Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй

Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй — башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстония республикаһында баҫылып сыҡҡан китап. Баҫма Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында сыҡҡан.

Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй
Беренсе нәшер ителгән китап тышы
Беренсе нәшер ителгән китап тышы
Жанр

документаль һәм художестволы жанр

Автор

Төҙөүсө: Хәйруллина Ф.Т.

Төп нөхсә теле

Урыҫ һәм эстон

Тәүге тапғып нәшер ителгән

2014

Идея авторы һәм төҙөүсеһе — Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина. Мәҡәләләрҙе эстон теленә Илнур Хайруллин тәржемә иткән. Салауат Юлаев шиғырҙарын эстон шағирҙары Ли Сеппель һәм Андрес Эхин тәржемәһендә бирелә.

Китапта Салауат Юлаев биографияһы, Емельян Пугачев етәкселегендә восстаниела ҡатнашыуы турыһында материалдар бирелә. Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһы, Салауат Юлаевтың Эстлянд губернаһы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙәрге Палдиски ҡалаһында) һөргөндәге ваҡыты менән бәйле архив материалдары бирелгән.

Китаптың баш битендә Эстония мәҙәниәт министры Урве Тийдус: « Таллин ҡалаһындағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең китап сығарыу башланғысын хуплайбыҙ. Китап Эстония халҡын тарихыбыҙҙың бер өлөшө менән таныштырасаҡ» ,-- тип яҙған.

«„Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй“ китабы халҡыбыҙҙың аҫыл улының 25 йыл ғүмерен Рогервик ҡәлғәһендә үткәргән тетрәндергес яҙмышының изге аманаты булып, Балтиҡ диңгеҙе шауына, аҡсарлаҡтар тауышына ҡушылып, Салауатыбыҙҙың йөрәк сәләме булып башҡорт иленә тиҙҙән әйләнеп ҡайтыр. Милли батырыбыҙҙың һынмаҫ рухы булып ҡайтыр… Азатлыҡ рухы булып ҡайтыр!», — ти Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы.

Китаптың тулыларнырылған икенсе баҫмаһы сыҡты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә