Евразия берлеге
Евразия иҡтисади берләшмәһе менән бутамаҫҡа.
Евразия берлеге | |
Байраҡ | |
Евразия берлеге Викимилектә |
Евразия берлеге (рус. Евразийский союз, ЕАС; бел. Еўразійскі саюз, ҡаҙ. Еуразиялық одақ) — элекке совет дәүләттәренән торған берҙәм сәйәси, иҡтисади, хәрби, таможня, гуманитар һәм мәҙәни даирәле конфедератив берләшмә проекты өсөн ҡаралған атама. Ваҡытлы матбуғатта йыш ҡына «Евразия берлеге» терминын Евразия иҡтисади берлеге (рус. Евразийский экономический союз, ЕАЭС) менән бутайҙар.
2013 йылда Белоруссия менән Ҡаҙағстандың сәйәси лидерҙары Евразия берлеген ойошторорға йыйынмауҙары һәм милли суверенитеттарҙы һаҡлау маҡсатында иҡтисади интеграцияны ғына яҡлауҙары тураһында белдерә[1][2][3][4].
Терминдың тарихы
үҙгәртергәСССР тарҡалғандан һуң XX быуат аҙағы — XXI быуат башында элекке совет республикаларының йәмәғәтселеге һәм ҡайһы бер сәйәсмәндәре араһында элекке совет биләмәһендә тығыҙ интеграция булдырыу идеяһы тарала. Уны айырыуса яҡлаусылар араһында Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаевты[5], Рәсәй президенты Владимир Путинды, фәйләсүфтәр һәм сәйәсмәндәр Александр Дугинды[6], Александр Панаринды, ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовты атайҙар.
Евразия берлегенең кәрәклеге тураһында әле 1920-се — 1930-сы йылдарҙа уҡ классик евразиясылар Н. С. Трубецкой, П. Н. Савицкий һәм Г. В. Вернадский яҙған була. Улар Советтар Союзын яйлап Евразия берләшмәһенә әүерелдереүҙе, коммунистик идеологияны евразия идеологияһына әйләндереүҙе күҙҙә тота.
Европа менән Азия Совет Республикалары Берлегенең — Европа-Азия Берлегенең ентекле проекты СССР тарҡалмаҫ элек академик А. Д. Сахаров тарафынан тәҡдим ителә.
СССР тарҡалғанда ҡаралған конфедератив Суверен Дәүләттәр Союзын ойоштороу проекты тормошҡа ашырылмай, СССР урынына бер-береһе менән насар ғына бәйләнгән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ) халыҡ-ара (дәүләт-ара) берекмәһе хасил була.
Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев проектына ярашлы (1994 йылдың марты), тәүҙә Евразия берлегенә элекке СССР-ҙың биш республикаһы — Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан — инергә тейеш була.
XX һәм XXI быуаттар сигендә Рәсәй менән Белоруссия тәүҙә Берлек, шунан Союздаш дәүләт ойоштора, киңерәк Берлек булдырыу ихтыяжы ла һаҡлана.
Евразия берлеге проекты ҡағыҙҙа ғына ҡала, ләкин 2010 йылдың декабрендә ЕврАзЭС саммитында уға йән өрөлә[7][8].
Ҙур Евразия Берлеге
үҙгәртергәЕвразия берлеген булдырыу идеяһы менән бергә Ҙур Евразия Берлеген ойоштороу ниәте лә йәшәй. Был проект, Ҡытайҙы, Һиндостанды, Иранды һәм Европа менән Азияның башҡа илдәрен дә индереп, киң интеграцияны күҙҙә тота. Эксперттар фекеренсә, был берлектең контурҙары концепция менән билдәләнмәгән, уларҙы ҡабул ителгән килешеүҙәр, рәсми сәфәрҙәр һәм берлектәге хәрби күнекмәләр буйынса ғына төҫмөрләргә була[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Казахстан против создания Евразийского парламента. Астана ТВ, 18 сентября 2013 года 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Лукашенко: Единой валюты и «наднациональных надстроек» в Евразийском экономическом союзе не будет, восстановление СССР — нежелательно и неразумно
- ↑ Лукашенко не видит необходимости в единой валюте и политической надстройке в ЕЭС
- ↑ Назарбаев раскритиковал политизацию Евразийского экономического союза 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Мария Перова. Евразийство Назарбаева. 2017 йыл 30 ғинуар архивланған. // Центр Востока и Запада, 9 сентября 2011 г.
- ↑ Александр Дугин 2011 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Путин В. В. Новый интеграционный проект для Евразии — будущее, которое рождается сегодня // «Известия», 03.10.2011 г.
- ↑ Грызлов Б. В. Будущее за нами — «Единая Россия» на деле доказала, что способна решать стоящие перед страной задачи (недоступная ссылка) // Независимая газета, 15.11.2011 г.
- ↑ Алексей Тома Российско-китайский союз против американской «стратегии анаконды» // REGNUM / Геополитика.ру, 08.09.2012 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Владимир Путин, Новый интеграционный проект для Евразии — будущее, которое рождается сегодня // «Известия», 03.10.2011.
- Назарбаев Н. Речь Перспективы евразийской интеграции. Астана, 2004 г.
- Назарбаев Н. Речь Проект Евразийского Союза: проблемы и перспективы интеграции. (недоступная ссылка) Астана. 2009 г.
- Назарбаев Н. Речь От Евразийского Университета к евразийскому экономическому сообществу. Астана. 2000 г.
- Сообщество сторонников Евразийского Союза в «Живом Журнале»
- 5 причин, почему стоит полюбить Евразийский союз