Дүртөйлө (Дәүләкән районы)

(Дюртюли (Давлекановский район) битенән йүнәлтелде)

Дүртөйлө (рус. Дюртюли) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[2]. Почта индексы — 453402, ОКАТО коды — 80222828001.

Ауыл
Дүртөйлө
башҡ. Дюртюли
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Көрмәнкәй ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°08′35″ с. ш. 55°04′05″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1695

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

317[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453402

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 222 828 001

Код ОКТМО

80 622 428 101

Номер в ГКГН

0520210

Дүртөйлө (Рәсәй)
Дүртөйлө
Дүртөйлө
Дүртөйлө (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Дүртөйлө


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 317 146 171 46,1 53,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 14 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Яйыҡ-Ҫыбы-Мең, 1865—1926 йылдарҙа Әлшәй районы,1926-1930 йылдарҙа Дәүләкән улусында, 1930 йылдан Дәүләкән районында.1919-1923 Дүртөйлө ауыл Советы, 1926 йылдан Көрмәнкәй ауыл Советы составында.1870 йылда советник Александр Фёдорович Раёв Бәләбәй өйәҙе Дүртөйлө участкаһынан 1298 дисәтинә ер алғаны теркәлгән. Ауылға 1735 йылға тиклем Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1695 йылдан документтарҙа күренә. 1795 йылда 15 йортта яһаҡлы татарҙар менән бергә 70 кеше йәшәгән, 1865 йылда 65 йортта — 343 кеше. Малсылыҡҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 4 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Совет осоронда ауыл халҡы «Башкурдистан», Салауат исемендәге колхозда эшләй. Халҡы: 1906 йылда — 369 кеше; 1920 йылда — 460 кеше; 1939 йылда — 387 кеше; 1959 йылда — 371 кеше; 1989 йылда — 323 кеше; 2002 йылда — 308 кеше; 2010 йылда — 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләкән гимназияһы № 3 филиалы), мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3][4].

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

Дим урамы (рус. Дёмская (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Ярыштау урамы (рус. Ярыштау (улица))

Археологик ҡомартҡылар

үҙгәртергә

Ауылдан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта Бура мәҙәниәтенә ҡараған Дүртөйлө ҡурғандары урынлашҡан.

Сәхәбә ерләнгән тау.

  Ауыл эргәһендәге тауҙа Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илсеһе, сәхәбә Усман Ярыштауҙа ерләнеүе тураһында халыҡ электән белгән. Был хаҡта Дәүләкәндең тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейында ла мәғлүмәттәр һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәхәбә ерләнгән урында кәшәнә лә торған, әммә совет власы нығын­ған һайын дини йолалар менән бергә ҡоролмалар ҙа юҡҡа сыға­рыл­ған. Оҙаҡ йылдар Ярыштау башында ҡәберҙең урыны ғына беленеп торған. 2014 йылда ҡәберлеге кәртәләп алына һәм таҡтаташ ҡуйыла.[6]  

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә