Зөлфиә
Зөлфиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Зөлфиә |
Этимологияһы
үҙгәртергәЗөлфиә — ислам илдәрендә таралған ҡатын-ҡыҙ исеме, фарсы теленән тәржемә иткәндә, (фарс. زلف zolf — бөҙрәләнеп торған сәс шәлкеме мәғәнәһенә) тап килә. Күсмә мәғәнәлә «һөймәлекле», «матур» тигәнде аңлата. Башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән[1]. Лезгиндарҙа Зульфи формаһында ҡулланыла.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәХаннанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы (1 ғинуар 1970 йыл) — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).
Зөлфия́ Исраи́лова (псевдонимы — Зөлфия; 1915—1996) — үзбәк совет шағирәһе. Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1976). 1953 йылдан КПСС ағзаһы.
Рәхмәтуллина Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы (16 апрель 1980) — журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бүлек мөдире, Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (15 май 1956 йыл) — бейеүсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы.
Шакирова Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы (5 июнь 1965 йыл — эстрада йырсыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2001) һәм халыҡ (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
Күскилдина Зөлфиә Мансур ҡыҙы — балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Тәмле Яңы йыл» исемле әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн (2011).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |