Илсеғол
Илсеғол — төп башҡорт ир-ат исеме.
Илсеғол |
Этимологияһы
үҙгәртергәИлсеғол — башҡ. — илсе+ҡол мәғәнәһенә эйә. Илсекәй башҡ. — илсе+кәй (иркәләү формаһында) төп башҡортса ир-ат исеме. Ир баланың Тыуған иленә тоғро илһөйәр булыуын теләп ҡушылған [1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИлсеғол Этҡолов — Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.
Илсекәй Биктуғанов — Илсеғол тип тә йөрөткәндәр. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы старшинаһы, Салауат Юлаев саҡырыуына ҡушылып, Юлай Аҙналиндың йыйылма отрядында Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашҡан. Баш күтәреүселәр Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ һәм Ҡытау-Ивановск заводтары районында хәрәкәт иткән.
Фамилиялар
үҙгәртергәИлсеғолов Евгений Илекбай улы (рус. Ильчигулов Евгений Иликбаевич) (10 май 1949 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Байөмбәт Илсеғолов — Кесе Табын улусы старшинаһы хәҙерге Ғафури районында урынлашҡан Байымбәт (икенсе исеме — Ҡунаҡбай) ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхес.
Ғөбәйҙулла Илсеғолов бөткән Ғөбәйҙулла ауылына (1836-1969 йылдарҙа йәшәгән, 1931 йылдан Баймаҡ районы Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған) нигеҙ һалған. 1916—1930 йылдарҙа Ғөбәйҙулла ауылы сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторолған.
Ауыл
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.