Александр Невский Яңы йәрминкә соборы
Православ кафедраль соборы | |||
ru:Собор святого благоверного князя Александра Невского
| |||
Изге Александр Невский соборы | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Город | Түбәнге Новгород, улица Стрелка, 3А | ||
Конфессия | православие | ||
Епархия | Түбәнге Новгород һәм Арзамас | ||
Бина тибы | Собор | ||
Төҙөлөшө | 15 июль 1868—1880 йылдар | ||
Төкәтмәләр | Изге Макариус Желтоводск һәм Унженский хөрмәтенә; Мира Лисия архиепискобы Изге Николай хөрмәтенә ; | ||
Статус |
| ||
Бөгөнгө хәле | ғәмәлдә | ||
Сайт | Рәсми сайт | ||
| |||
ru:Собор святого благоверного князя Александра Невского Викимилектә |
Изге благоверный кенәз Александр Невский соборы (Яңы йәрминкә) — православие кафедраль (2009 йыл) соборы, Түбәнге Новгород ҡалаһының тарихи өлөшөндә урынлашҡан. 1868—1881 йылда архитектор Лев Даль проекты буйынса төҙөлә.
2005 йылдың 12 ғинуарынан алып собор башлығы (ключарь) протоиерей Сергий Матвеев[1].
Урынлашыуы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергәҠаланың түбәнге өлөшөндә урынлашҡан, адресы: Стрелка урамы , 3а.
Собор тәхеттәре исемдәре:
- Изге Александр Невский
- Изге Николай Чудотворец
- Равноапостольная Мария Магдалина .
Көнбайышта алға сығып торған ишек янындағы собор хоры урынында Макарий Желтоводский һәм Унженский ҡышҡы сиркәүе урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергә1856 йылда йәрминкә сауҙагәрҙәре икенсе йәрминкә православие ҡорамы төҙөргә теләй. Сиркәү император Александр II тарафынан йәрминкәлә йөрөү иҫтәлегенә һалынырға тейеш була. Сауҙагәрҙәр Түбәнге Новгород епискобы Антонийға мөрәжәғәт итә, ә уныһы, үҙ сиратында, губернатор, А. Н. Муравьевҡа уларҙың үтенесен еткерә. Иғәнә йыйыла башлай. Кәрәкле сығымдар өсөн 667 454 һум 28 тин аҡса 10 йыл буйына йыйыла һәм 1866 йылда тамамлана[2].
1864 йылдың 8 сентябрендә буласаҡ ғибәҙәтхана нигеҙенә символлы беренсе таш һалына. 1864 йылда губерна архитекторы Роберт Килевейндың проекты әҙер була. Ул проектты ҡорамдың ныҡлығы әҙ булғанға күрә әҙерәк үҙгәртәләр; бынан һуң асыҡланыуынса, ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс етерлек булмай. Йәш архитектор Л. В. Даль проекты ла раҫланмай ҡалдырыла.
1865 йылдың 18 ноябрендә хөкүмәт сиркәү проектын раҫлай. Проект авторы әлегәсә аныҡ билдәләнмәгән. 1866 йылда Л. В. Даль сит илдән Түбәнге Новгородҡа йәшәргә ҡайта һәм проектты урынына еткереп эшләп бөтөрә.
Төҙөү
үҙгәртергә1867 йылдың 15 сентябрендә собор төҙөлөш комитеты ойошторола һәм 1868 йылдың 11 авгусында Стрелка урамында яңынан соборҙың нигеҙ ташы һалына. 1868 йылдың 18 авгусында соборҙы төҙөй башлайҙар. Төҙөлөш 13 йыл дауамында төҙөлә, эске эштәре 1881 йылға тиклем алып барыла. Собор бейеклеге 87 м тәшкил итә[3].
Собор нигеҙе свайһыҙ төҙөлә һәм «монументаль ҡоролма һигеҙ мөйөшлө биш сатырҙан торған монументаль үҙәкле була, шуларҙың үҙәктәге сатырының бейеклеге 72,5 м . Фасад декорында төрлө архитектура стиле элементтары ҡулланыла. Соборы планы эклектик характерлы» була [4]. Сиркәүгә Мәскәү иконолар яҙыусыһы Федор Соколов төшөргән иконаларҙан башҡа, янғындан зыянланған Макарьев монастырынан да иконалар килтерелә.
Рухи изгеләндереү
үҙгәртергә1881 йылдың 20 июлендә сиркәү төҙөлә һәм изгеләндерелә. Соборҙағы был тантанала император Александр III, уның ҡатыны Мария Федоровна һәм батша улы Николай ҡатнаша.
Ғибәҙәтхананың даими мәхәлләһе булмай: уның мәхәллә кешеләре — йәрминкәгә килгән сауҙагәрҙәр.
Шул сәбәпле соборҙың төп бинаһы йәрминкә ваҡытында ғына асыла, ә ҡышын яғып йылытылмай.
Ҡышҡы яғып йылыта тоған сиркәү бары тик Макарий Желтоводский һәм Унженский ҡышҡы сиркәүе була.
Ғибәҙәтхана ҡаланың почетлы ҡунаҡтары өсөн осрашыу урыны була, улар — батша ғаиләһе ағзалары, православие сиркәү иерархтары .
Ғибәҙәтханала мөғжизәле Божья Матерь иконаһы һәм Животворящий Крест Господень тора, ғибәҙәт ҡылырға килгән сирле кешеләр түбәнселек менән уларға тубыҡланып табынған.
Мөлкәтте конфискациялау, совет осоро
үҙгәртергәСиркәү 1929 йылда ябылған, ҡиммәттәре тартып алынған, ә 1930 йылдың ҡышында Волга флотилияһы етәкселеге аҫтында соборҙың иконостасын һәм ағас биҙәү әйберҙәрен урындағы йорттарҙы ғып йылытыу өсөн утынға бирә. Шулай ҙа мәхәллә кешеләре бер нисә иконаны, шул иҫәптән Божья Матерь иконаһын һәм Животворящий тәрене ҡотҡарып ҡала. Һуңғы ваҡытҡа тиклем улар Түбәнге Новгородтың Свято-Троицкий Высоковский сиркәүендә тора.
1920 йылдар аҙағында йәрминкә территорияһын реконструкциялау проектын эшләйҙәр. Собор ҡоймаһын һүтеп, уның урынына Владимир Ленин һәйкәле ҡуйылған маяҡ төҙөргә итәләр. Был проект тормошҡа ашырылмай ҡала, әммә 1930-сы йылдарҙа ғибәҙәтхананың сатырҙары һүтелә.
Артабан ғибәҙәтханала келәттәр һәм өлөшләтә торлаҡ яһайҙар.Соборға күп һандағы ярҙамсы биналар һәм төрлө конторҙар төкәтеп һалына, был соборҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. 1940 йылда янғын сыға һәм ҡорам стеналарындағы һәм түбәһендәге һүрәттәрҙе юҡҡа сығара. артабан эске штукатурка тулыһынса емерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сиркәүҙең үҙәк барабанында зент батареяһы тора. Ул Горький ҡалаһы күген немец авиацияһының һөжүменән һаҡлап тора.
Ҡорамды тергеҙеү
үҙгәртергә1983 йылда соборҙы реставрация башлана, ирекле реставраторҙар был осорҙа әүҙем ҡатнаша. 1989 йылда ҡорам сатырҙары яңынан ябыла. 1991 йылдың февралендә Изге благоверный бөйөк кенәз Александр Невский хөрмәтенә Туғанлыҡ ойошторола. 1992 йылда ҡорам Рус Православие сиркәүенә кире ҡайтарла. 1992 йылда ҡышында Преподобный Макарий ҡанатында ғибәҙәт ҡылыуҙар башланып китә. Арзамасский митрополит Новгород һәм 1998 йылдың 30 декабрендә Түбәнге Новгород һәм Арзамас митрополиты Николай Александр Невский ғибәҙәтханаһының төп тәхетен изгеләндерә. 1999 йылдың 24 апрелендә Мариинский ҡанаты һәм 18 майҙа — Никольский ҡанаты ла изгеләндерелә.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Утреня и Божественная литургия (фото 07.01.2010) | |
Литургия (видео) |
Сиркәүҙең иконостасы өсөн яңы конструкция эшләнә, сөнки элекке конструкцияның оҫталыҡ серен аса алмайҙар.
2009 йылдың 8 сентябрендә архиепископ Георгий Божественный литургия башҡара, ә уны тамамлағас, Тутаев Всемилостивейший Спас мөғжизәле иконаһының күсермәһе булған яңы Нерукотворный Образ Спасителя иконаһын изгеләндерә[5][6].
2009 йылдың 12 сентябрендә сиркәүгә кафедраль собор статусын бирәләр.[7].
2009 йылдың октябрендә үҫештәрендә проблемалы балалар өсөн Автозавод интернатында табыныу бүлмәһе асалар[8]. Интернат 1990 йылдар аҙағында собор мәхәлләһе ҡарамағында була.
Ғибәҙәтханала эске биҙәү эштәре 2010 йылдың апрелендә башлай[9]. Миһрабты биҙәү 2010 йылда тамамлана, ә 2011 йылда ике терәк бағананы биҙәргә тотоналар[10]. Биҙәктәрҙең дөйөм майҙаны 11 мең кв. м тәшкил итә. 2010 йылдың 1 июлендә архиепископ Георгий Ҡазан Божья Матерь иконаһын изгеләндерә, ул тәре ғибәҙәтханала Божья Матерҙың планлаштырылған 187 тәреһенең береһе була[11]. Изгеләндергән саҡта икона һул колонна янындағы ҙур киотка ҡуйылып тора. 2011 йылдың авгусында Дон Божья Матерь иконаһын яҙып бөтөрәләр. Уны Третьяков галереяһында һаҡланып ҡалған иконанан күсереп төшөрәләр[12].
2011 йылдың 4 ноябрендә соборға булдыҡ. Пресвятая Богородицаның Билбауын килтерәләр. Ул изге соборҙың үҙәгенә ҡуйыла һәм 6 ноябргә тиклем шунда тора. Был ваҡытта уға яҡынса 170 мең кеше табынырға килә, шул иҫәптән Патриарх Кирилл , Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев.табынырға килә[13].
«Собор» ҡыңғырауы
үҙгәртергәКузьма Минин һәм Дмитрий Пожарскийҙарҙың Новгород ополчениеһы батырлығының 400 йыллығына Волга менән Ока ҡушылған урында, Александр Невский Соборынан 300 метр алыҫлыҡта, ҡыңғырау ҡуйырға булалар [14][15]. Ваҡытлыса ул ҡыңғырау собор ҡыңғырау манараһының көньяҡ ишеге яғында тора.
Ҡыңғырауҙы булдырыу проектты Бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Алексий II фатихаһы менән тормошҡа ашырыла. Был Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡыңғырау (Мәскәүҙәге Батша-ҡыңғырауы Троица-Сергиева Лавра ҡыңғырауынан һуң). Уның бейеклеге һәм диаметры 4 метрға тигеҙ. Ауырлығы - 60 тонна Ҡыңғырау бронзанан эшләнгән (80 % баҡыр һәм 20 % аҡ ҡурғаш). Ҡыңғырауҙың аҫҡы билбауында уны төҙөгәндә ҡатнашҡан бағыусыларҙың исемдәре яҙылған.
Ҡыңғырау торған манараның проектын «Иҫке Нижний» фирмаһы эшләй һәм төҙөп ҡуя. Ҡыңғырауҙы 2011 йылдың 5 октябрендә Санкт-Петербургтың Балтик заводында ҡоялар[16], уны биҙәү һәм саңының тауышын Мәскәү белгестәре барыҡҡа килтерә. Бер нисә сәғәт дауамында ҡыңғырау ҡойола, ә өс аҙна буйына ул әкренләп һыуына.
