Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы

(Загидуллин Раис Нуриевич битенән йүнәлтелде)

Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (20 февраль 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-технологы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).

Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Ишәй, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм химия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйес Нурый улы Заһиҙуллин 1940 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ишәй ауылында тыуған.

2009 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы химия-технология бүлеге мөдире, «Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһында ғәмәли химия һәм экология бүлеге мөдире.

  • 1949—1956 йылдарҙа Ишәй ете йыллыҡ мәктәбе.
  • 1956—1959 йылдарҙа Әхмәр урта мәктәбе.
  • Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, һөнәре: химия (органик химия), 1959—1964
  • Аспирантура (ситтән тороп), СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы химия институты, 1969—1974. «Органик химия» һөнәре буйынса «N-(-аминоэтил) пиперазин химик әүерелештәрҙе тикшереү» темаһы буйынса химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1991 йылда 05.17.04 ауыр (йәки төп) органик синтез етештереү технологияһы һөнәре буйынса техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1999 йылда Юғары аттестация комииссияһы профессор ғилми исеме бирә.

Тәүге тапҡыр фәнни йүнәлеш булдыра — ациклик һәм циклик ди- һәм полиаминдар химияһы. 360-тан ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән 120-нән ашыу Рәсәй Федерацияһы патенты һәм СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары. 50-нән ашыу фәнни асыштары етештереүгә индерелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[2]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә