Ыҡ буйындағы алыш (1682)

(Ик йылға яу (1682) битенән йүнәлтелде)

Ыҡ буйындағы алыш — 1682 йылда Ыҡ йылғаһы буйында Сәйет Йәғәфәров етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары һәм Рус батшалығы хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алыш.

Ыҡ йылғаһындағы алыш
Төп конфликт: Башҡорт ихтилалы (1681—1684)
Дата

1682

Урыны

Ыҡ

Нәтижә

Статус-кво[1]

Ҡаршы тороусылар

Башҡорттар

Рус батшалығы

Командирҙар

Сәйет Йәғәфәров

П. В. Шереметев
Д. А. Барятинский

Һуғыштың тарихы һәм урыны

үҙгәртергә

1681 йылда тоҡанған башҡорт ихтилалы бөтә яҡты солғап ала. Май айында ихтилалсылар Башҡортостандың бөтә Европа өлөшөндә хәрәкәт итә. Июнь айында ул күрше Ҡазан, Көңгөр һәм Верхотур өйәҙҙәренә тарала.[2]

Хәрәкәт етәкселәренә ҡарата сығанаҡтар бик аҙ. Ихтилалдың төп юлбашсыһы ғына билдәле, дөрөҫөрәге, уның исеме Сәйет. Ҡайһы бер ситләтелгән материалдар нигеҙендә Сәйет билдәле рухи шәхес булған тип фаразларға мөмкин. Ихтилалдың киң ҡолас алыуы урындағы хакимлыҡтарҙы борсой. Өфө һәм Ҡазан ғәскәр башлыҡтары Мәскәүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Батша хөкүмәте ашығыс саралар күрә. 1682 йылдың май уртаһында ихтилалсыларға ҡаршы мәскәү һәм ҡала дворяндарынан, яңы стройҙың атлы һәм йәйәүле полктарынан торған ғәскәр ебәрергә ҡарар ителә. Был көстәр башында ҡазан ғәскәрбашы П. В. Шереметев (Кесе) торорға тейеш була, ә уның иптәштәре итеп Мәскәүҙән сокольничий кенәз Д. А. Барятинский ебәрелгән. Карателдәрҙең рухын күтәреү өсөн властар дини саралар ҡуллана. 1682 йылдың 11 июнендә батшалар һәм батшабикә Софья Ҡазанға Пресвятая Богородицаның рәүешен һәм билдәһен оҙаталар.[3][4]

Ваҡиғалар барышы

үҙгәртергә

Май аҙағында Д. А. һәм П. И. Барятинскийҙар Мәскәүҙән Ҡазанға китә. Әммә бүленгән хәрби көстәр әкренләп йыйыла. Ихтилал иһә көндән-көн киңәйә. Ошо шарттарҙа Өфө воеводаһы стольник кенәз Коркодинов, Мәскәүҙән ярҙам килеүен көтмәйенсә, сығыш яһай. Өфө дворяндарынан, уҡсыларынан, казактарҙан һәм башҡа хеҙмәтле кешеләрҙән торған күп һанлы отряд 28 майҙа Өфөнән сыға һәм баш күтәреүселәргә ҡаршы юллана. Июнь башында Кама аръяғы ҡәлғәһе һәм Ыҡ йылғаһы араһында ҡаты алыш була. Ихтилалдың етәксеһе Сәйет Йәғәфәров яралана.[5][6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә