Ирек (Ишембай)
Ирек — Ишембай ҡалаһында тарихи урын[1], Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан, элекке ауыл.
Ирек | |
Нигеҙләү датаһы | 1925 |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай |
Почта индексы | 453203 |
Атамаһы
үҙгәртергәАуылдың исеме «ирек», «азатлыҡ» һүҙен аңлата.
Тарихы
үҙгәртергәТерриториаль яҡтан ауыл Кантон, Ирек, Ҡыҙыл Ауыл, Юрматы, Күс ауылдарының яҙмышын хәл иткән БАССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумының 1934 йылдың 29 мартындағы «Ишембай нефть промыслалары эшселәр ҡасабаһын ойоштороу тураһындағы» ҡарарына ярашлы Ишембай ҡалаһы сиктәренә инә.
Ирек ауылына 1925 йылда нигеҙ һалына. Унда, 1834 йылда Ағиҙелдең һул ярында нигеҙ һалынып, 1924 йылда бөткән Түбәнге Бурансы ауылынан (хәҙер Бурансы биҫтәһе ҡаршыһы, «Иҙел Нефтемаш» ЯСЙ-һы урынлашҡан) кешеләр күсеп ултыра.
«Салауатнефтеоргсинтез» комбинаты төҙөлөү менән ҡасандыр гөрләп торған ауылдар ерҙәре бөтөнләй бушап ҡала.
1962 йылдың 24 сентябрендә хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты ултырышында төҙөлөшкә участка бүлеп биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Ҡарар:1. Салауат ҡалаһының 18-се комбинатына таҙартыу ҡоролмаларын урынлаштырыусы быуалар төҙөү өсөн Ҡыҙыл Ауыл ауылының көньяҡ-көнбайыш ерҙәренән 24, 43 гектар ер участкаһы бүлеп бирелә.
2. Таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө зонаһына эләккән Ҡыҙыл Ауыл, Күс ауылдары, Юрматы ҡасабаһын, төҙөлөш менән бәйле, күсереү ҡарала.
Стәрлетамаҡ — Салауат автотрассаһында, Ишембай ҡалаһына табан боролған урында, Ишембай һәм Салауат ерҙәренә ингән Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ирек, Ҡыҙыл Ауыл, Күс, Новопетровский (Ҡужаҡ) һәм Малай Аллағыуат ауылдары, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған халҡы иҫтәлегенә «Юрматы ере» мемориаль комплексы төҙөлә.
"Юрматы ере" мемориаль комплексы борондан ошо ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған юрматылар рухына арнап төҙөлә (Юрматы ырыуының 1990,1992 йылдарҙа үткәрелгән ҡоролтайҙарында ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса)[2]. Мемориалдең үҙәгендә Юрматы ырыуының символы — әтәлге һүрәте төшөрөлгән стела ултыра, стеланың осон ҡурай сәскәһе биҙәй. Стела тирәләй ҡуйылған ете мәрмәр плита ете күсерелгән ауылды кәүҙәләндерә[3].
Төп монументтан төньяҡ-көнбайышҡа табан һалынған йәйәүлеләр юлының ике яғында «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» тигән яҙыу яҙылған 8 мәрмәр таҡтаташ тора. Был ауылдарҙан һуғышҡа киткән 1428 яҡташтың һәр өсөнсө тиерлек һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Уларҙың — 513 фронтовиктың исемдәре таҡтаташтарға уйып яҙылған. Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Әхтәмов Хәсән Баһҙый улына бюст ҡуйылған.
Мемориаль комплекс Башҡортостан Республикаһы Президенты указы буйынса асыла. Комплексты тантаналы асыу ваҡытында Башҡортостан Республикаһының Президенты М. Ғ. Рәхимов ағас ултырта.
2005 йылда Юрматы, Күс, Ҡыҙыл Ауыл һәм Ирек ауылдарының элекке халҡы һәм уларҙың тоҡомдары, бөтәһе 250 самаһы кеше, ауылдың 80 йыллығын байрам итеү өсөн тыуған ерендә яңынан осраша[4]
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Наил Ҡотлогилдин — башҡорт сәйәсмәне, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының сәнәғәт, трансплорт, төҙөлөш, элемтә һәм йүнселлек Комитеты рәйесе. Салауатнефтеоргсинтездың элекке етәксеһе.
- Кирәев Салауат Ғаяз улы (18 февраль 1955 йыл, Ирек ауылы, Ишембай ҡалаһы — 6 апрель 2001, Өфө ҡалаһы) — цирк артисы, һыбайлы егет, тренер. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975).
- Хәлит Усманов — РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Юнир Гәзизов — Рәсәйҙең атҡаҙанған энергетигы;
- Ғәфүр Туктамышев — Рәсәйҙең атҡаҙанған нефтсеһе.
Ирек ауылының ике кешеһе — 411-се нефть эшкәртеү заводы операторы (Башҡортостандағы беренсе нефть эшкәртеү заводы) Туҡтамышева Флүрә һәм китапхана мөдире Маһира Байгильдина — Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәре һәм студенттары фестивале делегаттары була. Тағы ике ҡыҙ — хеҙмәт алдынғылары Ф. Туҡтамышева һәм Ф. Латипова — СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, миҙалдар һәм исемле сәғәттәр менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
- ↑ https://kurultay-ufa.ru/ru/2017/05/26/юрматылар-ҡор-йыйҙы/ 2020 йыл 10 август архивланған.
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/«Юрматы_ере»_мемориаль_комплексы
- ↑ http://www.agidel.ru/?param1=3906&tab=5 2016 йыл 4 март архивланған. Тепло родного очага//газ. «Республика Башкортостан» № 204
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- ИРЕК // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 232. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 ғинуар). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.