Еләктау (һырт)
Еләктау (рус. Ягодный хребет) — Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһындағы тау һырты.
Еләктау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1018 метр |
Географияһы
үҙгәртергәЕләкле һырт күрше субъекттар — Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең , Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығыш биләмәһендә, Кама һыу бассейны округына ҡараған Төлөк йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Башҡортостандың Учалы һәм Белорет райондарында ятҡан Әүәләк һыртының төньяҡ өлөшөнә параллель рәүештә, шулай уҡ Башҡортостандың Кесе Ирәмәл һәм Силәбе өлкәһендәге Үренге тау һырты араһынан һуҙылып киткән, дөрөҫөрәге, орографик йәһәттән ул Үренгенең өлөшө булып тора һәм Ирәмәл тауы менән бәйләй[2]. Еләктау һыртының көнбайышын һәм төньяҡ-көнбайышын Береҙек йылғаһы аймай, унан ары Нөргөш тауы һырты ята.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЕләктауҙың оҙонлоғо 16 км самаһы, киңлеге 2,5 км тирәһе. Тау нигеҙе майҙаны — яҡынса 32 км2. Иң бейек нөктәһе Балтик системаһы буйынса — 1132,9 м[3].
Һырт битләүҙәре ағаслыҡтар менән ҡапланған, урта йәштәге ҡайын, шыршы, өлгөргән ҡарағай һәм һәм ҡырҡындыларҙа яңы ҡалҡып килгән сауҡалыҡтар үҫә. Субальп болондар ҙа осрай.
Һырт массивын филлит, аргиллит һәм күмерле һәүерташтар, алевролиттар һәм үрге протерозой ҡомташтары тәшкил итә.
Тау үңерҙәре һаҙмырт; Бында Әй, Береҙек, Төлөк йылғалары баш ала. Итәктәрендә артыш ҡыуаҡтары йәйелеп ята, ҡыҙыл һәм күк көртмәле, ҡурай еләге һәм башҡа еләктәр күп. Атамаһы ла шунан сыҡҡан
Этимологияһы
үҙгәртергәУрыҫ телендәге Ягодный хребет атамаһы башҡорт телендәге Еләктау тигәндән килеп сыҡҡан тигән аңлатма бар[4] Силәбе өлкәһе топонимдары белгесе, географы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә шундай уҡ аңлатма бирә[5][6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Описание хребта Уреньга | Туры по Южному Уралу 2021 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Хребет Ягодный
- ↑ Хребет Ягодный, гора//На Урале 2021 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области