Форекс баҙарында һәм халыҡ-ара финанстарҙа донъя валютаһы йәки глобаль валюта тигәндә интернациональ түләүҙәрҙең күп өлөшөн үткәрә торған һәм төп резерв валюта булып хеҙмәт иткән валюта аңлана. 2009 мартында, глобаль иҡтисади кризис һөҙөмтәһендә, Ҡытай[1] һәм Рәсәй донъя валютаһы ролен кисекмәҫтән ҡайтанан ҡарау мәсьәләһен күтәрә башланы. БМО эксперттары төркөмө әле ғәмәлдә булған АҠШ доллары системаһын Халыҡ-ара валюта фондының «SDR» системаһына, йәғни махсус үтес хоҡуғына алмаштырырға тәҡдим итте[2].

Валюталар, уларҙың кем тарафынан сығарылыуына һәм нимә менән тәьмин ителеүенә ҡарап, төрлө булырға мөмкин. Параметрҙарҙың ниндәй булыуына ҡарап, аҡса төрҙәре лә төрлө була.

Өҫтөнлөк итеүсе глобаль резерв валюталары

үҙгәртергә

АҠШ доллары

үҙгәртергә

Бреттон-Вуд конференцияһынан (1944 йыл) һуң, күп дәүләт валюталарының курсын алтынға алмаштырып була торған АҠШ долларының фиксацияланған валюта курсы менән сағыштырыр булдылар. Был АҠШ долларының глобаль валюта булараҡ өҫтөнлөк алыуына килтерҙе. XX быуат уртаһынан АҠШ доллары ғәмәлдә донъя валютаһы булып тора. Роберт Гилпин Глобальная политическая экономика: Понимание международного экономического порядка (2001) тигән китабында былай тип яҙҙы: «Приблизительно 40—60 % всех международных финансовых транзакций деноминированы в долларах. На протяжении десятилетий доллар является основной мировой резервной валютой; в 1996 году в долларах хранилось две трети всех валютных резервов центробанков».

Күпселек донъя валюталары үҙҙәренең курсын АҠШ доллары курсына бәйләй. Ҡайһы бер илдәр (Эквадор, Сальвадор һәм Панама) тағы ла арыраҡ китте һәм үҙҙәренең дәүләт валютаһынан баш тартты (ҡара: долларлашыу) һәм АҠШ долларына күсте. АҠШ доллары глобаль резерв валютаһы булып ҡалыуын дауам итә: валюта резервтарының 63,9%-ы долларҙа һаҡлана, 26,5%-ы — еврола (ҡара: Резерв валютаһы).

1999 йылдан АҠШ доллары евро тарафынан ҡыҫырыҡлана башланы, сөнки евро ҙурыраҡ күләмле иҡтисадты кәүҙәләндерә ине, уны дәүләт валютаһы итеп күберәк илдәр ҡабул итте. Евро төп резерв валюталарының береһе булған немец маркаһының (DM) статусын мираҫ итеп алды һәм шунан бирле рәсми резервтарҙа евровалюта өлөшө арта бара, еврозона илдәре сауҙаһы ла үҫә[3].

Долларға оҡшатып, ҡайһы бер илдәр үҙ валюталарының курсын евро курсына бәйләй башланы. Мәҫәлән, эстон кронаһы, болгар левы, Кабо-Верде эскудоһы һәм КФА франкы шундайҙарға инә.

Песо йәки испан доллары (XVI—XX быуаттар)

үҙгәртергә
 
Песо — испан доллары

Испан песоһы билдәле сауҙа тәңкәләренә инә. Талир тибындағы был көмөш тәңкә иң тәүҙә Карл I (1516—1556) тарафынан сығарыла һәм 8 реалға (исп. peso de à ocho — «һигеҙ [реал] өлөш», «һигеҙле») тиң була. Тәүге тәңкәләргә Испания гербы менән Геркулес бағаналары төшөрөлә. Карл III (1759—1788) ваҡытында бағаналар монарх портретына алмаштырыла, был портрет 1820—1823 йылғы революцияға тиклем ҡулланыла. Тәңкәләр Испанияла 1868 йылға тиклем ҡойола. Мексикала сығарылған көмөш  төп сеймал була. XIX быуат башында үҙаллылыҡ яулаған Мексика үҙ тәңкәләрен дә ҡоя башлай, был 1888 йылға тиклем дауам итә.

Испания һәм Мексика тарафынан бөтәһе 3 млрд тәңкә сығарыла. Улар Европала, Азияла, Африкала һәм Америкала әүҙем йөрөй, уларға оҡшаш тәңкәләр ҙә барлыҡҡа килә: испан йәки мексикан доллары (Төньяҡ Америка), шанхай доллары (Ҡытай), пиастр (Европала Франция, Пруссия, Дания, Британия), восьмерик (АҠШ-та; ингл. piece of eight), патакао (Ғәрәп илдәре, Португалия, Бразилия), патака (Төньяҡ Африка), макукин (Мексика), гурд (Франция һәм уның Вест-Инд колониялары), куруш (Төркиә, Мысыр), каролюс, колонато йәки колуннарио (Испанияның үҙендә).

Алтын стандарт (XIX—XX быуаттар)

үҙгәртергә

Беҙҙең осор (XXI быуат)

үҙгәртергә

Донъя валютаһын булдырыу йүнәлешендә етди аҙымдар 2009 йылда яһалды: Дәү егерме төркөмөндәге илдәр валюталары нигеҙендә Wocu (вокю) кәрзин валютаһы даими иҫәпләнә башланы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә