Илнур
Илнур — башҡорт һәм татар халҡында киң таралған ир-ат исеме.
Илнур |
Этимологияһы
үҙгәртергәИлнур исеме башҡорт теленә ғәрәп теле аша килгән — неологизм, башҡортса, ғәрәпсә — ил нуры тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЛоҡманов Илнур Флүр улы (7 май 1983 йыл) — драма артисы, йырсы, 1996 йылдан Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)
Әбдрәшитов Илнур Риза улы — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры директоры.
Рамазанов Илнур (1994 йылдың 10 ноябре, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы) — тележурналист, йырсы. «Яҙғы тамсы» Республика конкурсында 1 урын, «Ирәндек моңдары-2004» төбәк-ара конкурстарында ҡатнаша. 2014 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Европаға тәҙрә» Халыҡ-ара конкурсы дипломанты. «Йәшлек-шоу» эстрада фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһы еңеүсеһе (2015). «Юлдаш» радиоһы продюсерҙары менән контракт төҙөй. Илнур башҡарған йырҙар милли хит–парадтың алдынғы урындарын биләне. 2016 йыл — «Йыл йырсыһы» номинацияһы еңеүсеһе. 2017 йыл — «Алтын» премияһында «Иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһы еңеүсеһе. 2018 йылдың 17 ноябре — «Иҙел» фестиваль-конкурсының «Башҡорт эстрада йыры» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты. 2018 йыл — «Бер миҙгел» тип аталған тәүге клибы донъя күрә. Башҡортостандың БСТ, «Ҡурай», «Туған тел» каналдары һәм Татарстан, Ҡаҙағстан Республикалары тамашасылары уның йырҙарын яратып тыңлай.
Шәйҙуллин Илнур — Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын тамамлаусы, универсаль алыш буйынса Рәсәй Беренселеге бронза призёры (2005).
Әхмәтшин Илнур — Белорет ҡалаһы егете, Гала-концертта тарихи башҡорт йыры «Артылыш»ты («Перевал») башҡарып, «Юлдаш йыры — 2020» республика конкурсы лауреаты булды.
Хәйруллин Илнур Зирәк улы — Салауат Юлаев тураһында әҫәрҙәрҙе эстон теленә тәржемә итә, Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙының улы. «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте булышлығы менән 2014 йылда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстония республикаһында Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй китабы донъя күрә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |