Иво́нка Сурви́лла (бел. Івонка Сурвіла), Иво́нна Влади́мировна Шимане́ц (бел. Івонна Уладзіміраўна Шыманец; 11 апрель 1936 йыл) — Белоруссия йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, тел белгесе, рәссам. 1997 йылдан Белоруссия халыҡ республикаһы радаһының рәйесе (эмиграцияла).

Ивонка Сурвилла
бел. Івонка Сурвілла
Ивонка Сурвилла
Флаг
Флаг
Белоруссмя халыҡ республикаһы радаһының рәйесе
(эмиграцияла)
Флаг
Флаг
 31 август 1997
Алдан килеүсе: Иосиф Сажич
 
Тыуған: 11 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (88 йәш)
Польша, Столбцы ҡалаһы
Исеме: бел. Івонка Шыманец
Атаһы: Шиманец, Владимир Александрович[d]
Супруг: Янка Сурвилла[d]
Балалары: Полина Сурвилла[d]
Белеме: Факультет искусств Парижа[d]
Национальная высшая школа изящных искусств[d]
Эшмәкәрлеге: йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр
 
Автограф:
 
Наградалары:

[1]

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы Владимир Шиманец ҡыуылған Белоруссия Халыҡ Республикаһы хөкүмәтендә финанс министры була. 1944 йылда бөтә ғаиләһе менән Белоруссиянан Көнсығыш Пруссияға (Германияға) ҡаса, һуңынан Дания, Франция һәм Испанияға күсеп китә. Сорбоннала филология буйынса белем ала.

1969 йылдан Канадала төпләнә, тәржемәсе булып эшләй. 1974 йылда Канадала Белоруссия фән һәм сәнғәт институты рәйесе итеп һайлана. 1984 йылда Белоруссия халыҡ республикаһы радаһының ағзаһы итеп һайлана. Белоруссияла Чернобыль аварияһында зыян күргәндәр өсөн Канада ярҙам фондын ойоштора.[2]

1997 йылдан эмиграциялағы Белоруссия халыҡ республикаһы радаһының рәйесе биләй[3].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

1959 йылда Белоруссия халыҡ республикаһы радаһы ағзаһы, Испания милли радиоһында белорус тапшырыуҙары директоры Янка Сурвиллаға кейәүгә. Ике ҡыҙы бар — Анна Предслава һәм Павлина Сурвилла[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Сурвілла, Івонка, Дарога: Стоўпцы — Капэнгаген — Парыж — Мадрыд — Атава — Менск / Івонка Сурвіла. — [Б. м.] : Радые Свабодная Эўропа/Радые Свабода, 2008. — 140, с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә