Эдип (лат. Οἰδίπους, Oidípous,лат. Oedipus) боронғо грек мифологияһында[1] — Фива батшаһы Лай һәм Иокастаның улдары[2].

Эдип һәм Сфинкс

Бала сағы

үҙгәртергә

Оракул Фива батшаһы Лайға Иокастаға өйләнһәң, үлемең үҙ улыңдан буласаҡ, ти. Лай, оракулды тыңламай, Иокастаға өйләнә[3]. Улы тыуғас, үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, ул сабыйҙың аяҡтарын үтәнән-үтә тиштереп, Эдипты Киферон тауы итәгендә ташлап китергә ҡуша. Тыуыуына өсөнсө генә көн булғанда, ҡышын[4], Эдип тауҙарҙа, Киферон далаһында ташлап ҡалдырыла. Унда уны Коринф көтөүсеһе таба[5].

Көтөүсе малайҙы Коринф батшаһы Полибҡа алып бара[6]. Батша уны үҙенең улы һымаҡ итеп тәрбиәләй, уға Эдип («шешкән аяҡлы») тигән исем бирә. Бала Тенея тигән ерҙә Коринфта үҫә[7].

 
Энгр Жан Огюст ДоминикЭдип һәм Сфинкс,1808, 1827

Эдип үҫеп буй еткергәс, йәштәштәре уның үгәй бала булғанлығында ғәйепләйҙәр. Эдип Дельфаға китә[8]. Дельфий күрәҙәсеһе Пифия аша[9] Эдипҡа атаһын үлтереп, әсәһенә үҙ әсәһенә өйләнәсәген әйтә.

Быны ишеткәс, Эдип атаһы тип иҫәпләгән Полибтан алыҫыраҡ булырға теләп, Фиваға китә. Дельфаға барған юлда[10], ул ҡырандас осрата. Ҡырандас уның аяғын тапай, ә унда Лай ултырған була. Эдип күсер менән әрләшеп китә лә уны үлтерә, һуңынан ҡырандаста ултырған атаһын үлтерә[11][12]. Шунан Эдип өҫтөндәге ҡанды шишмәлә йыуа, шишмәне һуңынан Эдиподия тип йөрөтә башлайҙар[13].

Фива юлында Эдип Сфинксты осрата. Лайҙың енәйәте өсөн Гера алиһә сфинксты Фиваға ебәрә. Лай уйындарҙа Фригия батшаһының улы Хрисипты оҡшатып урлай. Егет ғәрлегенән үҙен-үҙе һәләк итә. Ошо енәйәтенә Гера асыулана ла инде.

Сфинкс Фикей тауында үтеп барған юлсыларҙы ҡарауыллап ултыра. Сфинкс бөтәһенән дә: «Кем иртән дүрт аяҡта, төшөн ике аяҡта, кисен өс аяҡта йөрөй? Дүрт аяҡта йөрөгән сағында уның көсө башҡа ваҡыттарҙан күпкә кәм була?» - тип һорай[14]. Яуабы кеше була. Сабый сағында дүртаяҡланып имгәкләй, ҡартлығында таяҡ менән йөрөй. Һорауға яуап бирмәгән кешеләрҙе сфинкс ашап бара. Эдип сфинкс һорауына яуап биреп, ҡаланы сфинкстан азат итә. Бының өсөн уны Фиваның батшаһы итеп һайлайҙар. Эдип Лайҙың тол ҡатыны Иокастаға өйләнә, йәғни үҙ әсәһенә[15][16]). Уларҙың Этеокл, Полиник тигән улдары һәм Антигона, Исмена тигән ҡыҙҙары тыуа.

Енәйәте өсөн (белмәй эшләнһә лә) аллалар Эдипты язаға тарттырыу өсөн Фиваға чума сирен ебәрәләр[17] һәм шәһәрҙән Лайҙы үлтереүсе ҡыуылмайынса чума бөтмәйәсәген әйтәләр. Дөрөҫлөктө белгәс, Иокаста аҫылына. Эдип енәйәтен белгәс, үрһәләнеп үҙен-үҙе һуҡырайта[18].

Улдары аталарын һанға һуҡмай башлағас, Эдип уларҙы ҡарғай[19].

 
Антигона һәм Эдиптың Фиванан сығып китеүҙәре

Артабан Эдип Антигона ҡыҙының оҙатыуында Фиваны ташлап сығып китә, ер йөҙөндә оҙаҡ гиҙеп йөрөгәндән һуң Колонда Эриний храмында үлә[20]. Ҡәбере Эренийҙа Афинала[13][15][21][22][23]

 
Эдип Колонала

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.657-659, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.482-483
  2. Псевдо-Аполлодор.
  3. Эдип // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Аристофан. Лягушки 1190
  5. Софокл. Царь Эдип 716—719, 1026—1035
  6. Эдип // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  7. Страбон.
  8. Софокл. Царь Эдип 779; Гигин. Мифы 67
  9. Пиндар.
  10. Софокл. Царь Эдип 734
  11. Еврипид. Финикиянки 37-46; Гигин. Мифы 67
  12. Софокл. Царь Эдип 811
  13. 13,0 13,1 Павсаний.
  14. Софокл. Царь Эдип 392—399
  15. 15,0 15,1 Гомер.
  16. Эпикаста // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  17. Софокл. Царь Эдип 22-30
  18. Эсхил. Семеро против Фив 778—784; Софокл. Царь Эдип 1270—1279
  19. Фиваида, фр.2 Бернабе; Софокл. Эдип в Колоне 1375—1379; Еврипид. Финикиянки 766
  20. Еврипид. Финикиянки 1706; Павсаний.
  21. Софокл. Эдип в Колоне 42
  22. Гесиод. Перечень женщин, фр.192 М.
  23. Схолии к Софоклу. Эдип в Колоне 91 // Примечания В. Н. Ярхо в кн. Софокл. Драмы. М., 1990. С.552-553