Викидатала элемент юҡ

Зарифа — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Зарифа исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе нәзәҡәтле, сибәр; тапҡыр, йор, зирәк, оҫта телле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Зарифа Ғафари (пушту ظریفه غفاری‎‎; 1992 йыл, Ҡабул) — афған сәйәси эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлаусы. 2018 йылдан Вардак провинцияһының административ үҙәге Майданшахр ҡалаһы мэры.

За́ра (тулы исеме — Зарифа́ Паша́евна Мгоя́н; 26 июль 1983 йыл) — Рәсәй эстрада йырсыһы, артист, йәмәғәт эшмәкәре; Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2016). «Артист мира ЮНЕСКО» (2016).

Зарифа Саутиева (рус. Зарифа Саутиева; 1 май 1978 йыл) — Ингушетияның сәйәси эшмәкәре һәм музей директоры. Ул Рәсәй хөкүмәте тарафынан Чечня һәм Ингушетия араһындағы сикте үҙгәртеүгә ҡаршы протестары өсөн эштән ҡыуыла, аҙаҡ төрмәгә ултыртыла.

Зарифа Азиз ҡыҙы Алиева (әзерб. Zərifə Əziz qızı Əliyeva; 28 апрель 1923 йыл — 15 апрель 1985 йыл) — совет табип-офтальмологы, Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, профессор.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Зарифа» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

«Зарифа» — башҡорт халыҡ бейеүе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