Ильясова Лидия Михайловна

Ильясова Лидия Михайловна (укр. Лідія Михайлівна Ілья́сова, 24 ноябрь 1935 йыл, Харьков, Украина ССР-ы, СССР — 1 сентябрь 2017 йыл, Харьков, Украина) — совет шашкасыһы, Рәсәй журналисы. Рус шашкаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Шашка буйынса СССР Кубогын яулаусы (1971).

Ильясова Лидия Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Харьков, Украина
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист
Спорт төрө урыҫ шашкаһы[d]
Баш тренер Цирик, Зиновий Исаакович[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Лидия Михайловна Ильясова 1935 йылдың 24 ноябрендә Украинаның Харьков ҡалаһында тыуған. 1958 йылда Харьков политехник институтын тамамлай.

Зиновий Исаакович Цириктың уҡусыһы. «Зенит» балалар спорт ойошмаһы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө). СССР (1971) һәм РСФСР (1989) Кубогын яулаусы, 1959, 1961, 1971, 1972 йылдарҙа РСФСР чемпионы, 1974—76 йылдарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призеры һәм 1963, 1979 йылдарҙа бронза призеры, РСФСР чемпионатының шәхси зачетында призер була. 1972 йылда СССР Кубогының Көмөш призеры һәм 1974 йылда СССР Кубогының команда зачетында бронза призеры. Башҡортостан чемпионаттарының 1970, 1978, 1986 йылдарҙа чемпионы, көмөш призеры (1972).

1993—97 йылдарҙа Башҡортостанда беренсе украин «Криниця» гәзите мөхәррире.

Журналист булараҡ «Волга-Урал» (1991-93), «Воскресная газета» (Өфө) (1994—2005), «Уфимская неделя» (2006—2010), «Единая Россия. Башкортостан»,"Охрана труда и промышленная безопасность", «Уфимские ведомости»"[1][2][3][4] гәзиттәре һәм «Шашечный Израиль» журналы һ. б. менән хеҙмәттәшлек итә.

Людмила Гурченко, Клавдия Шульженко тураһында хәтирәләр авторы.

Людмила Гурченко менән Харьков ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың 6-сы ҡала мәктәбендә бергә уҡый:

«Ул минән 12 көнгә өлкәнерәк. Мин „А“ класында, ә Гурченко — „Б“ класында уҡыны. Тағы беҙҙең мәктәптә Наталья Фатеева ла уҡыны, тик бына уны Люсянан айырмалы рәүештә башҡалар яратманы, — бик ҡылансыҡ ине. Уның ҡарауы Гурченко — үҙе ябайлыҡ! Буласаҡ арҙаҡлы бик үк яҡшы уҡыманы — дүртле менән өс араһында булды, әммә бик күңелсәк һәм аралашыусан булды — артистлыҡҡа ауышлыҡ менән. Әгәр беҙҙә башлыса спортсылар булһа, „Б“ класнан Украинаның атҡаҙанған артистары сыҡты»[5]

Хәтер үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Дата обращения: 16 октябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. «[[Уфимские Ведомости]]» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Дата обращения: 16 октябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Дата обращения: 16 октябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.
  5. Девять дней после смерти великой актрисы: Как уфимка спасла Гурченко от отчисления из школы — KP.UA. Дата обращения: 16 октябрь 2014. Архивировано 23 октябрь 2014 года. 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
  6. В Уфе прошёл гроссмейстерский турнир по международным шашкам «Мемориал Ильясовой»
  7. В Уфе во второй раз прошёл «Мемориал Ильясовой» 2019 йыл 18 август архивланған.