Еңеү паркы (Мәскәү метро станцияһы)
«Еңеү паркы» — Мәскәү метрополитенының Арбат-Покров һәм Солнцево линияларындағы кросс-платформалы станцияһы. Дорогомилово районында Көнбайыш административ округында урынлашҡан; шул исемле парк атамаһы менән йөрөтәлә. Станция 2003 йылдың 6 майында Арбат-Покров линияһының «Киев» — «Еңеү паркы» участкаһы асыла, 2014 йылдың 31 ғинуарында Калинин-Солнцево линияһының «Деловой центр» — «Еңеү паркы» участкаһы һәм 2017 йылдың 16 мартында Солнцево линияһының «Еңеү паркы» — «Раменки» учаскаһы асыла. Пилонлы өс көмбәҙле станция бик тәрәндә тора, уның платформалары утрау формалы. Мәскәү метрополитенының иң тәрән станцияһы.
Еңеү паркы | |
Автомагистраль системалары | Мәскәү метрополитены[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 2003 |
Кем хөрмәтенә аталған | Еңеү паркы (Мәскәү) |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дорогомилово[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 6 май 2003 |
Киләһе туҡталыш | Славянский бульвар[d], Киевская[d], Минская[d] һәм Деловой центр[d] |
Тимер юл һыҙаты | Арбатско-Покровская линия[d] һәм Солнцевская линия[d] |
Число сторон платформ | 4 |
Платформа эргәһендәге тимер юлы юлдары һаны | 4 |
Оборудован | эскалатор[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 165 |
Еңеү паркы Викимилектә |
Вестибюль
үҙгәртергәБашта станциянан вестибюлға сығыу урыны берәү генә була — залдың көньяҡ көнбайыш ҡабырғаһында, әммә 16 мартта, 2017 йылда, икенсе эскалатор ауышлығы төҙөлә, ул төньяҡ залын вестибюль менән бәйләй. Мәскәү метрополитенының ике платформаһындағы эскалаторҙың оҙонлоғо — 126,8 метр, бейеклеге күтәрелгәндә — 63,4 метр[1], сәфәр оҙонлоғо - 180 секунд. Унан аванзалға күтәрелергә була, ә артабан унан ҡыҫҡа эскалатор буйлап (күтәреү бейеклеге — 3,6 метр[1]) — ер аҫты вестибюленә сығырға мөмкин. Был вестибюль юл үткәүелдәре менән Кутузов проспекты менән бәйләнгән. Артабан проспекттан Барклай урамы, Триумфаль арка һәм Поклонный тауындағы Еңеү паркына барырға мөмкин. 9 май көнө көньяҡ вестибюленән бары тик Еңеү паркына ғына сығырға мөмкин.
|
Архитектура һәм биҙәү
үҙгәртергәПилонлы өс көмбәҙле ер аҫтында тәрән ятҡан станция индивидуаль проект буйынса монолит бетондан яңы технологиялар ҡулланылып төҙөлә. Монолит бетон бешерелгән металл опалубка менән ҡапланған. Станция ике бойондороҡһоҙ залдан тора, улар ике үткәүел менән тоташҡан.
Станцияның биҙәү темаһы — Бөйөк ватан һуғышы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы.[2]. Көнсығыш һәм төньяҡ ҡара һоро мәрмәр менән көпләнгән. Ике зал-биҙәге «көҙгөлө» — пилоны һәм стеналарының береһе аҡ, икенсеһе — көрән. Зал иҙәнендә биҙәге лә ике төрлө: төньяҡ залда ҡыҙыл һәм һоро шымартылған гранит, көньяҡта — һоро һәм ҡара. Ике зал да кәрниз аҫтына йәшерелгән яҡтыртҡыстар менән яҡтыртыла.
Үткәүелдәрҙең береһенең стенаһында орден һәм миҙалдар төшөрөлгән — Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордены; «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.», «Японияны еңгән өсөн», "Алтын Йондоҙ"миҙалы, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары бар[3].
|
|
Төҙөү
үҙгәртергәПроекттың баш инженеры — В. А. Шмерлин[3].
Аванзал архитекторҙары — В. В. Некрасов, А Ю. Орлов һәм В. О. Сычева[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список станций Московского метрополитена
- Катастрофа в Московском метрополитене
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Александр Кибовский. «Парк Победы» майского периода // Новая газета. — 2003. — 20 мая.
- ↑ 3,0 3,1 Метро станцияһы «еңеү паркы» moscowalk.ba
- ↑ Метро станцияһы «Еңеү паркы, Арбатский-Покровка линияһы» MsMap.ba
Һылтанмалар
үҙгәртергәЕңеү паркы (Мәскәү метро станцияһы) Викимилектә | |
Еңеү паркы (Мәскәү метро станцияһы) Викияңылыҡтарҙа |
- Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Сайт «Московское метро» . Дата обращения: 22 ғинуар 2018.
- Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Сайт «METRO.Фотоальбом» . Дата обращения: 22 ғинуар 2018.
- Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Сайт «Прогулки по метро» . Дата обращения: 22 ғинуар 2018.
- Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Сайт «Энциклопедия нашего транспорта» . Дата обращения: 22 ғинуар 2018.
Алдан килеүсе: {{{предшественник}}} |
{{{список}}} {{{годы}}} |
Һуңынан килеүсе: {{{преемник}}} |
Алдан килеүсе: {{{предшественник}}} |
{{{список}}} {{{годы}}} |
Һуңынан килеүсе: {{{преемник}}} |
Алдан килеүсе: {{{предшественник}}} |
{{{список}}} {{{годы}}} |
Һуңынан килеүсе: {{{преемник}}} |