Ехидна (мифология)
Ехи́дна, Эхидна (боронғо грек телендәἜχιδνα, һүҙмә-һүҙ «ҡара йылан») — боронғо грек мифологияһы ярым ҡатын-ҡыҙ-ярым йылан рәүешендә һүрәтләнгән алиһә (дракайна)[4].
Ехидна | |
бор. грек. Έχιδνα | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Атаһы | Форкий[d], Хрисаор[d], Peiras[d] һәм Тартар[d] |
Әсәһе | Кето[d], Каллироя[d], Стикс[d] һәм Гея |
Бер туғандары | Фива[d] |
Хәләл ефете | Тифон[d] |
Внебрачный партнёр | Зевс һәм Геракл |
Балалары | Сфинкс, Немейский лев[d], Гелон[d], Орф[d][1], Агафирс[d], Скиф[d], Цербер[2][1], Лернейская гидра[d][1], Химера[d][3], Ладон[d], Эфон[d], Кроммионская свинья[d], Колхидский Дракон[d], Скилла (мифология) һәм Горгон[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Ехидна Викимилектә |
Форкия менән Кетоның Киликия Аримдарында ер аҫтында йәшәгән ҡыҙы[5], йә Тартар менән Геяның ҡыҙы[6], йә Перанттың (Πείρας) һәм Стикстың ҡыҙы[7], йәки Фанеттың ҡыҙы[8].
Ике башлы эт Орфтың[9], өс башлы Церберҙы[10]ң, Лерней гидраһының[11], Немея арыҫланының (Тифондан йәки Орфтан), Химераның[12], Сфинкстың[13], Колхида аждаһаһының һәм Эфондың[14] (Прометейҙың бауырын суҡыған Зевстың бөркөтө) әсәһе.
Матур йөҙлө һәм йылан кәүҙәле, матурлыҡты һәм аяуһыҙлыҡты берләштергән ҡатын-ҡыҙ рәүешендә һүрәтләнә. Ҡайһы берҙә йөҙ башлы тип йөрөтәләр[15]. Аҙашҡан сәйәхәтселәрҙе тотоп ашай.
Пиндар әйтеүенсә, ул тыуғанда әсәһенең ҡарынын тишеп килеп сыҡҡан[16]. Тиберий уны Гай Калигуланың ехиднаһы менән сағыштыра[17].
Мифтарҙың төрлө варианттарында Ехиднаны Геракл йәки Эдип үлтерә. Тағы бер вариант буйынса, йоҡлаған саҡта Аргус быуып үлтерә[18].
Башҡа мәҙәниәттәрҙә
үҙгәртергәРим яулап алған Галлия аша Ехидна көнбайыш провинцияларына тарала. Мәҫәлән, Көньяҡ Францияның халыҡ риүәйәттәрендә (Прованс һәм (Лангедок) ҡурҡыныс йыртҡыс вуивре (йәки утлы йылан) тураһында һөйләйҙәр. Ул «билгә тиклем ҡыҙ кеше кеүек, ә билдән аҫҡа табан крокодил ҡиәфәтле». Һәм был «вуивр»ҙың маңлайында «ут» (карфункул) яна. Йыртҡыс йылғала һыу ингәндә, ул ҡиммәтле ташты яр буйында ҡалдыра, әйтерһең дә, «таштан айырыла». Легендаға ярашлы, хәйлә ҡороп, был ташты урлай алған кеше бығаса күрелмәгән бәхеткә ирешәсәк: «вуивр ташы» уға бөтә ер аҫты хазиналары асыла ярҙам итә[19]:107-108.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Любкер Ф. Echidna (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 448.
- ↑ Любкер Ф. Inferi (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 661—663.
- ↑ Любкер Ф. Chimaera (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 281.
- ↑ Гесиод. Теогония 295—305
- ↑ Гесиод. Теогония 295—305
- ↑ Аполлодор. Мифологическая библиотека, II 1, 2
- ↑ Эпименид, фр. 5 Якоби = Павсаний. Описание Эллады VIII 18, 2
- ↑ Орфика, фр. 58 Керн
- ↑ Гесиод. Теогония 309
- ↑ Гесиод. Теогония 310; Гигин. Мифы 151
- ↑ Гигин. Мифы. Введение 39
- ↑ Гесиод. Теогония 319—325; Гигин. Мифы 151
- ↑ Гесиод. Теогония 326; Гигин. Мифы 151
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека II 5, 11
- ↑ Аристофан. Лягушки 473
- ↑ Плутарх. Почему божество медлит с воздаянием 32
- ↑ Светоний. Калигула 11
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека II 1, 2
- ↑ С.Ахметов. «Беседы о геммологии». — М.: «Молодая гвардия», 1989. — 237 с. — ISBN 5-235-00499-X.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека II 1, 2; 3, 1; 5, 10—11; III 5, 8; Э I 1
- Эхидна / А. А. Тахо-Годи // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 675.
- Echidna // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- Эхидна, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ехидна «Уйлап сығарылған йән эйәләре энциклопедияһы» сайтында
- Ехидны «Уйлап сығарылған йән эйәләре энциклопедияһы» сайтында