Ибраһимовтар — башҡорт нәҫеле.

Дөйөм характеристика үҙгәртергә

Ибраһимовтар сығышы менән Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарынан[1].

Ырыу башлығы Ибраһим Мерәҫов (?-1788) — Пугачев полковнигы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан[2]. 1750-се йылдар уртаһынан 1788 йылға тиклем Өршәк-Мең улусы старшинаһы булып хеҙмәт иткән. Ибраһим Мираҫовтың атаһы — Өршәк-Мең улусы старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов Ҡыҙрас Муллаҡаев менән берлектә 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша һәм 1737 йылдың февраль айында баш күтәреүселәрҙең етәксеһе Килмәк Нурышевҡа властарға бирелергә тәҡдим итә, ә шул уҡ йылдың октябрь-ноябрендә баш күтәреүселәрҙең хөкүмәт вәкилдәре менән һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша. Өршәк-Мең улусы Мерәҫ ауылы уның исеме менән аталған (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылы). Уның ағалары — Асҡар, Арыҫланғол һәм Алдар Юлымбәтовтар билдәле[3].

Ибраһим Мерәҫовтың улы — Усман Ибраһимов (1764—?), 1790-сы йылдарҙа Өршәк-Мең улусы старшинаһы булып тора. 14-се класс дәрәжәһенә эйә була. Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең олоҫо Уҫман ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) уның исеме менән аталған була. 1811 йылда үҙенең ауылында йәшәй, ә 1-2 йылдан һуң 7 ғаиләһе менән бергә улы Лоҡман (икенсе улы — Заһиҙулла Усман улы Ибраһимов йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә) йәшәгән Мерәҫ ауылына күсерелә. XIX быуат башында үҙәге Мерәҫ ауылында булған 7-cе башҡорт кантоны начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[4].

Усман Ибраһимовтың улы — Лоҡман Усман улы Ибраһимов (1785—?), 1801 йылдан хәрби хеҙмәттә була. 1806—1807 йылдарҙа башҡорт полкы составында Польша һәм Пруссияла була. 1809—1814 йылдарҙа йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән, ә 1814—1828 йылдарҙа — 7-се башҡорт кантоны начальнигы ярҙамсыһы. 1812 йылда 14-се класс ала. 1813 йылда батша армияһына дүрт строевой ат иғәнә итә һәм «Александр I батшаның юғары мәрхәмәтенә лайыҡ була». 1828—1854 йылдарҙа — 7-се башҡорт кантоны начальнигы, ул 1847 йылда 8-се башҡорт кантоны тип үҙгәртелгән. 1835 йылдан — йөҙ башы, ә 1838 йылдан — есаул. 3700 дисәтинә ергә хужа була. Ағаһы Миһран менән бергә Өршәк йылғаһы буйында 6 тирмәне һәм бер ел тирмәне, шулай уҡ поташ заводы булған. «Тырыш хеҙмәте өсөн» алтын миҙал менән бүләкләнгән (1833). Уның улдары:

  • Абдулфазыл Лоҡман улы Ибраһимов (1820—?) 1838 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай. 1854—1856 йылдарҙа 8-се башҡорт кантоны начальнигы. 1856—1859 йылдарҙа 28-се башҡорт кантоны (үҙәге — Һабаш ауылы) начальнигы. 1858 йылдан алып — есаул. 1862—1863 йылдарҙа 26-сы кантонда (үҙәге — Яңы Ҡарамалы ауылы) управляющий булып хеҙмәт итә. 4005 дисәтинә ере, поташ заводы, тирмәне була. 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1862), Владимир таҫмаһындағы «1853-1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Рөстәм-Хәким Лоҡман улы Ибраһимов (1832—?), зауряд-хорунжий. 26-сы кантонда йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. «1853-1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Абдулғата Лоҡман улы Ибраһимов 1862—1863 йылдарҙа 7-се башҡорт кантоны начальнигы булып хеҙмәт иткән.

XIX быуаттың 2-се яртыһында Ибраһимовтар нәҫеле Өфө губернаһының дворяндар нәҫел китабына яҙып ҡуйылған.

Вариҫтары үҙгәртергә

  • Ибраһимов Илдар Абдулла улы (1932 йылдың 15 июлендә тыуған) — математик. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), физика-математика фәндәре докторы (1966), профессор (1967)[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Таһирова Л. Ф. Ибраһимовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Таймасов С. У. Ибрагим Мрясев // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 51, 469. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — С. 97—98, 108—109. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
  5. Ибрагимов Ильдар Абдуллович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә