Сидорова Ефросиния Сергеевна
Ефросиния Сергеевна Сидорова (16 февраль 1930 йыл — 30 июль 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй фольклорсыһы һәм педагогы, филология фәндәре кандидаты (1973), Сыуашстан Республикаһының К. В. Иванов исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1988),[1].
Сидорова Ефросиния Сергеевна | ||
Файл:Сидорова Ефросиния Сергеевна.jpg | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Үрге Ирх-Сирмы ауылы, | |
Вафат көнө | ||
Вафат урыны | ||
Ил | ||
Ғилми даирәһе | ||
Эшләгән урыны |
Чита педагогия институты, | |
Альма-матер |
Сыуаш педагогия институты | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты | |
Награда һәм премиялары |
| |
Фольклор һәм әҙәбиәт проблемалары буйынса 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Биографияһы
үҙгәртергә1930 йылдың 16 февралендә Сыуаш АССР-ы Мариин-Посад районы Үрге Ирх-Сирмы ауылында тыуған.
1950 йылда — Сыуаш дәүләт уҡытыусылар институтын, 1956 йылда Сыуаш дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлаған. Шунда уҡ белем алыуын дауам итә һәм 1963 йылда, «Сыуаш көнкүреш әкиәте» («Чувашская бытовая сказка») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, аспирантураны тамамлай[3].
Сыуаш АССР-ы Батыр районының Яншиха ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Һуңынан Байкал аръяғы крайында йәшәй һәм эшләй, Чита педагогия институтында (1962 йылдан, хәҙерге Н. Г. Чернышевский исемендәге Байкал аръяғы дәүләт гуманитар-педагогия университеты) уҡыта,
1962—1963 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Байкал аръяғы комплекслы Ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре.
1963—1967 йылдарҙа — Минск ҡалаһының 93-сө урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
1967—1977 йылдарҙа Ефросиния Сергеевна Сыуаш АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡтисад ғилми-тикшеренеү институтынының әҙәбиәт һәм фольклор бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм мөдире,
1977—1990 йылдарҙа Сыуаш дәүләт университетының сыуаш әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы, Сыуаш дәүләт гуманитар фәндәр институты әҙәбиәт һәм фольклор бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[4].
2018 йылдың 30 июлендә Мәскәүҙә вафат булған, Чебоксарҙа ерләнгән. П. А. Сидоров кейәүҙә була[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Сыуашстан Республикаһының К. В. Иванов исемендәге дәүләт премия лауреаты (1988),
- Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1997)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ СИДОРОВА Ефросиния Сергеевна
- ↑ 2,0 2,1 СИДОРОВА Ефросиния Сергеевна . Дата обращения: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
- ↑ Диссертация кандидата филологических наук . Дата обращения: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
- ↑ СИДОРОВА Ефросиния Сергеевна
- ↑ СИДОРОВ Пётр Александрович . Дата обращения: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Никифорова В. В. Сидорова Ефросиния Сергеевна // Чувашский гуманитарный вестник. — 2010. — № 5. — С. 241—244.
- Сергеев Т. С. Сидорова Ефросиния Сергеевна // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2011. — Т. 4.
- П. Ялгир. Сидорова Ефросиния Сергеевна // Литературный мир Чувашии. — Чебоксары, 2005.