Дунай Иванович (рус фольклоры)
Дунай Иванович (Дунай батыр) — урыҫ былиналарында иң популяр батыр образдарының береһе. Былинаның өс төп геройынан айырмалы рәүештә (Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алеша Попович), Дунай Иванович — трагик персонаж. Дунай Ивановичтың ҡатыны Настася Королевишна яугир-ҡатын-ҡыҙ, баһадир ҡатын (ҡара: поленица) даны алған[1].
Дунай Иванович | |
| |
былина батыры | |
Мифология |
Славян мифологияһы |
---|---|
Урыны |
Русь |
Ҡатыны | |
Бәйле персонаждар | |
Происхождение | |
Телгә алынған |
|
Дунай Иванович Викимилектә | |
Төп геройы Дунай Иванович булған былина сюжеттары
үҙгәртергәС. А. Азбелев иҫәпләгән 53 героик былина сюжеттары араһында Дунай Иванович уларҙың өсәүһенең төп геройы булып тора (Азбелев төҙөгән күрһәткес буйынса № 22 — 24[2]).
22. Дунай Иванович һәм королева 23. Дунай Ивановичтың Добрыня Никитич менән алышы 24. Дунай Иванович — ҡоҙа (Дунай һәм Добрыня Никитич кенәз Владимирға кәләш табып бирә)
Һуңғы сюжет боронғо эпоста иң популяр сюжеттар иҫәбенә инә: Азбелев уның ун төрөн (24А-24К) айырып күрһәтә; төрлө хикәйәселәрҙән яҙылған айырым варианттар һаны тиҫтәләрсә иҫәпләнә.
Былиналарҙа Дунай Ивановичтың яҙмышы
үҙгәртергәДунай менән Добрыня батша ҡыҙы Апраксаны кенәз Владимирға яусылау өсөн Литваға юллана. Дунай элек Литва короленә хеҙмәт итә, шуға ла уны ҡоҙа итеп һайлайҙар. Дунай тәүҙә элекке хужаһына яңғыҙ килә. Нимәгәлер асыулы король уны тәрән келәткә бикләй, әммә уға ярҙамға атынан төшмәгән Добрыня килә, ул литва дружинаһын тар-мар итә. Король ҡыҙы Апраксаны батырҙар менән Киевҡа ебәрә.
Икенсе сюжет, ҡағиҙә булараҡ, тәүгеһенең дауамы булып тора: баҡтиһәң, Литва батшаһының икенсе ҡыҙы ла — Апраксаның һеңлеһе Настасья була, элек уның менән Дунай араһында йәшерен мөхәббәт була. Дунай, был бәйләнеш арҡаһында бәләгә тарығас, Настасья уны палачтарҙан һатып ала һәм Киевҡа ҡайтара. Рус батырҙары Апраксаны алырға килгәс, Настасья Дунайға иғтибар итмәй. Ҡайтышлай батырҙар эҙ күрә. Дунай эҙ буйлап китә һәм батыр менән осраша, уның менән алыша. Уны еңгәндән һуң, дошманында Настасьяны таный. Ул уға үткәндәрҙе иҫенә төшөрә, һәм Дунай, тағы ла хистәргә бирелеп, Настасьяны Киевҡа саҡыра.
Киевта икеләтә туй: Владимир менән Апраксаның һәм Дунай менән Настасьяның туйҙары. Байрамда Дунай үҙенең батырлығы, ә Настасья йәйәнән атыуҙа мәргәнлеге теүәллеге менән маҡтана. Настасья Дунайҙың башындағы көмөш балдаҡ аша өс тапҡыр үтә ата. Дунай ҡатынының өҫтөнлөгөн ҡабул итмәй һәм ҡурҡыныс һынауҙы кире вариантта ҡабатларға ҡуша: балдаҡ хәҙер Настасьяның башында, ә Дунай ата. Дунайҙың уғы Настасьяға тейә һәм ул үлә. Дунай уның йөклө булыуын күрә. Дунай ҡылысына ташлана һәм ҡатыны янында үлә, ҡанынан Дунай йылғаһы барлыҡҡа килә.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- «Дунай» исеме, моғайын, оҙаҡ ваҡыт Рәсәйҙә ҡулланылғандыр. Галиция-Волын йылъяҙмаһында 1281, 1282 һәм 1287 йылдарҙа кенәз Владимир Васильевичтың воеводаһы Дунай тураһында телгә алына[3]. 1606 йылда крәҫтиән Дунай Самсонов (Арзамас) телгә алына[4].
- Рәссам Константин Васильев ике тапҡыр «Дунайҙың үлеме» сюжетына мөрәжәғәт итә.
- Дунай терминының йырҙарҙа һәм эпостарҙа киң таралыуы Көнсығыш Европала VIII—X быуаттарҙа Дунай славяндарының (ҡара: Бөйөк Моравия) төрлө төркөмдәренең Көнсығыш Европала киң таралыуы менән аңлатыла, улар Көнсығыш славян мөхитенә Дунайҙың сағыу образын һәм культын (Дунай — муллыҡ иле, ата-бабалар иле, сик буйы йылғаһы) алып килгән[5]. Дунай йылғаһы образы Көнсығыш славяндар мифологияһына һәм йолаларына, тормошона үтеп инә. Ул йыш ҡына йырҙарҙа һәм туй йоларында телгә алына. В. Ягич, Дунай тураһында фольклор уның килеп сығышы менән ысын Дунай йылғаһы менән бәйле, тип иҫәпләгән. Шул уҡ ваҡытта көнсығыш славян телдәренә яңы һүҙҙәр ҙә инә. Мәҫәлән, элекке «ҡаған» терминын алмаштырған көнсығыш славяндар термины «кенәз»[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Филевич И. П. История древней Руси. Т. I. Территория и население. 2022 йыл 11 февраль архивланған. — Варшава, 1896
- ↑ Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. Л.: Наука, 1982. — С. 288—289.
- ↑ ПСРЛ. Т. 2. Ипатьевская летопись. М.: 1998. — Стб. 884, 885, 887; стб. 888; стб. 909, 910
- ↑ Веселовский С. Б. Ономастикон. М.: Наука, 1974. — С. 103
- ↑ Валентин Седов. [history.wikireading.ru/98535 Миграция славян из Дунайского региона]. Историко-археологическое исследование // Славяне. М.: Языки славянской культуры, 2002.
- ↑ Sedov V. V. O migrací Slovanů ze středního Podunaji do východní Evropy (О переселении славян из Среднего Подунавья в Восточную Европу) // Velká Morava mezi východem a západem 2021 йыл 25 апрель архивланған.. Brno: Archeologický ústav AV ČR, 2001 p. 339—347
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дунай / Иванов В. В., Топоров В. Н. // Мифологический словарь / гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М. : Советская энциклопедия, 1990. — С. 197—198. — ISBN 5-85270-032-0.
- Дунай Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Тихомирова О. Ю. Былина о Дунае : образ невесты-богатырши // Русская речь. — М., 2002. — № 5. — С.90-95.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дунай и Настасья королевична (Молодец и королевична) (feb-web.ru)