Жан Лоҡман (тулы исеме Закиржан Лоҡман улы Лоҡманов; 28 декабрь 1912 йыл — 24 март 1959 йыл) — тәнҡитсе, әҙәбиәт ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Жан Лоҡман
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ҡоншаҡ, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт университеты

БиографияһыҮҙгәртергә

Жан Лоҡман улы Лоҡманов 1912 йылдың 28 декабрендә Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡоншаҡ ауылында тыуған.

Жан Лоҡман улы 1929 йылда Ҡоншаҡ урта мәктәбен, 1933 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1936 йылда Ҡаҙан дәүләт педагогия институтында аспирантураны тамамлай.

Жан Лоҡманов 1936—1939, 1945—1952 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, доценты. Жан Лоҡман фольклор менән шөғөлләнә, мәктәптәр өсөн дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнаша.

Һуғыш йылдарыҮҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына ҡәҙәр ҡатнаша. Башта рота, һуңынан һөжүм итеү батальоны командиры булып, Украина, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Прага, Берлин ҡалалары өсөн һуғыштарҙа ике тапҡыр ҡаты яралана.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1959 йылда, һуғышта алған ауыр яралары көсәйеп, вафат була.

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

1930 йылдар аҙағында әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнә башлай. Мәжит Ғафури, Ғабдулла Туҡай ижадын өйрәнеүгә күп көс һала. Мәҡәләләре башҡорт (21 мәҡәлә) һәм татар (1 мәҡәлә) телдәрендә баҫыла:

  • «Әҙәби жанрҙар тураһында».
  • «Һуғышсан политик поэзия өсөн».
  • «Әҙәбиәттәге вульгарлаштырыуға ҡаршы».
  • «Башҡорт әҙәбиәтендә Ватанға мөхәббәт темаһы».
  • «Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижады».
  • «Ғабдулла Туҡай сатираһы».
  • «Ғабдулла Туҡай поэзияһының халыҡсанлығы».
  • «Яңы заман шағиры».
  • «Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ижады».
Китаптары
  • Туған әҙәбиәт. — Өфө, 1939.
  • Әҙәбиәт. — Өфө, 1948.
  • Әҙәбиәт. Беренсе бүлек. — Өфө, 1951.
  • Әҙәбиәт. Икенсе бүлек. — Өфө, 1951.
  • Әҙәбиәт. I киҫәк. — Өфө, 1954.
  • Әҙәбиәт. II киҫәк. — Өфө, 1954.
  • Туған әҙәбиәт. — Өфө, 1955.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Совет Башҡортостаны яҙыусылары (биобиблиографик белешмә). Өфө, 1988 йыл, 225 бит.
  • Живые родники (История, литература и культура Башкортостана). Өфө, 2006 йыл. ISBN 5-295-03683-9