә итальян сенаты президентының Алтын миҙалы)
- 2002 — Ун минутҡа өлкән: Виолончель / Ten Minutes Older: The Cello, эпизод
- 2006 — инглиз королен хеҙмәтләндерҙем / bsluhoval jsem anglického krále (Б. Грабал романы буйынса, Берлин кинофестивале ФИПРЕССИ-һы)
- 2013 — Донжуандар / Donsajni
Актёр
үҙгәртергә- Ферат убыры (1981)
- Ер шарынан ялҡынлы сәләм / Srdecny pozdrav ze zemekoule (1982)
Танылыу
үҙгәртергә- Акира Куросава призы (Сан-Франциско кинофестивале, 1990).
- Чех левы премияһы — Ватан киноһына индергән өлөшө өсөн (1996).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Škvorecký J. Jiří Menzel and the history of the «Closely watched trains». Boulder: East European Monographs, 1982
- Pošová K. Jiří Menzel. Praha: Český filmový ústav, 1992
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иржи Менцель (инг.) Internet Movie Database сайтында
- Иржи Менцель на сайте Киноцентра
- Интервью с Иржи Менцелем на Синематеке 2019 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119270978 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Evidence zájmových osob StB
- ↑ Jiří Menzel // filmportal.de — 2005.
- ↑ Jiří Menzel // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ http://mediawavefestival.hu/index.php?modul=menupontok&kod=7315&nyelv=eng
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Zemřel režisér Jiří Menzel, tvůrce Ostře sledovaných vlaků či Vesničko má středisková (чеш.) // Deník N — Praha: N media a.s., 2020. — ISSN 2571-1717
- ↑ V 82 letech zemřel oscarový filmový režisér Jiří Menzel. Informovala o tom vdova Olga Menzelová — CNN Prima News, 2020.
- ↑ Jiri Menzel // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 12,0 12,1 https://www.idnes.cz/revue/spolecnost/olga-menzelova-jiri-menzel-covid-zapal-plic-smrt.A201109_083112_lidicky_zar?zdroj=vykuk_obecny (чеш.) — 2020.
- ↑ https://www.idnes.cz/revue/spolecnost/reziser-jiri-menzel-se-ozenil.A041124_114258_lidicky_lf (чеш.) — 2004.
- ↑ iRozhlas (чеш.) — Český rozhlas, 2017.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/48b5ff22-a42b-4da0-af07-860170d61304 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы