Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Ростов өлкәһенең Донецк ҡалаһындағы музей. Тулы атамаһы: «Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы[1].

"Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы" муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Музей 2017 йылда
Музей 2017 йылда
Асылған ваҡыты 2005
Урынлашыуы Ростов өлкәһе, Донецк ҡалаһы, Рәсәй
Директор Бондаренко Галина Яковлевна
Сайт museum-donetck.rnd.muzkult.ru/…
Логотип Викисклада "Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы" муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Викимилектә

Һүрәтләнеше һәм тарихы

үҙгәртергә

Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 2005 йылдың авгусында, Донецк ҡалаһының 50 йыллығына ҡарата асылған. Ҡалаға 1681 йылда, Дон казактары тарафынан, Гундоровская станицаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1955 йылда Северский Донец йылғаһы буйында урынлашҡаны буйынса хәҙерге исемен ала.

Донецк ҡалаһының бөтә тарихы музейҙа сағыла. Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 9 экспозиция залынан тора, уларҙа боронғо әйберҙәр, фотоһүрәттәр, документтар, китаптар, Дон казактарының көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. «Хәрби дан» залы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнашҡан донсы-фронтовиктарҙың, Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистарҙың исемдәре менән таныштыра. Витриналарҙа фотоһүрәттәр, наградалары, документтары, шәхси әйберҙәре һәм башҡа әйберҙәр урын алған. «Казак өйө» һәм «Казактарҙың көнкүреше» залдарында казактарҙың XVIII быуат аҙағы—XX быуат урталарындағы көнкүрешен сағылдырған көнкүреш әйберҙәре (аш-һыу кәрәк-ярағы, эш ҡоралдары, ҡул тирмәне) ҡуйылған. XIX быуат йорт туҡыу станогы айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. «Космонавтика» залында Донецк ҡалаһының почетлы гражданы космонавт Юрий Владимирович Усачев менән танышырға мөмкин. Залда уның шәхси әйберҙәре: эш кейеме, скафандр, шлем һ. б. тәҡдим ителә. Усачев Ю.В йыһанға дүрт осош яһаған, Рәсәй Федерацияһы Геройы. Ҡаланың сәнәғәте, уның барлыҡҡа килеү, үҫеш һәм сәскә атыу тарихы «Машиналар төҙөү», «Еңел сәнәғәт», «Күмер сәнәғәте» залдарында күрһәтелә. «Дон крайы тәбиғәте» залында төлкө, ҡуян, янут (урман эте) һымаҡ эт, терпе кеүек хайуандарҙың тары ҡуйылған. Ҡоштарҙан — өйрәк, көйөлдө, аҡ аҡҡош һәм башҡа күп ҡоштарҙың толобо бар. Яңы экспозициялар, күргәҙмәләр, коллекциялар менән Донецк ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары музейҙың «Күргәҙмәләр» залында таныша алалар.

Музейҙың «Күргәҙмәләр» залында күмәк саралар: танып белеү сәғәттәре, лекциялар, музей дәрестәре, презентациялар, тематик һәм музыкаль кисәләр үткәрелә.

Хеҙмәткәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Донецк тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы, директоры Галина Яковлевна Бондаренко
  • Фондтың баш һаҡсыһы — Наталья Геннадьевна Мазанкина
  • Музей предметтарын һаҡлаусы — Наталья Николаевна Золотовская
  • Кесе ғилми хеҙмәткәре — Валентина Егоровна Нестеренко
  • Музей-белем биреү эшмәкәрлеге — Тимощенкова Оксана Сергеевна
  • Күҙәтсе — Змеева Светлана Викторовна

Музей ошо адрес буйынса урынлашҡан: 346330, Ростов өлкәһе, Донецк ҡалаһы, Тыныслыҡ проспекты, 21.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Официальный сайт музея(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә