Кит һымаҡтар (лат. Cetacea) — тулыһынса һыуҙа йәшәргә яраҡлашҡан һөтимәрҙәр отряды. Кит һымаҡтар Ерҙә йәшәгән иң ҙур хайуандар.

Кит һымаҡтар

Горбатый кит (Megaptera novaeangliae)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cetacea Brisson, 1762

Ярым отрядтар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Фәнни исеме cētus — «диңгеҙ аждаһаһы» тигәндән килеп сыҡҡан. Рәсәй һыуҙарында 30 төр кит һымаҡтар тереклек итә.

Зәңгәр кит — был отрядтың иң эре вәкиле. Уның оҙонлоғо 33 метр, ауырлығы 150 тонна тирәһе була. Сағыштыру өсөн: киттың иң бәләкәйенең оҙонлоғо 1,1 метр, ауырлығы 30 килограмм самаһы.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Кит һымаҡтарҙың тәне шыма, тәндәрендә йөн япмаһы, тире биҙҙәре булмай. Алғы ослоҡтары яҫы ишкес һымаҡ була. Артҡы ослоҡтары юҡ.

Барлыҡ йәнлектәр кеүек үпкәләре ярҙамында һулыш алалар. Һыу мөхитенә яраҡлашҡан, тулыһынса һыу мөхитенә йәшәүгә күскән ҡоро ер хайуандары.

Бер тапҡыр һулыш алғанда 14 мең литр һауа һурҙырып алалар. Был һулыш һыу аҫтында 15—90 минут булырға мөмкинлек бирә.

Эхолокация ярҙамында хәрәкәт итәләр, ныҡ тәрән һыуҙа ла йүнәлеште дөрөҫ табалар.

Кит һымаҡтар урындан урынға күсеп йөрөйҙәр, хатта 10 мең км араны үтергә һәләтлеләр.

Уларҙың тән ҡатламы аҫтында 18—50 см май ҡатламы бар. Был ҡатлам тән температураһының даимилығын тәьмин итә һәм киттың сағыштырмаса тығыҙлығын кәметә.

Эволюция

үҙгәртергә
 
Мезонихий
 
Индохиус

Киттар, 50 млн йылдар элек ерҙә һәм ярым һыуҙа йәшәгән, ҡуш тояҡлыларҙан килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Борон китар, дельфиндар һәм диңгеҙ сусҡалары Мезонихии тигән һөтимәрҙәр төркөмөнән килеп сыҡҡан тип фаразлана. Был хайуандаор бүрегә оҡшаған булған, әммә һыйыр һәм боландарҙыҡы кеүек тояҡтары булған. Улар 60 миллион йылдар элек Тетис диңгеҙе буйында, хәҙерге Урта диңгеҙ һәм Азия континентының бер өлөшөндә йәшәгән.

Мезонихий һыу хайуандарын аулаған. Күп ваҡытын һыуҙа үткәргәнгә күрә, улар үҙгәреш кисергән. Уларҙың тәне шымарған ҡойроҡтары үҫеп сыҡҡан. Алғы ослоҡтары йөҙгөскә әйләнгән, артҡы ослоҡтары дегадация үткән. Тире аҫтында ҡалын май ҡатламы барлыҡҡа килгән, йөн ҡатламы юҡҡа сыҡҡан. Һулыш алыу еңәләһен өсөн танауҙары баштың өҫкө өлөшөнә күскән.

Хәҙерге молекуляр-генетик мәғлүмәт, кит һымаҡтар ҡуш тояҡлы гиппопотамдарға яҡын булыуын раҫлай[2]. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә киттарҙы ҡуш тояҡлылар отрядына индерергә һәм монофилек таксонда Cetartiodactyla тип атарға тәҡдим ителә.

Классификация

үҙгәртергә

Дөйөм ата-бабалынан өс ярым отряд бүленгән. 127 юҡҡа сыҡҡан һәм 38 бөгөнгө көндә йәшәгән төр билдәле: боронғо киттар (археоцеттар), мыйыҡлы (йәки тешһеҙ) киттар (мистакоцеттар) һәм тешле киттар(одонтоцеттар).

Тешле киттар

үҙгәртергә

Тешле киттар ярым отрядына йылға дельфиндары, кашалот һымаҡтар, дельфин һымаҡтар инә.

