Индонезияла ислам
Ислам Индонезия архипелагының хәҙерге халҡы араһында сағыштырмаса яңы, өҫтөнлөк иткән дин булып тора. Ил халҡының 88 %-ҡа тиклеме (яҡынса 202 миллион кеше) был динде тота, хәҙерге формаһында голланд колонизация сәйәсәте һөҙөмтәһе булып тора. Шулай итеп, Индонезия — халҡының күпселеген мосолмандар тәшкил иткән ил.
Тарихы
үҙгәртергәТарихи яҡтан иртәрәк дәүерҙә утрау дәүләттәренең халҡы буддизм, эске райондарҙа — анимизм, шаманлыҡ һ. б. д. таралған. Индонезия халыҡтары араһында ислам XIII—XV быуаттарҙа ғәрәп һәм мосолман сауҙагәрҙәре һәм вәғәзселәре эшмәкәрлеге арҡаһында әүҙем тарала башлай. XVI—XIX быуаттарҙа исламдың архипелагтың көнбайышынан көнсығышына табан таралыуы португал һәм голланд колониалистарының миссионерлыҡ эшмәкәрлеге арҡаһында бер ни тиклем әкренәйә. Шул уҡ ваҡытта ҙур утрауҙарҙа нығынып өлгөргән ислам институттары (Ява, Суматра), ерле халыҡҡа голландтарҙың иҙеүенә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. XX быуатта демографик шартлау, шулай уҡ трансмиграция программаһы илдең бөтә төбәктәрендә лә мосолмандар һанының ҡырҡа артыуына килтерә. Илдә йәшәгән мосолман халҡының радикализм дәрәжәһе төрлөсә. Көнбайыш утрауҙарҙа, шулай уҡ боронғо христиан халҡы менән яңы килгән мосолмандар араһында конфликттар барған төбәктәрҙә ул юғарыраҡ.
2012 йылдың июлендә Яңы Гвинея утрауындағы Папуа округында мосолмандарҙың Ураҙа байрамы ҡаршы христиандарҙың протест митингыһы үтә. Һөжүм һөҙөмтәһендә бер мосолман үлтерелә, ә 12 кеше яралана[1]. Һөжүмдән һуң бер аҙна үткәс, христиандар менән зыян күргән мосолмандар араһында татыулыҡ урынлаша[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Христианские радикалы атаковали мечеть во время Ид-намаза, есть жертвы . IslamNews (22 июль 2015). Дата обращения: 26 июль 2015. Архивировано 24 июль 2015 года.
- ↑ Что мусульмане сделали с христианскими радикалами за атаку на мечеть . IslamNews (26 июль 2015). Дата обращения: 26 июль 2015. Архивировано 29 июль 2015 года.