Дүртөйлө
Дүртөйлө — ҡала. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Дүртөйлө | |
Дүртөйлө | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1795 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Дүртөйлө |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1] |
Административ-территориаль берәмек | Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 31 185 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Почта индексы | 452320 |
Рәсми сайт | admdurtuli.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1722 |
Урындағы телефон коды | 34787 |
Дүртөйлө Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1964 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба, 1989 йылдын республика әһәмиәтендәге ҡала. 2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Трапезников Василий Николаевич (23.10.1957) — спортсы, йәйәнән уҡ атыу буйнса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Шәхси иҫәптә СССР-ҙың абсолют чемпионы (1982), РСФСР чемпионы (1981), Европа Кубогын яулаусы (1995)[3].
- Эдуард Әғзәми (5.11.1937), журналистика ветераны, яҙыусы, 1961 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 25235 | 12078 | 13157 | 47,9% | 52,1% |
2002 йыл 9 октябрь | 29984 | 14275 | 15709 | 47,6% | 52,4% |
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҡтисады
үҙгәртергәНефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.
Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.
Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.
Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (Өфө — Ҡазан—Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).
Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.
Халҡы
үҙгәртергә
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Трапезников Василий Николаевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғафаров Ғ. Ә. Дүртөйлө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Мой город» проектында ҡала тураһында
- Дюртюли 2008 йыл 30 май архивланған.