Ибраһим маҡамы
Ибраһим маҡамы (ғәр. مقام إبراهيم; рус. Макам Ибрахима) — Ҡәғбә төҙөлөшө ваҡытында ислам пәйғәмбәре Ибраһим баҫып торған урын, Әл-Харам мәсете комплексы сиктәрендә был урында ҙур булмаған көмбәҙле ҡоролма урынлашҡан[1].
Ибраһим маҡамы | |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәккә[d] |
Ибраһим маҡамы Викимилектә |
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәИбраһим маҡамы атамаһы Ҡөрьәндең 3-сө сүрәһенең 97-се аятында телгә алына:
Ул Ҡәғбәтуллала билдәле ғәләмәттәр бар, шуларҙан береһе Ибраһим (пәйғәмбәрҙең) аяҡ эҙҙәрелер. Шунда кергән кеше именлектә булыр. Көсө еткән кешеләргә Аллаһуға ғибәҙәт өсөн хаж ҡылыу мөһим. Әгәр кемдер иман килтермәһә, Аллаһ һис береһенең ғәмәленә мохтаж түгел. Ысынлап та, Аллаһ бар ғаләмдәрҙән юғары!». |
Тарихы
үҙгәртергәИслам риүәйәттәренә ярашлы, Аллаһ Ибраһим пәйғәмбәргә Ҡәғбә төҙөргә бойорғандан һуң, ул улы Исмәғил менән ғибәҙәтхана төҙөүгә тотонған. Исмәғилгә таш килтереү бурысы йөкмәтелгән, ә Ибраһим диуар күтәреп, һалып барған. Бина диуарҙары Ибраһимдан өҫкә күтәрелгәс, Исмәғил уның аяҡ аҫтына таш килтереп ҡуйған. Ташҡа менеп, Ибраһим эшен дауам иткән. Был ташта Ибраһим пәйғәмбәрҙең аяҡ эҙҙәре ҡалған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, 2007
- ↑
В нем есть ясные знамения – место Ибрахима (Авраама). Кто войдет в него, окажется в безопасности. Люди обязаны перед Аллахом совершить хадж к Дому (Каабе), если они способны проделать этот путь. Если же кто не уверует, то ведь Аллах не нуждается в мирах.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Макам аль-Ибрахим // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Maḳām Ibrāhīm / Kister, M.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |