Кесе Шатаҡ
Кесе Шатаҡ (рус. Малиновка) — Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан Бишитәк һыртындағы бейек тау[1].
Кесе Шатаҡ (Малиновка) | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1152 м |
Урынлашыуы | |
54°00′32″ с. ш. 58°31′57″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКирәл, Бишитәк тауҙары Мәлиҙәк һыртына ҡарай, тип раҫлай урындағы халыҡ. Был тауҙың Еләкташ, Еләкле һәм Әберсә тигән атамалары ла бар, тип яҙылған «Ҡыҙыҡлы топонимика» сайтында.
Кесе Шатаҡ тауы Белорет ҡалаһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тауҙағы ағастарҙы интенсив ҡырҡыу сәбәпле, буш ҡалған урынды ҡурай еләге ҡыуаҡтары баҫып алғандан һуң, тауҙы Малиновая йәки Малиновка тип атай башлағандар.
Кесе Шатаҡ тауының абсолют бейеклеге — 1152 м, оҙонлоғо — 6 км, киңлеге — 1—2 км. Битләүҙәре текә. 1026 (Катушка), 1100 (Ҡапҡа-Таш) һәм 1141 метр бейеклегендәге түбәләре бар[2].
Кесе Шатаҡ тауының рельефында конус формаһындағы 2 ҡаялы түбә айырылып тора. Таш ишелмәләренән барлыҡҡа килгән таш йылғалар бар.
Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. Ландшафы кәкре ҡайынлыҡтар һәм тау болондары менән алмашынған шыршы‑аҡ шыршы урмандарынан тора[3].
Этимологияһы
үҙгәртергәТопонимист А. К. Матвеев үҙенең «Географические названия Урала. Топонимический словарь» тигән хеҙмәтендә: «Һырттың башҡортса атамаһы — Бишитәк (һирәк осраҡта - Биштау). Оло Шатаҡ (Шатаҡ) оронимдың башҡорт атамаһының урыҫса үҙгәртелеүе. Оронимдың карталарҙа һәм махсус хеҙмәттәрҙә осраған варианттары (Шатаҡ, Шайтан, Шатаг) тау исемен хаталы ҡулланыу өлгөһө булып тора. И. И. Лепехин XVIII быуатта уҡ тауҙың Шатак тигән урыҫса формаһын ҡулланған. Бишитәк тигән башҡортса атамаһы "Биш итәк", "Биш битләү" тигәнде аңлата. Һыртта, ысынлап та, биш түбә бар. Һирәк осраған атамаһы — Биштау» тип билдәләгән[4][5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Тәрж. И.М.Япаров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Малиновка башҡортса нисек аталған?
- Матвеев А. К. Топонимический словарь
- 70767926_456239113%2F420c35bdd909035cf6%2Fpl_post_-70767926_1942 Видео "Хребет Шатак"
- Гора Малиновая – один из символов Белорецка и место съёмок "Вечного зова"
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тәрж. И.М.Япаров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 70767926_456239113%2F420c35bdd909035cf6%2Fpl_post_-70767926_1942 Хребет Шатак
- ↑ Тәрж. И.М.Япаров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Матвеев А. К. Топонимический словарь
- ↑ Малиновка башҡортса нисек аталған?