Халыҡ-ара валюта системаһы

Халыҡ-ара валюта системаһы, ХаВС (Международная валютная система, МВС) — илдәр араһындағы валюта мөнәсәбәттәрен, йәғни халыҡ-ара иҡтисади операцияларҙы, тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡҡа килтерелгән ойошмалар, ҡағиҙәләр, йолалар, килешеүҙәр һәм ҡоралдар тупланмаһы. Бреттон-Вудс конференцияһы (АҠШ) 1944 йылда үткәрелә, унда 44 дәүләт ҡатнаша. Төп бурысы — халыҡ-ара сауҙа иркен үҫә алһын өсөн валюта ликвидлығын тормошҡа ашырыу (алтын резервтары, сеймал, ниндәй ҙә булһа илдең финанс активтары, дәүләттәрҙән өҫтөн торған финанс активтары һ. б. ярҙамында).

ХаВС функциялары

үҙгәртергә

ХаВС функциялары:

  • Төп:
    • Көйләү (түләү баланстарында осраған һәм валюталар араһындағы мөнәсәбәттәргә йоғонто яһай торған диспропорцияларҙы бөтөрөү).
    • Ликвидлыҡ (резерв продукттарҙы, уларҙы барлыҡҡа килтереү формаларын һәм түләү баланстарындағы диспропорцияларҙы ҡаплауҙа файҙаланыу мөмкинлектәрен асыҡлау).
    • Идара итеү (ниндәйҙер кимәлдә Халыҡ-ара валюта фонды һәм айырым илдәрҙең үҙәк банктары кеүек ойошмаларға ҡағылышы булған компетенцияларҙы бүлеү һәм күҙәтеү).
    • Ошо рәүешле системаның тотороҡлолоғона ышаныс тыуҙырыу.
  • Икенсел функциялар:
    • Аҡса эмиссияһынан, эмиссия сығымдары менән валюта хаҡы араһындағы айырманан килемдәрҙе билдәләү.
    • Валюта курсы режимын яраштырыу.

Ошо һуңғы функция (алмашыу курстарын билдәләү механизмы) һуңғы осорҙа айырыуса бәхәсле һәм тотороҡһоҙ булып тора; атап әйткәндә, өс модель тирәләй фекер алышыу бара: тирбәлеүсе алмашыу курстары системаһы — һәр валютаның хаҡын баҙар ҡуя; фиксацияланған алмашыу курстары; идара ителеүсе курстар — бер валюталарҙың хаҡы ирекле, икенселәренеке дәүләт тарафынан, ә өсөнсөләренеке бер йәки бер нисә валютаға ҡарата тотороҡло ҡуйылған.

ХаВС нигеҙҙәре

үҙгәртергә

ХаВС ике яҡлы иҡтисади мөнәсәбәттәр халыҡ-ара структураға ғына түгел, ә күп яҡлы килешеүҙәргә, ҡағиҙәләргә бойондороҡло структураға әйләнгәндән һуң йәшәй башлай. Шунлыҡтан бөтә империяларҙа ла ХаВС-тың ябай ғына булһа ла төрө эш иткән. Шунлыҡтан әле антик донъяла уҡ берҙәм валюта, хатта бөтә донъя валютаһы индерергә ынтылған императорҙар булған. 800 йыл тирәһендә Бөйөк Карл үҙ империяһында яңы валюта системаһын (ливр, соль һәм денье) индерә лә уны башҡа илдәргә лә таратырға тырыша. Ләкин АҠШ долларына тиклем, алтын стандарт осороноң бар һуҙымында, 19 быуат уртаһынан алып 1931 йылғаса (ошо йылда Лондон бөтә донъя валюта системаһынан бөтөнләйгә сыға) был маҡсатҡа яҡынлашҡан берҙән-бер валюталар булып были испан көмөш пиастры менән стерлинг фунты торған.

ХаВС-та ихтыяж халыҡ-ара операцияларҙың (сауҙа, аҡса күсереүҙәр, инвестициялар һ. б.) төрлө илдәрҙең иҡтисади хәленә ҡараған, төрлө ышаныс кимәлендәге төрлө милли валюталар ярҙамында тормошҡа ашырылыуына бәйле. Был валюталар араһындағы операциялар валюта баҙарында бара. Уларҙың курстары һәр валюта өсөн яуаплы үҙәк банктар тарафынан көйләнеүсе ихтыяжға һәм тәҡдимгә бәйле. Ихтыяж валютаны файҙаланырға теләгән сит ил кешеләренә, ә тәҡдим илдең сит илдәрҙә операциялар үткәрергә йыйынған үҙ кешеләренә бәйле. Иҡтисадта йәки системаның рәсми алмашыу курстары тармағында валютаның арзанайыуы — девальвация, ә ҡиммәтләнеүе ревальвация тип атала.

ХаВС тарихы

үҙгәртергә

1870 йылдан алып бөгөнгәсә ХаВС-тың ойоштороу схемалары бер нисә тапҡыр алмашына. Уларҙы үрҙә телгә алынған функцияларға ярашлы өс дәүергә бүлеп ҡарарға мөмкин: алтын стандарт (1880—1914 һәм 1925—1931), идара ителә торған «йөҙөүсе» валюта курстары режимы (1918—1925 һәм 1973 йылдан әлегәсә) һәм Бреттон-Вудс системаһы, ул Халыҡ-ара валюта фонды тирәһендә төҙөлә һәм 1946—1973 йылдарҙа эш итә. Хәйер, уның төп учреждениелары һәм ҡайһы бер нормалары бөгөн дә йәшәй.

Алтын стандарт (1870—1914 һәм 1925—1931) осоронда ХаВС асылы алмашыу, иҫәпләшеү берәмеге һәм ҡиммәткә эйә депозит сараһы булараҡ алтын аҡсалар ҡулланыуҙан тора. Милли үҙәк банктар, үҙҙәренең алтын резевына ҡарап, аҡса сығара, уның валюта курсы фиксацияланған була, сөнки валюта алтындың миҡдарына буйһона. (Ләкин көмөш йәки башҡа металдарға бәйле алмашыу курстары ла урынлаштырылғылай). Был иһә алтыны булған һәм алтыны булмағын илдәр араһында тиңһеҙлек тыуҙыра, шулай ҙа ваҡыт үтә килә хәл көйләнә. Башта система һәйбәт эшләй: аҡса массаһы халыҡ-ара операцияларҙа хисаплашыу өсөн етерлек була, әммә сауҙа һәм милли иҡтисадтар үҫкән һайын уның етмәүе нығыраҡ һиҙелә бара. Илдә экспорт импорттан артығыраҡ булһа, ил алмашҡа алтын (йәки алтынға әйләндерелә торған валюталар) ала, һәм уның резервтары арта, ошо сәбәпле әйләнештә йөрөгән аҡса массаһы ла үҫә. Әйләнештәге аҡсаның күбәйеүе, тауар импортын арттырып һәм инфляция хасил итеп, үҙенән-үҙе диспропорцияны көйләй, һөҙөмтәлә дәүләттең үҙ тауарҙарына хаҡ күтәрелә, экспорт ҡыҫҡара. Әгәр илдең тышҡы сауҙаһы дефицитлы булһа, алтын резервтың кәмеүе аҡса массаһын да кәметә, импорт тауарҙарына эске ихтыяж ҡыҫҡара, дәүләттең продукцияһына сит илдәрҙә хаҡ төшә. Ләкин был системаның етди етешһеҙлектәре лә була. Тышҡы дефицит аҡса массаһын кәметтергән ил иҡтисади эшмәкәрлеген һүлпәнәйтергә мәжбүр була, эшһеҙлек көсәйә. Актив сальдолы илдәр өҫтөнлөклө хәлен «алтынды стерилләштереү» юлы менән оҙайтырға, аҡса әйләнешен һәм эшһеҙлекте шул рәүешле йүгәнләргә тырыша. Бының эҙемтәһе булараҡ, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында төп илдәр хәрби сығымдарын финанслауҙы арттырыу маҡсатында алтын стандарттан баш тарта. Һуғыш арҡаһында эшсе көстәр һәм етештереү ҡеүәттәре ныҡ кәмей. Һөҙөмтәлә хаҡтар арта, инфляция шәбәйә. Алтын стандартты яңынан ҡайтарыу хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра төшә. 1931 йылға үҙәк банктар араһындағы операцияларҙы башҡарыу өсөн ҡулланылған берҙән-бер валюта булып доллар ҡала.