Хәҙерге тешле киттар ғаиләһендә йылға дельфиндары ғаиләһе иң боронғо ғаилә булып тора. Дельфиндар ныҡ хәрәкәтсән башлы һәм нәҙек моронло була. Балыҡ, маллюскалар һәм селәүсендәр менән туҡлана. Көньяҡ Америка, Һиндостан, Ҡытай йылғаларында тереклек итәләр.

Ҡашалоттар ғаиләһендәге киттарҙың башы ҙур була. Иң ҙүр кашалоттың оҙонлоғо 20 метрға етеүе мөмкин. Башы кәүҙәһенең оҙонлоғоноң өсен бер өлөшөн тәшкил итә. Кашалот башаяҡлы моллюскалар менән туҡлана. Улырҙы табыу өсөн тәрәнгә сумалар. Йәәү дәүере 50 йыл самаһы.

Тешһеҙ киттар

үҙгәртергә

Тешһеҙ китар ярыт отрядына эре китар инә. Шыма китар ғаиләһендә — Гренландия киты, көньяҡ китар, кәрле китар. Һоро киттар ғаиләһендә — һоро кит. Юлаҡсылар ғаиләһендә — зәңгәр кит, финвал, сайвал, юлаҡсы киттар.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Кит һымаҡтар бөтә диңгеҙ һәм океандарҙа таралған һәм күсеп йөрөҙәр. Күпселек төрҙәре көтөү менән йәшәй, төркөм ҙурлығы бер нисә йөҙҙән бер нисә меңгә етеүе мөмкин[3].

Ашау өсөн һыуҙы кит мыйығы — үҙенсәлекле һөҙөү аппараты аша һөҙөп, ҡыҫала һымаҡтар менән туҡланалар.

Туҡланыу, ғәҙәттә, махсуслаштырылған: киттар араһында планктофагтар, теутофагтар, ихтиофагтар һәм сапрофагтар осорай. Касаткалар —— балыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар һәм йылы ҡанлы ҡоштар һәм тюлендәр менән туҡланыусы киттар.

Киттарҙың ҡайһы бер төрҙәре (касаткалар, дельфиндар) бик шәп йөҙөүселәр, ҡайһы бер төрҙәре аҡрын йөҙөүселәр. Һыу өҫтөндә тәрәнгә суммай йөҙөүселәр һәм тәрәнгә сумыусы төрҙәр булыуы билдәле.

Киттар, башлыса моногамдар. Китар ике йылға бер үрсей. Ата кит йыл буйына аталандырырға һәләтле. Йөклөлөк төрлө төрҙәрҙә 7 айҙан 18 айға тилем дауам итә. Кит балаһын һыу аҫтында тыуҙыра. Яңы тыуған кит балаһының оҙонлоғо инә киттын оҙонлоғоноң өстән бере, ҡайһы саҡта яртыһын тәшкил итә. Яңы туған бала кит беренсе һулышын шарлы рефлекс ярҙамында һыу өҫтөнә сыҡҡас ала. Бала китның үҫешкән була, үҙалла хәрәкәт итеүғе хәләтле. Инә кит янында йөҙөп йөрөй. Инә киттың әсә инстинкты ныҡ үҫешкән. Балаһын һөт имеҙеп үҫтерә. Киттар 4-6 йәштә енси яҡтан өлгөрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хайуандар парафилия һы
  2. University Of California, Berkeley. UC Berkeley, French Scientists Find Missing Link Between The Whale And Its Closest Relative, The Hippo. ScienceDaily (2005, February 7). Дата обращения: 1 февраль 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  3. Лоран Сулье, современный французский паразитолог, доказал стадность китов путём снятия и сравнения паразитов с разных особей. Следуя его гипотезе, во время контакта одного кита с другим осуществляется обмен паразитами, что позволяет узнать о принадлежности животного к тому или иному стаду. Репортаж Жана-Мишеля Корийона. Совместная продукция Kwanza, RFO, Prodom, Bleu Lagon Productions, MAD Executive. Sur le dos des baleines // Thalassa : le magazine de la mer présenté par Georges Pernoud — France 3, 20:55—22:45, 25 апреля 2008 (UTC+2) 2009 йыл 21 февраль архивланған.  (фр.)
  • Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона (1890—1907)
  • Большая Советская Энциклопедия

Һылтанмалар

үҙгәртергә