Заньковецкая Мария Констаниновна
Мари́я Константи́новна Занькове́цкая (псевдоним, тыуғанда — Адасо́вская, укр. Заньковецька Марія Костянтинівна; 23 июль (4 август) 1854, Заньки — 4 октябрь 1934, Киев) — украин һәм совет актрисаһы, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1922)[1].
Мария Заньковецкая | ||
укр. Марія Костянтинівна Заньковецька | ||
Файл:Zankovetska.jpg | ||
Исеме: |
Мария Константиновна Адасо́вская | |
---|---|---|
Һөнәре: |
актёр | |
Әүҙем йылдары: | ||
Театр: |
Нежинда Халыҡ театры, Киевта Халыҡ театры | |
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәМария Константиновна Заньковецкая (Адасовкая) Рәсәй империяһы Чернигов губернаһы Нежин өйәҙе (хәҙерге Украинаның Чернигов өлкәһе) Заньки ауылында тыуған. Атаһы — Констанин Констанович Адасовский, ярлыланға помещик һәм судья[1]. Черниговта ҡыҙҙар гимназияһын тамамлаған.
Йәш сағынан уҡ һәүәҫкәр концерттарҙа сығыш яһаған. 1882 йылда уның профессиональ сценала дебюты була — ул Елисаветградта «Наталка-Полтавка» операһын ҡуйыуҙа ҡатнаша[2]. Мария Константиновнаның матур тауышы (меццо-сопрано) сәхнәлә уның уңышына булышлыҡ иткән[1]. М. Л. Кропивницкий, М. П. Старицкий, Н. К. Садовский, П. К. Саксаганский, И. К. Карпенко-Карый һәм башҡалар етәкселегендәге иң эре украин труппаларында хеҙмәт иткән. 1907 йылда Н. К. Садовский менән бергә Киевта тәүге профессиональ стационар украин театрын ойоштора. Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылда Нежинда Халыҡ театры менән етәкселек итә. 1918 йылда П. К. Саксаганский менән берлектә Киевта Халыҡ театрын (хәҙерге Львовтағы Мария Заньковецкая исемендәге Украин драма театры) ойоштороуҙа ҡатнаша.
Заньковецкая талантының сәскә атыуы уның М. Л. Кропивницкийҙың һәм һуңыраҡ Н. К. Садовскийҙың труппалары составында булыу осорона ҡарай. Тәнҡит Заньковскаяның артистик һәләтен юғары баһалаған. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы гастролдәр уға ҙур билдәлелек килтергән[3].
Заньковецкая күп төрлө ролдәрҙе башҡарған. «По ревизии», «Наймычка», «Пока солнце взойдёт, роса очи выест», «Не так склалося, як жадалося» һәм башҡа пьесаларҙа уйнаған. Петербургта Зеньковская А. С. Сувориндың «Татьяна Репина» пьесаһында уңышлы сығыш яһаған[3].
Уның сәхнә хеҙмәттәрен танып 1918 йылдың июнендә гетман Павел Петрович Скоропадский Министрҙар Советы тарафынан ҡабул ителгән ғүмерлеккә дәүләт пенсияһын тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы раҫлаған[4].
1934 йылдың 4 октябрендә вафат булған, Киевта Байково зыяратында ерләнгән.
Фильмографияһы
үҙгәртергәБер фильм-спектаклдә һәм бер фильмда ҡатнашҡан:
- 1911 — «Наталка-Полтавка» (И. П. Котляровскийҙың шул исемдәге пьесаһы буйынса Н. К. Садовскийҙың фильм-спектакле, операторы Д. Ф Сахненко) — Наталка роле
- 1924 — «Остап Бандура» — Остап Бандураның әсәһе.
Хәтер
үҙгәртергә- Львовта Мария Заньковецкая исеме менән Украин драма театры аталған.
- Киевта скверҙарҙың береһендә Мария Заньковецкая һәйкәле ҡуйылған.
- Киев, Одесса, Ужгород, Чернигов, Черновцы, Нежин һәм Луцк ҡалаларында уның исеме менән урамдар аталған.
- 1960 йылда Киевта мемориаль музей-фатир ойошторолған, ә 1964 йылда Заньки ауылында музей асылған.
- 1971 йылда украин яҙыусыһы Иван Рябокляч «Мария Заньковецкая» пьесаһын яҙған.
- 1989 йылда Киевта Мария Заньковецкая музейы асылған.
- 2004 йылда Украина Милли банкы Мария Заньковецкаяның тыуыуына 150 йыл тулыуы айҡанлы иҫтәлекле тәңкә сығарған.
Библиографияһы
үҙгәртергә- Е. Колтоновская «Женские силуэты» (СПб., 1912).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 [ Марья Константиновна Заньковецкая] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ «Цариця української сцени»: М. К. Заньковецька — 160 років від дня народження.
- ↑ 3,0 3,1 Мария Заньковецкая в ЭСБЕ
- ↑ Гордость Кировограда: сегодня родилась путеводная звезда украинского театра
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Т.І. Лазанська. ЗАНЬКОВЕЦЬКА Марія Костянтинівна (билдәһеҙ). Енциклопедія історії України: Т. 3: Е-Й / Редкол.: В. А. Смолій (голова) та ін. НАН України. Інститут історії України. - К.: В-во «Наукова думка», 2005. - 672 с.: іл.. Дата обращения: 1 август 2014.
- Заньковецкая Мария Константиновна(недоступная ссылка)
- Данные на сайте Биография.ру
- Заньковецька (Адасовська) Марія Костянтинівна (укр.)
- ЗАНЬКОВЕЦЬКА МАРІЯ КОСТЯНТИНІВНА (1854—1934)(недоступная ссылка) (укр.)