Татаринов Дмитрий Иванович
Татаринов Дмитрий Иванович (18 октябрь 1877 йыл — 25 июль 1956 йыл) — ғалим-терапевт, юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944) кавалеры
Татаринов Дмитрий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 18 октябрь 1877[1] |
Тыуған урыны | Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 июль 1956 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны |
Мәскәү император университеты[d] БДМУ |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Иванович Татаринов 1877 йылдың 18 октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ҡасабаһында [2] тыуған. 1901 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлай.
1901—1912 йылдарҙа Мәскәү университетының медицина факультеты ординаторы, клиника ассистенты. 1912—1914 йылдарҙа мәктәп табибы. 1914—1918 йылдарҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй земство союзы госпиталендә бүлек мөдире. 1918—1920 йылдарҙа Томск ҡала поликлиникаһы мөдире.
1920—1934 йылдарҙа Өфөнөң 2-се һәм 3-сө дауаханаларында терапия бүлеге мөдире.
1934—1956 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире булып эшләй. Башҡорт медицина институтында 3 кафедра ойоштора: эске ауырыуҙар пропедевтикаһы, госпиталь һәм факультет терапияһы. Эске ауырыуҙарҙы ғилми тикшеренеүҙәр үҫешенә, Башҡорт АССР-ында терапевтик хеҙмәтте барлыҡҡа килтереүгә ҙур өлөш индергән.
Төп фәнни хеҙмәттәре ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын, йөрәктәге физик кәмселекте, ревматизмды, сепсисты өйрәнеүгә арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1944).
ВКП(б) ағзаһы. 1-се һәм 2-се саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1956 йылда Өфөлә вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Татаринов Дмитрий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2022)
- профессор ТАТАРИНОВ Д. И. (1877—1956) 2018 йыл 25 сентябрь архивланған.. Башкирский государственный медицинский университет. Проверено 25 сентября 2018.