Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (СССР), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы (1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].

Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Иҫке Күл ауылы, Нуриман районы
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Заһиҙуллин Ғәйнулла Ҡасим улы 1909 йылда Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда[2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1942 йылдың 5 февралендә[3][4] Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15‑се айырым гвардия элемтә ярымэскадронында телефонист булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылдың 17 декабрендә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.11.1942-15.12.1942, Приказ №: 387 17.12.1942)[1], 1945 йылдың 22 июнендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 01.01.1945-09.05.1945, Приказ №: 31/н, 22.06.1945) менән бүләкләнә[1][2]. 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә