Ибраһим (Сосновка районы)
Ибраһим (рус. Ибрагимово) — Силәбе өлкәһенең Сосновка районында юҡҡа сыҡҡан ауыл. 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән.
Юҡҡа сыҡҡан ауыл | |
Ибраһим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Юҡҡа сыҡҡан ауыл с | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәТинес йылғаһының һул яҡ яры буйында урынлашҡан булған.
Тарихы
үҙгәртергәИбраһим — ҡатай башҡорттарының ауылы[1]. Бала ҡатай ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән.
1811 йылда ауылда 24 йорт-ихата иҫәпләнгән, унда 71 ир-егет иҫәпкә алынған. 1811 йылғы ревизияла старшина ярҙамсыһы Рафиҡ Исмәғилев һәм поход сотнигы Хәмит Исмәғилев иҫәпкә алынған.
1816 йылда 25 йорт-ихатала 78 йән ир заты теркәлгән. 1869 йылда 14 йорт-иахатала 197 кеше йәшәгән.
1904 йылда Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Әмин улусы Ибраһим ауылында 42 йорт-ихатала 267 аҫаба башҡорт йәшәгән.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы, һуңынан Сосновка районы составында.
1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң («Маяҡ» химкомбинатында радиацион авариянан һуң), 1959—1962 йылдарҙа ауыл халҡы күсерелгән[2][3].
Халҡы
үҙгәртергә1920 йылда ауылда 249 кеше (117 ир-егет һәм 132 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән, барыһы ла — башҡорттар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 211. — 576 с.
- ↑ Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
- ↑ Постановление Совета Министров — Правительства РФ от 08.10.1993 г. № 1005 «О мерах по реализации Закона Российской Федерации „О социальной защите граждан, подвергшихся воздействию радиации вследствие аварии в 1957 году на производственном объединении «Маяк» и сбросов радиоактивных отходов в реку Теча“» // «Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации». — 1993. — № 42. — С. 4002. Архивировано из первоисточника 9 февраль 2022.