Илһан Чилер

төрөк яҙыусыһы

Чилер Илхан (тур. Çiler İlhan, 1972, Денизли, Төркиә) — төрөк яҙыусыһы, тәржемәсе, журналист һәм хоҡуҡ һаҡлаусы. Европа Союзының әҙәбиәт буйынса премияһы лауреаты (2011). Өс китап авторы. Уның китаптары донъяның 20-нән ашыу илендә нәшер ителә.

Илһан Чилер
төр. Çiler İlhan
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған ваҡыттағы исеме төр. Çiler İlhan[2]
Тыуған көнө 1972[3]
Тыуған урыны Денизли, Төркиә[4]
Һөнәр төрө яҙыусы, специалист по связям с общественностью, журналист, тәржемәсе, эссеист, романист, новеллист
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[5]
Уҡыу йорто Босфор университеты[d]
Жанр эссе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт cilerilhan.com
 Илһан Чилер Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Чилер Илхан 1972 йылда Денизли ҡалаһында тыуған, Измир ҡалаһында үҫә[6]..

1979—1983 йылдарҙа Денизли Меркезефенди башланғыс мәктәбендә уҡый. Һуңынан 1983 йылдан 1990 йылға тиклем Измир шәхси колледжы студенты була[6].

Босфор университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология фәндәрен өйрәнә. Швейцарияла Glion Hotel school ҡунаҡхана менеджменты мәктәбен тамамлаған[6].

Төрлө йылдарҙа Истанбул отелендә йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер, яҙыусы, мөхәррир, тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып эшләй[6].

2017 йылдан ул Нидерландта йәшәй[7]. Condé Nast Traveller Türkiye журналының баш мөхәррире[6].

Төрөк һәм голланд ПЕН-клубтары ағзаһы. Ул хоҡуҡ һаҡлаусы булараҡ ҙур йәмәғәт эше менән шөғөлләнә. Һүҙ азатлығы, кеше хоҡуҡтары, Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. Төркиәлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата өйҙә көс ҡулланыуға һәм хоҡуҡ сикләүҙәргә (дискриминация) ҡаршы көрәшә[8].

Илхан үҙенең тәүге шиғырҙарын 10 йәшендә яҙа башлай. Колледжда уҡыған осорҙа үҙенең тәүге көндәлектәрен һәм театраль пьесаларын яҙа[6].

Уның әҙәби таланты Босфор университетында уҡыған ваҡытында бигерәк яҡшы сағыла, унда, үҙе әйткәнсә, ул «үҙ һүҙҙәре менән аңлы» хикәйәләр ижад итә башлай[6].

1993 йылда ул Йәшәр Нәби йәштәр премияһының «Мәшһүр хикәйә өсөн» наградаһына лайыҡ була[6].

Уның хикәйәләре, эссе, китаптарға рецензиялары, сәйәхәттәр тураһында мәҡәләләре һәм төрөк теленә тәржемәләре төрлө журналдарҙа һәм гәзит ҡушымталарында баҫылды[9].

2011 йылда ул «Һөргөн» («Изгнание») хикәйәләр йыйынтығы өсөн Европа Союзының әҙәбиәт өлкәһендәге Премияһы лауреаты булды. Китап, Бөйөк Британияны, Италияны, Францияны, Нидерландты һәм Мексиканы индереп, егерменән артыҡ илдә баҫыла[6]. Шулай уҡ «Изгнание» йыйынтығы Prix Du Livre Lorientales 2017 әҙәби премияһының шорт-битенә индерелдә[10].

15-тән ашыу милли һәм халыҡ-ара әҙәби антологияларға үҙенең өлөшөн индерҙе[10].

2005 йылда «1002 төнгө әкиәт» («1002 ночные сказки») йыйынтығында «Вульгата» («Vulgata») хикәйәһе баҫылды[9].

Китаптары

үҙгәртергә
  • 2006 йыл ─ «Комната торговцев мечтами»/ Rüya Tacirleri Odası (сборник рассказов)[10]
  • 2010 йыл ─ «Изгнание» / Exile (Sürgün) (хикәйәләр йыйынтығы)[10]
  • 2021 йыл ─ «Дом помолвки» /Nişan Evi (роман)[10][7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://teis.yesevi.edu.tr/madde-detay/ciler-ilhan
  3. Çiler İlhan // CONOR.Sl
  4. https://vrouwenbibliotheek.nl/2018/02/02/verbannen-door-ciler-ilhan/
  5. Чешская национальная авторитетная база данных
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Çiler İlhan (төр.). Türk Edebiyatı İsimler Sözlüğü (13 август 2021).
  7. 7,0 7,1 Sosyal medyada adalet arayan çaresiz çocuklarız (төр.). KARAR. Дата обращения: 30 март 2023.
  8. Çiler Ilhan on Women’s Rights (билдәһеҙ). Platform for Peace and Justice (4 июнь 2019). Дата обращения: 30 март 2023.
  9. 9,0 9,1 Çiler İlhan — European Union Prize for Literature. web.archive.org (17 ғинуар 2018). Дата обращения: 30 март 2023.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Çiler İlhan | EU Prize for Literature. euprizeliterature.eu. Дата обращения: 30 март 2023.