1944 йылда, Бреттон Вудста Халыҡ-ара валюта фондын (ХаВФ) ойошторғанда доллар-алтын валюта стандарты булдырыла, ул 1972 йылға тиклем дөйөм валюта ролен үтәй. Бөйөк Британияның Бреттон Вудстағы вәкиле Джон Мейнард Кейнс донъя эмиссия банкы (ХаВФ шундай банкка әйләнергә тейеш була) һәм донъя валютаһы (уға банкор тигән исем ҡуша) булдырыу идеяһын тәҡдим итә. Бреттон Вудстағы АҠШ вәкиле Уайт уға ҡаршы төшә: «Нимәгә беҙгә яңы донъя валютаһы сығарырға, беҙҙең доллар бар бит инде. Нимәгә беҙгә донъя банкы, Федераль Резерв Системаһы бар ҙабаһа?» Шуға ҡарамаҫтан ХаВФ һәм Донъя Банкы ойошторола, беренсеһе — ХаВС-тың эшмәкәрлеген көйләү һәм контролдә тотоу өсөн, ә икенсеһе — үҫеште финанслауҙы яҡшыртыу маҡсатында. Бөтә илдәрҙә лә, тышҡы сауҙаға зыян килтермәй генә, тулы мәшғүллек һәм хаҡтар тотороҡлолоғон тәьмин итерҙәй ХаВС эшләү маҡсаты ҡуйыла. Артабан, үҙәккә долларҙы ҡуйып һәм алтынға һылтанып, фиксацияланған, ләкин төҙәтеүҙәр индереп була торған валюта курстары системаһы индерелә. Дәүләттәр валюта курсын тоторға тейеш була, шулай ҙа ХаВФ үҙ яғынан аңлатыу талап итмәйенсә йә ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә паритетты 10 % сиктәрендә үҙгәртергә лә рөхсәт итә. Долларҙағы алтын хаҡын билдәләгән Америка Ҡушма Штаттары ошо хаҡҡа, күпме тәҡдим ителә, шунса күләмдә алтын һатырға һәм һатып алырға йөкләмә ала. Башҡа валюталар үҙҙәренең курсын долларға ҡарата билдәләй. Был эшкә тәүгеләрҙән булып ҡушылған 44 банкка беркеүсе башҡа милли үҙәк банктар үҙ валюталарының курсын тотоу өсөн валюта баҙарҙарына ҡыҫылырға бурыс ала. Системаның етешһеҙлектәре була, ләкин иң ауыр проблема булып халыҡ-ара сауҙа үҫешенең АҠШ бойондороҡлолоғонда булмаған ликвидлы средстволарҙы күпләп талап итә башлауы тора.

1969 йылда яңы резерв инструменты барлыҡҡа килә: ХаВФ эмиссиялаған махсус үтес хоҡуҡтары, йәғни МҮХ (специальные права заимствования, СПЗ), индерелә. Ләкин хәҙер хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр тиңһеҙлегенән яңы проблема тыуа. Американың үҙ проблемалары (ауыл хужалығы культураларының уңмауы, Вьетнам һуғышының инфляция менән бәйле эҙемтәләре, долларҙы девальвациялау зарурлығы һ. б.) менән ҡушылып, ул 1971 йылда долларҙың алтынға алмаштырылыуынан баш тартыуға килтерә. Бреттон Вудста тыуған ХаВС-тың төп таяуҙарының береһе юҡҡа сыға. 1973 йылда валюталарҙың валюта баҙарҙарында ирекле «йөҙөүе» башлана. Шул саҡтан бирле хәл һаман үҙгәрмәй. Артабанғы өс тиҫтә йыл эсендә АҠШ баланстың ағымдағы статьялары буйынса оҙайлы дефицитҡа батты, был уны үҫештәге илдәрҙең бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк бурыслы илгә әйләндерҙе. ХаВФ-тағы реформалар һәм АҠШ-тың үҙ гегемонияһын тәьмин итерлек кредиттар табып тороуы арҡаһында система йәшәүен дауам итә. Тәүҙә — Европалағы активтарҙа (атап әйткәндә, немец активтарында), һуңынан — япон, 90-сы йылдарҙа — был иҡтисадтар икеһе лә ауыр хәлгә ҡалғанда — ҡайһы бер азиат дәүләттәре активтарында. Был финанслау эшенә Ҡытай(резервта 800 миллиард самаһы доллар) һәм күптән түгел Һиндостан (резервта 200 миллиардлап доллар) ҡушылды. Ошо сәбәпле евро, иена, юань (байтаҡ йылдар инде АҠШ уның ревальвацияһын тормошҡа ашыра алмай йонсой), ә хәҙер инде һинд рупияһы доллар гегемонияһының тамырын ҡорота.

