Зәңгәр шыршылар паркы (Дәүләкән районы)

тәбиғәт ҡомартҡыһы

Комсомол ауылы эргәһендә ултыртылған зәңгәр йәки сәнскәкле шыршылар паркы (рус. Парковые насаждения голубой ели около села Комсомольский) — парк культуралары, зәңгәр шыршы үҫентеләре, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Дәүләкән районында шыршы паркы
урыҫ Парковые насаждения ели в Давлекановском районе
Төп мәғлүмәт
Майҙаны0,25
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Урынлашыуы
54°14′19″ с. ш. 54°56′15″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Точка
Дәүләкән районында шыршы паркы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Дәүләкән районында шыршы паркы

Таралыу тарихы

үҙгәртергә

Сәнскәкле шыршының ғәҙәти булмаған үҙенсәлекле зәңгәрһыу төҫө был ағас төрөнөң икенсе исемен — "зәңгәр шыршы"ны билдәләй. Зәңгәр (күк) шыршыларҙың тыуған ере — Төньяҡ Америка. 1879 йылда немец дендрологы Энгельман уны Европаға алып ҡайта һәм шунда уҡ тарала. Рәсәй империяһыында күп кенә алпауыттар уны үҙҙәренең баҡсаһына ултырта. Уҙған быуатта Мәскәү, Ленинград, Краснодар һәм башҡа ҡала парктарында ултыртылған зәңгәр шыршылар һаҡланған. 1900—1905 йылдарҙа немец күскенселәренең береһе Яков Иоганнович Мартенц Дәүләкәндән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан утар биләмәһендә зәңгәр (күк) шыршылар ултырта. Үҫентеләрҙе Германиянан килтергән, тип фаразлана[1].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта был урында 0,25 гектар майҙанда 52 ағас һаҡланған. 80 йәштә шыршы 20 м бейеклеккә һәм диаметры 30 см етә, бер ағас 1700 тубырсыҡ бирә. Шыршы участкаһын республика ғалимдары өйрәнә, үткән быуаттың уртаһында ҡиммәтле орлоҡ базаһы сифатында әүҙем файҙаланыла. Шул саҡта уҡ биологтар, шыршылар көсәйтелгән һаҡланыуға мохтаж, тигән һығымтаға килә. 1965 йылда, дендролог А. С. Сахарованың (1917-1986)[2] тикшеренеүҙәре нигеҙендә һәм уның, шулай уҡ Б. И. Федорако (1908-1967)[3] һәм Е. В. Кучеров тәҡдиме буйынса был ултыртылған зәңгәр шыршылар ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын ала.

Комсомол ауылы эргәһендәге зәңгәр шыршы участкаһы — ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы йәшелләндереү маҡсатында был ҡиммәтле декоратив тоҡомдо үрсетеү өсөн яҡшы орлоҡсолоҡ базаһы. Шыршы паркы кәртәләнгән һәм һаҡлана[1].

Дәүләкән шыршылары Өфө ҡала советы, баш ҡалала Ленин һәйкәле янындағы, бер нисә ҡала һәм район хакимиәттәре алдындағы биләмәләрҙе биҙәй[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә