Дунашова Татьяна Сергеевна
Дунашова Татьяна Сергеевна (27 ғинуар 1921 йыл — 7 май 2005 йыл) — СССР һәм Рәсәй халыҡ кәсептәре рәссамы, скульптор-керамист, Гжель фарфоры буйынса белгес. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1977 йылдан СССР, 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ (1992) рәссамы.
Дунашова Татьяна Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1921 |
Тыуған урыны | Турыгино[d], Сельское поселение Новохаритоновское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе |
Вафат булған көнө | 7 май 2005 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Турыгино[d], Сельское поселение Новохаритоновское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Сергеевна Дунашова 1921 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһе Раменский районының Турыгино ауылында нәҫелдән килгән керамистар ғаиләһендә тыуған, уның олатаһы һәм атаһы көршәк яһаусылар булған[1].
1935 йылда урта мәктәптең ете синыфын тамамлағандан һуң артель производствоһында эшләй башлай, балсыҡ әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә һәм уларға майлы буяу менән биҙәк һала. Һуңыраҡ фарфор цехына күсә — ваза, һауыт-һаба һәм скульптуралар яһай. Рәссам булмағанлыҡтан һүрәттәрҙе үҙе төшөрә, рәсемдәрҙе алдан әҙерләмәй, композицияны шунда уҡ һала[2].
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән РККА сафына саҡырыла, 1941 йылдан һуғыш аҙағынаса ВНОС ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, һауаны күҙәтә һәм дошмандың һөжүм ҡурҡынысы тураһында хәбәр итеү, шулай уҡ үҙ ғәскәрҙәренең һауа һөжүменә ҡаршы хәрби сараларын йүнәлтеү менән шөғөлләнә[1].
1945 йылда Совет Армияһы сафынан демобилизацияланғандан һуң Гжель фарфоры буйынса халыҡ кәсептәре рәссамы булып эшен дауам итә. Турыгин фарфор заводында һынлы сәнғәт цехында эшләй, 1972 йылдан — «Гжель» берекмәһе рәссамы. Татьяна Дунашоваға формалар булдырыуҙа ла, шулай уҡ биҙәк һалыуҙа ла индивидуаль ижади алым хас[3]. 1972 һәм 1973 йылда Т. С. Дунашова СССР ВДНХ-да ҡатнаша һәм үҙ эштәре өсөн ВДНХ миҙалдарына лайыҡ була.
Т. С. Дунашова күп һанлы экспозициялар һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша:
- Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләре — «Халыҡ ижады һәм художество сәнәғәте» (1951), «Рәссамдар-халыҡҡа» (1983), «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 45 йыл» (1990), Рәсәй рәссамдары әҫәрҙәренең VIII күргәҙмәһе (1992).
- Республика күргәҙмәләре — «РСФСР-ҙың халыҡ-ҡулланма һәм декоратив-һынлы сәнғәте» (1956—1957), ҡулланма графика (1963), «Совет Рәсәйе» (1960, 1965, 1968, 1970, 1975, 1980, 1985, 1991), «РСФСР предприятиелары сәнғәт әйберҙәренең күпләп төрҙәре» (1973), «Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығы» (1977), «Тыуған ил буйлап» (1981, 1983, 1987).
- Мәскәү өлкәһеһе күргәҙмәләре — «Октябрҙең 40 йыллығы» (1957), «Сәнғәт һәм көнкүреш» (1961), «Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығы» (1967), рәссамдар әҫәрҙәренең — Мәск өлкәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының II, III, IV һәм V күргәҙмәһе (1967, 1968, 1969, 1971), «Минең Мәскәү яны» (1968), «СССР-мәғарифына 50 йыл» (1972), «Беҙҙең замандаш» (1974), «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» (1975)' КПСС-тың «XXV», «XXVI» һәм «XXVII» съездарына арналған күргәҙмәләр (1976' 1981, 1986), «Бөйөк Октябрь 60- йыллығы» (1977), "ВЛКСМ-ға 60 йыл " (1978), «СССР-ҙың мәғарифына 60 йыл» (1982), «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 40 йыллығы» (1985), «КПСС-тың XIX партия конференцияһы» (1988), «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 45 йыл» (1990), «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» (1995)' «биҙәү-ҡулланма сәнғәте» күргәҙмәһе (1995).
- Зона күргәҙмәләре — «Берҙәм сафта» (1964, 1967), «Үҙәк. Төньяҡ өлкәләр» (1969, 1974), «Мәскәү» (1980, 1984, 1990).
- Мәскәү Рәссамдар союзының юбилей күргәҙмәһе — «20 йыл МООСХ» (1968), «МООСХ 25 йыл» (1972), «МООСХ 50 йыл» (1996)[3].
С. Т. Дунашова 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, 1991 йылдан — Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы[3]. 1978 йылда «Мәскәү өлкәһе „Гжель“ производство берекмәһендә юғары художестволы керамик әйберҙәр эшләгәне өсөн» Т. С. Дунашова И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһна лайыҡ була.
С. Т. Дунашоваға 1982 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы», 1999 йылда «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» исеме бирелә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1992)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1982)
- РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы (1978 — «Мәскәү өлкәһе „Гжель“ производство берекмәһендә юғары художестволы керамик әйберҙәр эшләгәне өсөн»)
- ВДНХ миҙалдары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Дунашова Татьяна Сергеевна . Палата народных промысел и ремёсел. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Дунашова Татьяна Сергеевна.Палата народных промысел и ремёсел.Дата обращения 27 апреля 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 1300 биографий : художники Московской области : иллюстрированная художественная энциклопедия / гл. ред. В. Ф. Карпов; рук. авт. коллектива С. М. Харламов. — Москва : 2002 г. — 436 с. — ISBN 978-5-91487-021-5
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- 1300 биографий : художники Московской области : иллюстрированная художественная энциклопедия / гл. ред. В. Ф. Карпов; рук. авт. коллектива С. М. Харламов. — Москва : 2002 г. — 436 с. — ISBN 978-5-91487-021-5
- Якимчук Н. Искусство Гжели. — М. : Советская Россия, 1985. — С.35—38.
- Григорьева Н. Художественная керамика Гжели и Скопина. — Л.: Искусство, 1987. — С.46-48.
- Дулькина Т., Григорьева Н., Астраханцева Т. Гжель. Керамика XVII—XIX в. Керамика XX в. — М.: Планета, 1989. — С.80—99.— ISBN 5-85250-110-7.
- Логинов В., Скальский Ю. Эта звонкая сказка — Гжель. — М. : Сварог,1994. — С.62-66.— ISBN 5-900436-02-0.
- Горожанина С. В. Народные художественные промыслы Подмосковья. — М.: Мелихово, 2006 . — С.89. — ISBN 5-94663-301-5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дунашова Татьяна Сергеевна . Дата обращения: 27 апрель 2020.