1975 ХаВФ-ҡа индерелә торған иғәнәне 32,5 %-ҡа арттырыу, алтынға хаҡ ҡуйыуҙан баш тартыу һәм алтын резервтарын ҡайтанан баһалау тураһында килешеүҙәр төҙөлә. 1978 йылда алтынды әйләнештән сығарыу һәм резерв активы итеүҙән туҡтатыу өсөн фиксацияланған валюта курстарынан һығылмалы йәки күп факторлы курстарға күсергә тура килә. Ә 1992 йылдан ХаВФ үҙ өҫтөнә йөкләмәләрен үтәмәгән илдәрҙең махсус үтес хоҡуҡтарын туҡтатыу бурысын ала. Һөҙөмтәлә, ХаВС эшмәкәрлеген көйләр һәм фәҡир илдәргә түләү баланстары мәсьәләләрендә ярҙам итешер өсөн ойошторолған ХаВФ һәр осор проблемаларына ярашлы үҙгрештәргә дусар ителә[1]. Бөгөн уның составына 312 миллиард доллар күләмендәге иғәнәләр һәм 84 илгә 71 миллиард долларлыҡ бурысы булған 184 ил инә. Уны яптырырға теләүселәр аҙ түгел, шуға ҡарамаҫтан ул халыҡ-ара валюта хеҙмәттәшлеген үҫтереү, халыҡ-ара сауҙаның балансланған үҫешен һәм киңәйеүен, валюта тотороҡлолоғон тәьмин итеү, күп яҡлы түләүҙәр системаһын урынлаштырыу һәм түләү балансында мохтажлыҡтары булған ағза илдәргә ойошманың ресурстарын (тейешле гарантиялар менән) биреү йәһәтенән һәм башҡа йүнәлештәрҙә алмаштырғыһыҙ булып ҡалыуын дауам итә. ХаВФ-тың элгәрге президенты испан Родриго Рато реформа саралары тәҡдим иткәйне.

Ул сараларҙың һөҙөмтәлелеге ниндәй булыры билдәһеҙ, ә валюталар алмашыу күләме 2020 йылға — 100 тапҡырға һәм 2035 йылға 300 тапҡырға артасаҡ. 1980 йылдағы 5 биллион долларҙан 2000 йылға 83 биллионға еткән финанс активтары тағы ла күберәккә артасаҡ. Ошо уҡ арауыҡта дәүләт заемдары облигациялары менән операциялар — 30 миллиардтан 8 биллионға, ә халыҡ-ара банк кредиттары 24 биллиондан 2005 йылға 50 биллионға етте. Хәҙерге замандың казино-иҡтисады өсөн оҙаҡ ваҡытҡа отошло сиселеш булырҙай дөйөм бер валютаһыҙ бығаса күрелмәгән ҙурлыҡтағы финанс кризисы донъя үҫешенә янап торсаҡ. 1987 йылда уҡ The Economist Феникс (үҙ көлөнән яңырып тыуып торған мифологик ҡош) тигән валютаны барлыҡҡа килтерә башларға тәҡдим иткәйне, ул биш ҙур иҡтисадтың валютаһын (доллар, евро, иена, юань һәм рупия) алмаштырыу курстарын тотороҡландырып торорға тейеш ине.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Международный договор
  • Банки развития
  • Европейский центральный банк
  • Банк международных расчётов
  • Донъя банкы
  • Парижский клуб
  • Лондонский клуб
  • Экономическое сотрудничество
  • Экономический кризис
  • Теория развития
  • Офшор
  • Долг и развитие
  • Валюта
  • Замкнутая экономика и открытая экономика
  • Транснациональная компания
  • Международные отношения
  • Национальная стабильность
  • Национальное государство
  • Европоцентризм
  • Международный валютный фонд
  • Глобалләшеү
  • Империализм
  • Экономическая интеграция
  • Независимость
  • Взаимозависимость
  • Фритредерлыҡ
  • Общий рынок
  • Неолиберализм
  • Новый мировой порядок
  • Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы
  • Развитые страны
  • Валютный стандарт
  • Энергетический кризис
  • Внешняя политика
  • Эске тулайым продукт
  • Протекционизм
  • Международная экономика
  • Европейский союз

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Книга 45 об организации и финансовых операциях МВФ, Международный валютный фонд, 2001