Изге әйберҙәр һәм реликвиялар
үҙгәртергәСоборҙың изге әйберҙәре:
- Преподобный Серафим Саровский иконаһы һәм уның мәйете киҫәксәләре;
- Матрона Московская мәйетенең киҫәксәһе менән иконаһы;
- Изге благоверный кенәз Александр Невский иконаһы һәм уның мәйете киҫәксәләре;
- Изге великомученица кенәз Елисавета һәм инокиня Варвара иконаһы һәм улар мәйете киҫәксәләре;
- Святитель Николай архиепископ Мир Ликийских, чудотворец иконаһы;
- 2005 йылдан алып Рәсәйгә беренсе тапҡыр алып киленгән священномученик Киприан һәм мученица Иустинья иконаһы һәм улар мәйете киҫәксәләре[17].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Указ № 11 от 12 января 2005 года 2005 йыл 26 август архивланған., Указ № 197 от 17 сентября 2009 года(недоступная ссылка)
- ↑ Нижний Новгород. Собор Александра Невского на сайте Народный каталог православной архитектуры
- ↑ Кафедральный собор в честь святого благоверного князя Александра Невского . Приходы Нижнего Новгорода. Нижегородская и Арзамасская епархия. Дата обращения: 31 декабрь 2017.
- ↑ Культовый комплекс на Ярмарке . Нижегородская ярмарка в XIX—XX вв. как хозяйственно-культурный комплекс. Нижегородский государственный университет им. Н. И. Лобачевского. Дата обращения: 2 июль 2010. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2012 йыл 25 март архивланған.
- ↑ В день памяти Владимирской иконы Божией Матери архиепископ Георгий совершил литургию в Александро-Невском соборе, Нижегородская епархия, 8 сентября 2009 года
- ↑ В иконописной мастерской «Традиция» закончена работа над новыми иконами для Александро-Невского собора(недоступная ссылка), Нижегородская епархия, 7 сентября 2009 года
- ↑ Нижегородская Епархия, Собору в честь святого благоверного князя Александра Невского в Нижнем Новгороде присвоен статус кафедрального 2012 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ В Автозаводском интернате закончена роспись молельной комнаты(недоступная ссылка)
- ↑ Архиепископ Георгий отслужил молебен перед началом росписи Александро-Невского кафедрального собора . Нижегородская и Арзамасская епархия (12 май 2010). Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Началась роспись интерьера кафедрального Александро-Невского собора . Нижегородская епархия (29 июнь 2011). Дата обращения: 1 июль 2011. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ В Нижнем Новгороде прошло заседание попечительского совета Александро-Невского кафедрального собора (фото) . Нижегородская и Арзамасская епархия (1 июль 2010). Дата обращения: 28 июль 2010. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Высоцкая, Светлана Завершена работа над Донской иконой Божией Матери для Александро-Невского кафедрального собора . Нижегородская епархия (17 август 2011). Дата обращения: 19 август 2011. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Пояс Пресвятой Богородицы . Кафедральный собор во имя святого благоверного князя Александра Невского. Дата обращения: 13 апрель 2012. Архивировано 5 июнь 2012 года. 2012 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Проект звонницы(недоступная ссылка), nevskiy-nne.ru
- ↑ «Колокол-гигант появится у храма св. Александра Невского»(недоступная ссылка) «Деловой Петербург» ISSN 1606—1829 (Online) со ссылкой на Нижегородскую епархию 3 октября 2007 года
- ↑ Сычев, Кирилл 5 октября завершились работы по отливке колокола «Соборный» . Нижегородская епархия (5 октября). Дата обращения: 6 октябрь 2011. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2011 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ 15 октября Русская Православная Церковь вспоминает священномученика Киприана и мученицу Иустинью, Нижегородская Епархия Русской Православной Церкви, 15 октября 2008 года(недоступная ссылка)