Дэнни Трехо
Дэн (Дэни) Трехо (ингл. Dan «Danny» Trejo; 16 май 1944 йыл) — — Америка актёры, тыумышы менән Мексиканан, кинематография өлкәһендә башлыса кире персонаждар ролен башҡарыусы булараҡ билдәле. Роберт Родригестың «Ҡояш байығандан атҡанға тиклем» (1, 2, 3), «Шпион балалары» (1, 2, 3, 4), «Мачете» (1, 2) һәм «Йыртҡыстар» тигән фильмдары буйынса киң танылыу алған.
Дэнни Трехо | |
Danny Trejo | |
| |
Исеме |
Daniel Trejo, Jr |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1985—хәҙерге ваҡыт |
Йүнәлеше | |
IMDb | |
Дэнни Трехо Викимилектә | |
Йәшлек йылдары
үҙгәртергәДэни Трехо Лос-Анджелеста сығышы менән Мексиканан булған америкалылар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Дан Трехо төҙөүсе булған. Трехо — Американың билдәле кинорежиссёры Роберт Родригестың өс туған энеһе. Хәйер, был «Дыуамал» фильмын төшөргән саҡта ғына асыҡлана. Ошонан һуң Роберт ҡустыһын үҙенең бер нисә фильмында төшөрә.
Йәш сағында Трехо үҙенең өлкән туғаны менән енәйәт эштәрендә бутала һәм яйлап героинға ылыға. Уны күп тапҡыр ҡулға алалар һәм кесе йәштәге енәйәтсе булараҡ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Урам йоғонтоһо аҫтында уның боксерлыҡ һәләте үҫешә һәм ул артабан үҙ юлын ошо юҫыҡта дауам итергә уйлай. Әммә хыялы оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә эләгеүе арҡаһында селпәрәмә килә. Талауҙар һәм наркотиктар өсөн уның 12 йыл ғүмере Холмсбург төрмәһендә үтә. Иркенән мәхрүм ителгәс, Трехо Пенсильвания штатында бокс буйынса еңел һәм урта ауырлыҡтағы категориялар араһында чемпион титулын яулай. Шул уҡ ваҡытта Дэнни «12 аҙым» тигән программа буйынса реабилитация үтеп, наркотикка бәйлелектән ҡотола.
Әле енәйәтселәр ролен башҡарып, Дэнни йәштәргә бындай юлдың ахырыһы төрмә йәки ҡәбер икәнлеген аңлатырға тырыша.
Ижади карьера
үҙгәртергәТөрмәнән ҡотолғас, Дэнни «Поезд-ҡасаҡ» фильмын төшөргән төркөмгә барып эләгә. Ҡасандыр үҙе лә иркенән мөхрүм ителгән Эдвард Банкер Трехоны Роберт Родригес өсөн бокс буйынса тренер сифатында эшкә саҡыра. Дэнниҙың нисек эшләүен диҡҡәт менән күҙәтеп барған режиссёр Андрей Кончаловский үҙенең фильмында роль тәҡдим итә.
Трехоның кинематографиялағы бына тигән карьераһы ошонан башлана ла инде. Ул башлыса гангстерҙар һәм ҡара эслеләр ролдәрен башҡара. Фильм һәм сериалдарҙа ике йөҙләп роль башҡара. Америка рэперы Tech N9ne «Йәшерен материалдар» сериалының һигеҙенсе сезонында (миҙгелендә), 8X06 «Үлтереш» эпизодында уйнай. Шулай уҡ «Тәүәккәл хужабикәләр» телесериалында (2-се миҙгел, 8-се эпизод) ҡыҫҡа ролдәр башҡара.
1996 йылда Трехо Sepultura Attitude төркөмө клибында уйнай. 2000 йылда «Текә Уокер: Техасса хөкөм итеү» сериалында Чак Норис менән бергә ҡыҫҡа ғына ролдәр башҡара. Был фильмда ла ул башҡарған герой йәш гангстерҙарҙың йәшәү рәүешен өнәп етмәй.
«Иң ауыр һынауҙарға» сериалында Мексика ошаҡсыһы образын кәүҙәләндерә. «Һөйәктәр» сериалының алтынсы миҙгелендә 6X9 «Эҙәрмән» эпизодында священник ролен башҡара. 2008 йылда Broiler — Money.2008 йылда америка рэперы Tech N9ne клибына Like Yeah исемендә төшә. 2011 йылда Американың Maylene And The Sons of Disaster тигән сатерн-рок төркөмө клибында роль башҡара. 2012 йылда Yelawolf — Whistle Dixie, 2015 йылда — Slayer — Repentless, 2016 йылда Broiler — Money клиптарында төшә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Дэнни Трехо темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Danny Trejo (инг.) Internet Movie Database сайтында
- Дэнни Трэхо: биография и роли. 2010 йыл 14 сентябрь архивланған. (Вторая часть 2010 йыл 14 сентябрь архивланған.)