Днепр (ҡала)
Днепр (укр. Дніпро; 2016 йылға тиклем — Днепропетровск) — Украиналағы ҡала. Днепропетровск өлкәһенең административ үҙәге.[1]. Халыҡ һаны буйынса Киев, Харьков һәм Одессанан ҡала илдә дүртенсе. Советтар Союзында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң өсөнсө баш ҡала итеп төҙөлә[2]. Совет Украинаһының эре сәнәғәт үҙәге, СССР-ҙың ядро, оборона, космос программаларының үҙәге[3] . Хәрби промышленность өҫтөнлөгө булғанға 1990 йылдарға тиклем Днепропетровск ябыҡ ҡала була. Ҡара металлургия, металл эшкәртеү, машиналар төҙөү үҫешкән.
Ҡала | |||||
Днепр укр. Дніпро | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Ҡала башлығы |
Булавка Галина Ивановна (и.о.) | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Днепропетровск | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
162.42 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
989 437 кеше (2015) | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+380 56(2) | ||||
Почта индексы |
49000-49489 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Атамаһы
үҙгәртергәҠала үҙенең Екатеринослав тигән тәүге исемен ике осорҙа: 1776 йылдан 1796 йылға тиклем һәм 1802 йылдан 1926 йылға тиклем йөрөтә. Беренсе фараз буйынса ҡалаға исем императрица Екатерина II хөрмәтенә, икенсе фараз буйынса изге Екатерина Александрийская исеме хөрмәтенә бирелгән[4].
1796—1802 йылдарҙа ҡалаға Новороссийск исеме бирелә. Ҡаланың исемен алыштырыу Павел I-нең әсәһе императрица Екатерины II тураһында хәтерҙе юйырға теләүе менән аңлатыла. Павл I үлгәндән, ҡала халҡы һорауы буйынса, император Александр I 1802 йылда ҡалаға тәүге исемен ҡайтара.
1926 йылда ҡала исеме Днепропетровск тип үҙгәртелә. Днепр һүҙенән, һәм ҡалала хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған совет партия һәм дәүләт эшлеклеһе Г. И. Петровский исемен ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән.
2016 йылдың 19 майында Украина Юғары Радаһы декоммунизации сиктәрендә Днепропетровск ҡалаһының атмаһын рәсми рәүештә Днепр тип үҙгәртте[5][6].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Рудой Борис Петрович (1941—10.02.2006), ғалим-инженер-механик. 1963 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—2006 йылдарҙа эске яныулы двигателдәр кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1983—1987 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре[7].
Эске бүленеше
үҙгәртергәҠала һигеҙ районға бүленгән:
- Яңы Кодак районы
- Үҙәк районы
- Чечеливка районы
- Соборы районы
- Шевченко районы
- Амур-Түбенге Днепр районы
- Индустриаль районы
- Һамар районы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Основные и интересные факты о городе Днепропетровск
- ↑ Charles Wynn. Workers, Strikes, and Pogroms: The Donbass-Dnepr Bend in Late Imperial Russia, 1870—1905
- ↑ Дніпропетровськ — столиця ракетобудування — Дніпропетровськ — космічна столиця 2010 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Максим Кавун. Сколько имен у Днепропетровска? ЧАО «Сегодня Мультимедиа» (2006). Дата обращения: 2015-7-26.
- ↑ Проект Постанови про перейменування міста Дніпропетровська Дніпропетровської області
- ↑ Рада переименовала Днепропетровск в Днепр 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рудой Борис Петрович (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт города Днепр 2014 йыл 22 март архивланған. (укр.)