Юрматы (тарихи урын)

Юрматы — Ишембай ҡалаһында тарихи урыны[1], Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан элекке ауыл.

Юрматы
Нигеҙләү датаһы 1924
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Почта индексы 453203

Тарихы үҙгәртергә

Ауыл Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауыл Советы биләмәһенә инә. Уға 1924 йылда Ҡотлогилдин Мөхәмәтйән нигеҙ һала. Атамаһы Юрматы ырыуы исеменән бирелгән.

Ауыл территориаль яҡтан Ишембай, Ирек, Ҡыҙыл Ауыл ауылдарының яҙмышын хәл иткән БАССР Үҙәк башҡарма комитетының 1934 йылдың 29 мартындағы «Ишембай нефть промыслаһы эшселәре ҡасабаһы ойоштороу тураһындағы» ҡарарға ярашлы Ишембай ҡалаһы сигенә инә

Юрматы — атаҡлы башҡорт ғалимы Юлдашбаев Билал Хәмит улының тыуған иле.

Хәтер үҙгәртергә

 
«Юрматы ере» мемориаль комплексы

Ишембай һәм Салауат ҡалалары составына ингән Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ирек, Ҡыҙыл Ауыл, Күс, Новопетровский (Ҡужаҡ) һәм Кесе Аллағыуат ауылдары һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уның халҡы иҫтәлегенә Салауат-Стәрлетамаҡ автотрассаһы киҫелеше янында, Ишембайға боролған урында «Юрматы ере» мемориаль комплексы төҙөлә.

Төп монументтан төньяҡ-көнбайышҡа табан һалынған йәйәүлеләр юлының ике яғында «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» тигән яҙыу яҙылған 8 мәрмәр таҡтаташ тора. Был ауылдарҙан һуғышҡа киткән 1428 яҡташтың һәр өсөнсө тиерлек һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Уларҙың — 513 фронтовиктың исемдәре таҡтаташтарға уйып яҙылған. Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Әхтәмов Хәсән Баһҙый улына бюст ҡуйылған.

Мемориаль комплекс Башҡортостан Республикаһы Президенты указы буйынса асыла. Комплексты тантаналы асыу ваҡытында Башҡортостан Республикаһының Президенты М. Ғ. Рәхимов ағас ултырта.

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт үҙгәртергә

Йыл һайын Салауат ҡалаһы ҡала окургы хакимиәте мемориаль комплекс янында митинг, концерт һәм башҡа байрам саралары үткәрә. Бөтә ҡатнашыусыларҙы Салауат ҡалаһында Ленин майҙанынан алып бушлай автобус менән алып баралар[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә