Дон-плаза
Дон-плаза — Дондағы Ростов ҡалаһы үҙәгендә дүрт йондоҙло ҡунаҡхана
Дон-плаза | |
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 1973 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | публичная компания[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Рәсми асылыу датаһы | 17 июль 1973 |
Рәсми сайт | donplaza-hotel.ru |
Тарихы
үҙгәртергә«Интурист» ҡунаҡханаһы тарихы 1954 йылдың 1 июлендә башлана, ул саҡта СССР-ҙың тышҡы сауҙа министрының 326-сы бойороғо буйынса Дондағы Ростовта ВАО «Интурист» агентлығы ойошторола, уға ҡалаға килеүсе сит ил делегацияһын ҡаршылау һәм сит ил клиенттарын хеҙмәтләндереү буйынса Үҙәктең башҡа заданиеларын үтәү йөкмәтелә. Агентлыҡ штатында бөтәһе өс кенә кеше була: мөдир, шофер һәм инспектор. Агентлыҡ тәүге йылда 206 сит ил кешеләрен ҡабул итә һәм хеҙмәтләндерә ала. Беренсе ҡунаҡтары булып Даниянан ике турист була.
1955 йылға ҡунаҡтар ағымы 3 меңгә тиклем арта, улар башлыса Болгария, Франция, АҠШ һәм Германия Демократик Республикаһынан килә. Ҡунаҡхана хеҙмәттәренә ихтыяж артыуға ҡарамаҫтан, ҡалала бер генә «Дон» ҡунаҡханаһы була, унда сит ил ҡунаҡтары өсөн 65 урын бүленә, ванна бүлмәләре менән 8 номер ғына тәьмин ителә.
1964 йылдан Ростов йыл һайын уртаса 5 меңдән ашыу туристы ҡабул итә башлай. Ҡала Советтар Союзының туристик үҙәктәренең береһенә әйләнә. Матди базаны арттырыу кәрәклеге барлыҡҡа килә: яңы ҡунаҡханалар, магазиндар, ресторандар талап ителә. 1966 йылда СССР-ҙың Министраҙар Советы янындағы сит ил туризмы буйынса идаралығы Дондағы Ростовта «Интурист» ҡунаҡханаһын төҙөү буйынса техник документацияны раҫлай.
1972 йылдың октябрендә комплекс төҙөлөшө тамамланыуға табан бара. Ошо уҡ айҙа «Вечерний Ростов» гәзитендә «Интурист» ҡунаҡханаһына 12 һөнәр буйынса эшкә ҡабул итеүҙәр тураһында иғлан баҫылып сыға. Күбеһе теләк белдәрә, тәүге айҙа меңдән ашыу кеше анкета тултыра. Һайлап алыуҙа белеме, йәше, эш тәжрибәһе һәм партияла тороуы иҫәпкә алына.Һайлап алынған кандидатуралар махсус курстарға уҡырға ебәрелә. 1973 йылдың июненә 120 ҡунаҡхана хеҙмәткәре, 30 ашнаҡсы һәм кондитерҙар, 45 официант, 6 механик һәм 8 лифтсы һөнәри әҙерлек үтә. Етәксе вазифаһына һайланғандар туранан-тура Главинтурист квалификацияһы институтында уҡый.
1973 йылдың 17 июлендә — Ростовта «Интурист» . ҡунаҡханаһының тыуған көнө. Ошо көндә Дәүләт комиссияһы Энгельс урамындағы «Интурист» 1973 йылдың 26 июлендәге Главинтуристың 184-се һанлы бойороғонда былай тип әйтелә: «792 урынлыҡ туҡланыу блогы менән 507 урынлыҡ „Интурист“ «ҡунаҡханаһын Ростов өлкәһе буйынса „Интурист“ бүлексәһе балансына тапшырырға[1]. Дондағы Ростовтың „Интурист“ ҡунаҡханаһын 1973 йылдың 17 июлендә файҙаланыуға тапшырырға». Тәүге сит ил ҡунаҡтары булып Германия Федератив Республикаһынан килгән ирле-ҡатынлы Хельмуттар, Насс һәи Арсис тора. Сит ил кешеләренә . совет граждандары өсөн сәйер булған хеҙмәттәр күрһәтелә: валюта алмаштырыу пункттары, халыҡ-ара телефон элемтәһе, ҡала һәм өлкәһе буйынса гид-тәржемәсе оҙатыуында экскурсиялар, шулай уҡ ипподром буйлап «Рус өслөгөндә» шыуыуҙар.
1974 йылда проек авторы Л. П. Пушков, баш архитектор В.И. Симонович һәм УНР-112 начальнигыЮ.Ю, Костенко РСФСР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була[2]. Ростов «Интурист» ҡунаҡханаһы тәүге эшләгән йылында 60 илдән 37 мең сит ил кешеләрен ҡабул итә. Килеүсе туристарҙың төп ағымы Чехословакия, ГДР, Франция, Болгария һәм Финляндиянан була. Уларҙың 11 меңе үҙ автомобилдәрендә, 8 меңе — сәйәхәт караптарында, 4 меңе — самолеттарҙа, 2 меңе — «Дуҫлыҡ» поездарында килә. 1990 йылға «Интурист» ҡунаҡханаһы арҡаһында Дондағы Ростов менән ярты миллион самаһы сит ил кешеһе таныша.
1992 йылда дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә ҡунаҡхана комплексы базаһында «Дондағы Ростов ҡалаһында «Интурист» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөлә. Илдәге иҡтисади көрсөк туристик әүҙемлеккә лә сағыла. Сит ил ҡунаҡтарының ағымы һиҙелерлек кәмей, ә ҡунаҡхана комплексы барыһынан да нығыраҡ бөлгөнлөккә төшә. «Интурист» ҡунаҡханаһын офис бинаһы итеп яңынан ҡороу идеяһы актуаль булып китә. Төбәктәге һиҙелерлек иҡтисади тотороҡлоҡ ҡунаҡхананы эшлекле туристарға йүнәлештә билдәләй. 2004 йылда «Интурист» реконструкция кисерә, һөҙөмтәлә ҡунаҡханала конференц-зал, бизнес-үҙәге барлыҡҡа килә. 2007 йылда Дон-Плаза тип аталған ҡунаҡхана туризм буйынса федераль агентлыҡтың «4» йондоҙ категорияһына лайыҡ булған рәсми сертификатын ала[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠунаҡхана бинаһы тимер бетондан ун алты ҡатлы бейек йорт алюминий, пластмасса, акустик плиткалар менән көпләнгән[4].
Ҡала үҙгендә күтәрелеп торған ҡунаҡхана Оло Баҡса урамы һәм Киров скверында районында урынлашҡан. Киров скверы ҡунаҡхана комплексы менән тәбиғи бәйле була.
Ҡунаҡхананың интерьерҙарын биҙәүҙә дон тематикаһы күҙәтелә. Залдары һәм бүлмәләре ағас, алюминий, гобелен, декоратив рәшәткәләр, ковролин иҙәндәр, кессон түшәмдәр кеүек ҡиммәтле әйберҙәр һәм материалдар ҡулланып башҡарылған. Бүлмәләре фин мебелдәре менән йыһазландырылған һәм үҙенсәлекле яҡтыртҡыстар менән биҙәлгән. Интерьерын биҙәүҙә скульпторҙар Ю. Александров, И. Казанский һәм рәссамдар Андронов һәм Егоршин ҡатнаша[5]. Грунт һыуҙары кимәле юғары булыу арҡаһында канализация селтәрҙәренән һәм Ростов һыуһаҡлағысынан һыуҙар ағып сыға һәм бинаның фундаменты әленән-әле һыу аҫтында ҡала[6].
«Дон-Плаза» компанияһы
үҙгәртергә«Дон-Плаз» компанияһына, ҡунаҡхана идаралығы, Дон-Плаза ҡунаҡханаһы, «Амадей» лобби-бары, Mein-Herz рестораны, «Гипноз» ир-ат клубы инә. Компания идаралығы аҫтында халыҡ-ара Hyatt Regency Rostov Don-Plaza конгресс үҙәге — дөйөм майҙаны менән яҡынса 100 мең квадрат биналар комплексы төҙөлөшө алып барыла[7][8][9].
Милекселәре һәм етәкселеге
үҙгәртергә- Игорь Викторович Горин — компания президенты;
- Андрей Владимирович Демишин — компанияның беренсе вице-президенты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Жилищное строительство. — М.: Госстройиздат, 1974. — С. 644.
- ↑ История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья «Советская архитектура 60-80-х гг.»
- ↑ Портал про гостиничный бизнес RPOHOTEL — Как вырастить гостиничную сеть: «От „Интуриста“ до Don-Plaza»
- ↑ Ордена Ленина Ростовская область . Rostov-Region. Дата обращения: 14 февраль 2017.
- ↑ Советская архитектура 60-80-х гг. Rostov-Region. Дата обращения: 14 февраль 2017.
- ↑ Градостроительство в советский период . Rostov-Region. Дата обращения: 14 февраль 2017.
- ↑ Hyatt Regency Don-Plaza Rostov возродился 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Hyatt Regency Don-Plaza Rostov вывели на кредитную линию
- ↑ Юг России: гостиничное оцепление 2019 йыл 1 май архивланған.