Иванов Константин Васильевич

Иванов Константин Васильевич (27 май 1890 йыл — 13 март 1915 йыл) — шағир, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. 1907—1914 йылдарҙа Сембер ҡалаһындағы сыуаш уҡытыусылар мәктәбе уҡытыусыһы.

Константин Иванов
Исеме:

Иванов Константин Васильевич

Тыуған көнө:

27 май 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1] Ыҫлаҡбаш ауылы

Вафат булған көнө:

13 (13) март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (24 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [2] Ыҫлаҡбаш ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

сыуаш

Биографияһы

үҙгәртергә

Константин Васильевич Иванов 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ыҫлаҡбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сембер ҡалаһындағы сыуаш мәктәбенә уҡырға инә. Батша тәртиптәренә ҡаршы митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн 1907 йылда уҡыуҙан ҡыуып сығаралар. Ыҫлаҡбаш ауылына ҡайта. Ауылда мәктәп мөдире Яковлев сыуаш телендә дин һәм дәреслектәр сығарырға әҙерләнә. К. Ивановты үҙе менән эшләргә саҡыра. 1908 йылда Семберҙә сыуаш риүйәттәре йыйынтығында буласаҡ әҙиптең «Тимер талҡы», «Ике ҡыҙ», «Тол ҡатын» тигән әкиәттәре һәм «Нарспи» поэмаһы донъя күрә. Аяныслы яҙмышлы сыуаш ҡыҙы тураһындағы «Нарспи» поэмаһы күп телдәргә тәржемә ителә. Уның нигеҙендә бер нисә пьеса ҡуйыла, Сыуаш опера һәм балет театрында опера ҡуйыла.

Әҙәби эшмәкәрлеген М. Ю. Лермонтов, Л. Н. Толстой, Н. Огарёв, А. Кольцов, Н. Некрасов, А. Майков әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итеүҙән башлай.

1909 йылда Константин Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра. 1915 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң 25 йәшендә вафат була.

Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Константин Иванов сыуаш халҡы поэзияһына нигеҙ ташы һала, тыуған халҡы хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра.

К. В. Иванов исемендәге премия лауреаттары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә