Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы

журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе

Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы (15 июль 1946 йыл) — журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан тарихы буйынса, уның тәбиғәте, кешеләре тураһында бихисап китап авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).

Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Амур өлкәһе, Хабаровск крайы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйсә Фәрит ҡыҙы Зыкина[1] 1946 йылдың 15 июлендә РСФСР-ҙың Амур өлкәһе Новосергеевка ауылында тыуған.

1953—1960 йылдарҙа БАССР-ҙың Ишембай районы Яңы Әптек ауылы мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Салауат индустриаль техникумына (хәҙер колледж) уҡырға инә, бында 1963−1965 йылдарҙа урта махсус белем ала. Колледжды тамамлағандан һуң төҙөлөштә эшләй. Иретеп йәбештереүсе-арматурсылар бригадаһы етәксеһе була.

1973—1978 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология факультеты студенты.

Институттан һуң Салауат ҡала радиотапшырыуҙар редакцияһында корреспондент булып эшләй; 1971—1978 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең «Салаватский нефтехимик» («За передовую технику») күп тиражлы гәзите хеҙмәткәре, 1978 йылдан мөхәррире һәм баш мөхәррире. 1994—2008 йылдарҙа «Известия Башкортостана» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.

Раиса Фәрит ҡыҙы Зыкина «Салауат» телекомпанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның беренсе директоры (1999 йылдан). Уның башланғысы буйынса 2008 йылдан алып Салауат ҡалаһында "журналистар балы"н үткәреү — ҡәләм оҫталарының осрашыуы — Башҡортостан кимәлендә матур йолаға әүерелә[2]. Хәҙәер ул Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы.

1965—1967 һәм 1989—1995 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты, 1983—1991 йылдарҙа КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы булып һайлана.

Хәҙерге ваҡытта ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Раиса Фәрит ҡыҙы Зыкина — Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы, ҡала предприятиелары тарихы буйынса 16 китап авторы (шул иҫәптән «Пути-дороги собкора», «Комбинат» (1998), «Салауат» альбомы —Салауат ҡалаһының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында, «Нефтехимик мәҙәниәт йорто», «Яңы Салауат йылылыҡ-электр үҙәге»[3], «Сисин М. Ф.» һәм «А. Галиев» — Башҡортостандың алтын исемдәре серияһынан, «40 лет по пути прогресса», «Неподведенные итоги», «Комбинат», «Салават — люди, события, годы»).

«Газпром нефтехим Салауат» энциклопедияһын баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнашаref>[1] 2016 йыл 5 март архивланған. Энциклопедия «Газпром нефтехим Салават»</ref>.

  • «Выбор» гәзите, 45-46 һандары, 2015 йыл;
  • «Республика Башкортостан» гәзите, 230 һаны, 02.12.09.;
  • «Газпром нефтехим Салауат» энциклопедияһы. Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, 2013. ISBN 978-5-88185-079-1;
  • Р. Ф. Зыкина, А. С. Сайтова. «Салаватстекло» ААЙ-ы. 40 йыл үҫеш юлында": [1962-2002]. Өфө. 2003. ISBN 5873080100;
  • Р. Ф. Зыкина. «Асгат Галиев». Серия Золотые имена Башкортостана, Уфа. Изд. Скиф, 2015.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы
  • Рәсәй Федерацияһының Матбуғат буйынса дәүләт комитеты һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Рәсәй комитеты (1999) Маҡтау грамотаһы
  • Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздарының Маҡтау грамоталары
  • «Ҡала йылъяҙмасыһы» исеме — Салауат ҡалаһы тарихын иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн (2012).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә