Злобин Николай Анатольевич (Социалистик Хеҙмәт Геройы)
Злобин Николай Анатольевич (16 декабрь 1931 йыл — 9 май 1997 йыл) — СССР-ҙың төҙөлөш тармағы алдынғыһы, йәмәғәтсе. СССР Юғары Советының IX—XI саҡырылыш депутаты (1974—1989), СССР Юғары Советының Президиум ағзаһы. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971,1985).
Злобин Николай Анатольевич (Социалистик Хеҙмәт Геройы) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1931 |
Тыуған урыны | Дельная Дубрава[d], Сосновский район[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 май 1997 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Зеленоград[d], Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Зеленоград[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНикола́й Анато́льевич Зло́бин 1931 йылдың 16 декабрендә Тамбов өлкәһенең Ламский районы (хәҙер Сосновка районы) Дельная Дубрава ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Урта мәктәпте тыуған ауылы мәктәбендә тамамлай. 1949 йылда армия сафына алына, батарея старшинаһы булып хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң төҙөүсе булып эшләй башлай. 1958 йылда Мәскәү ҡалаһы янындағы яңы төҙөлөшкә — буласаҡ Зеленоград ҡалаһын төҙөүгә килә. Тәүге йылдарҙа — ташсы, һуңынан комплекслы бригада етәксеһе була.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСССР-ҙа торлаҡ төҙөүҙә бригада подряды беренсе тапҡыр Злобин бригадаһы тарафынан ҡулланыла, ул 1970 йылда Зеленоградтағы «Зеленоградстрой» тресына ҡараған 14 ҡатлы корпусты төҙөүҙә ҡатнаша. Был тәжрибә аҡса экономиялау һәм объектты ваҡытынан алда тапшырыу мөмкинлеге бирә. Бригада подряды ысулы КПСС Үҙәк Комитеты тарафынан хуплана һәм башҡа төҙөлөштәргә лә индерелә. Артабан бындай алым киң танылыу ала һәм илдәге күп объекттарҙы төҙөүҙә ҡулланыла.
1980 йылда Николай Анатольевич бригадаһы ошо ысул менән 25 бина төҙөй. Уларҙы сафҡа индереү ваҡыты 1600 көнгә ҡыҫҡара, сығымдар 267 мең һумға кәмерәк була. Зеленоградта Н. А. Злобин етәкселендәге бригада тиҫтәләгән бина: бер нисә сәнәғәт объекты, балалар баҡсаһы, мәктәп, 4780 ғаиләгә торлаҡ төҙөй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971,1985)
- Ике Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Миҙалдар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975)
- СССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
- ГДР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
Хәтер
үҙгәртергә- «Мостопромстрой» ҡарамағындағы «Йәш төҙөүсе» балалар-һауыҡтырыу лагерына атҡаҙанған төҙөүсенең исеме бирелә.
- 2008 йылда Зеленоградта 1-се биҫтәнең 4900 номерлы проезды Николай Злобин исеменә үҙгәртелә.
- Мәскәү ҡалаһының 50-се Политехник колледжы Н. А. Злобин исемен йөрөтә. Был уҡыу йортонда атҡаҙанған төҙөүсегә арналған музей бар.
- 2009 йылдың 29 октябрендә Зеленоград ҡалаһының 129 корпусына төҙөүсе хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Злобин Николай Анатольевич (Социалистик Хеҙмәт Геройы) . «Герои страны» сайты.
- Игорь Быстров. История города. Очерк № 29: Год 1970. Рабочий Николай Злобин // Зеленоград сегодня
- Елена Максимченко. Интервью с внучкой Н. А. Злобина, одного из первых строителей Зеленограда // Зеленоград.ru
- Бригадный подряд Николая Анатольевича Злобина (подборка фотографий из архивов, вырезок из газет и журналов) // Zеленоградский Zритель
- Сериков В. П. Договор по совести(недоступная ссылка). М.: Роман-газета, 1986; (неоднократное упоминание Н. А. Злобина и его бригады)
- Шупа-Дуброва И.Ф., Цветков Л.А. Бригадный подряд. Рассказ о методе и человеке(недоступная ссылка). Мурманск: Мурманское книжное издательство, 1973. 128 с. (неодн. упоминание бригады Н.А. Злобина (со с. 30) и сравнение особенностей его подхода с опытом бригады В.П. Серикова).
- Сериков В.П., Миронов Ю.Н. Крутые высоты. (Диалоги о бригадном подряде по материалам телевизионных передач "На стройках пятилетки")(недоступная ссылка). Серия "Герои десятой пятилетки". М.: Стройиздат, 1980. 152 с. (Н.А. Злобин принимал участие в упомянутых передачах и в книге приведены его ответы и высказывания по ряду вопросов).
- Памятник-бюст Н. А. Злобину и памятная доска на сайте «Достопримечательности Зеленограда»
- Об авторах бригадного подряда 2020 йыл 20 февраль архивланған. на портале Моспромстроя. Таковым почему-то (видимо, по незнанию или в расчёте на невежество читателей) назван Сергей Тимофеевич Дементьев, начальник управления «Зеленоградстрой».
- Могила Н. А. Злобина