Илсеғолов Евгений Илекбай улы
Илсеғолов Евгений Илекбай улы (рус. Ильчигулов Евгений Иликбаевич) (10 май 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Илсеғолов Евгений Илекбай улы | |
Тыуған көнө | 10 май 1949 (75 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Васильөв, Төлдө ауыл Советы (Ҡалтасы районы), Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәИлсеғолов Евгений Илекбай улы 1949 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Васильев ауылында тыуған. Милләте буйынса мари, юғары белемле — 1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1988 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1969 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, колхозда зоотехник булып башлай. 1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1971—1984 йылдарҙа Ҡалтасы районы дәүләт тоҡомсолоҡ станцияһында директор, колхоз рәйее булып эшләй. 1984 йылда Ҡалтасы районы секретары итеп һайлана. 1987 йылда Ҡалтасы районы башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылда партияның Ҡалтасы райкомы секретары. [1] Ҡалтасы районы, 216-сы Ҡалтасы һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104