Иверонова Валентина Ивановна
Иверонова Валентина Ивановна (1908 йыл 17 сентябрь, Мәскәү — 27 июль 1983, Мәскәү) — физика өлкәһендә совет ғалимы.
Иверонова Валентина Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1908 |
Вафат булған көнө | 27 июль 1983 (74 йәш) |
Хәләл ефете | Герман Степанович Жданов[d] |
Һөнәр төрө | физик, ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | физика[1] |
Эш урыны | МДУ-ның физика факультеты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВалентина Ивановна Иверонова 1908 йылдың 17 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1929 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң шунда уҡ рентгеноструктура анализы кафедраһында уҡыта башлай. Бер үк ваҡытта ғәмәли минералогия институтында, төҫлө металдар институтында, тимер юл транспорты институтында материалдарға рентгеноструктура тикшеренеүҙәре алып бара. Уның тарафынан донъяла беренсе тапҡыр ҡоросҡа — тимер юл рельстары материалына арығанлыҡ буйынса тикшереүҙәр башҡарыла.
1936 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертация яҡлай (диссертацияһының темаһы «Рентгенографические исследования явлений рекристаллизации некоторых металлов и их сплавов»). 1946 йылда «Отдых и рекристаллизация твёрдых растворов металлов» темаһына диссертация яҡлай, физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе ала (физика буйынса ҡатын-ҡыҙ яҡлаған беренсе докторлыҡ диссертацияһы). 1948 йылда профессор исеме бирелә.
1953—1969 йылдарҙа физика факультетының дөйөм физика кафедраһын етәкләй, артабан ғүмеренең аҙағына тиклем кафедра профессоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәЛенин ордены (1961),
«Почёт Билдәһе» ордены (1951)
СССР Фәндәр академияһының Е. С. Федоров исемендәге премияһы лауреаты (1979, А А. Кацнельсон менән)
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
үҙгәртергәРентгеноструктура анализы, ҡаты есемдәр физикаһы, рентген нурҙары таралыу теорияһы, металлдар һәм иретмәләр физикаһы.
Педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергә«Механика», «Молекулярная физика», «Электричество», «Теория рассеяния рентгеновских лучей», «Динамика кристаллической решётки», «Динамическая теория рассеяния» курстарын уҡый. Дөйөм физика буйынса семинарҙар һәм практикумдар алып бара.
30-ҙан ашыу фән кандидаты әҙерләй, уның 5 уҡыусыһы фән докторы булып китә.
Библиография
үҙгәртергә«Ближайший порядок в твёрдых растворах» (авторҙаш, 1977)
«Теория рассеяния рентгеновских лучей» (уҡыу әсбабы, авторҙаш, 1972)
Ғаиләһе
үҙгәртергәИван Александрович Иверонов — астрономия һәм геодезия профессоры, Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы ректоры ғаиләһендә тыуған.
Ире Герман Степанович Жданов — физик, совет радиацион кристаллография мәктәбенә нигеҙ һалыусы, А. Н. Бах исемендәге, Д. И. Менделеев исемендәге, Е. С. Федоров исемендәге премиялар лауреаты.