Ғилметдинов Динар Заһит улы

юрист, дәүләт хеҙмәткәре, полиция полковнигы, йәмәғәт эшмәкәре.
(Динар Ғилметдинов битенән йүнәлтелде)

Ғилметдинов Динар Заһит улы (10 август 1969 йыл) — юрист, дәүләт хеҙмәткәре, запасатғы полиция полковнигы, йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Мишкә районының почётлы гражданы (2015).

Ғилметдинов Динар Заһит улы
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе
 2005—2021 йылдарҙа
 
Тыуған: 10 август 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (55 йәш)
Башҡорт АССР-ы Мишкә районы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Ырымбур дәүләт аграр университеты[d]
Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты
 
Сайт: dgilmutdinov.ru
 
Наградалары:

Салауат Юлаев ордены (2014)

  • "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа өлгөлө хеҙмәте өсөн" миҙалы.
  • "90 лет ВЧК-КГБ-ФСБ" миҙалы.
  • "За содействие органам наркоконтроля" миҙалы.
  • Орден Русской Православной Церкви "Святого Благоверного князя Дмитрия Донского".

Биографияһы

үҙгәртергә

Динар Заһит улы Ғилметдинов 1969 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районында тыуған. 1996 йылда Ырымбур ауыл хужалығы институтын (бөгөн Ырымбур дәүләт аграр университеты), 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

  • 1988—1989 йылдар — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
  • 1991—1993 йылдар — Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы юл хәрәкәте хеҙмәтенең айырым батальонында (русса — отдельный батальон ДПС ГАИ) юл хәрәкәте хеҙмәте инспекторы.
  • 1993—1996 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлегенең (русса — отдел ГАИ УВД г. Уфы) пропаганда буйынса инспекторы.
  • 1996—2000 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
  • 2000—2005 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ЮХХДИ — русса ГИБДД — Государственная инспекция безопасности дорожного движения) бүлеге етәксеһе.
  • 2005—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы (русса Управление ГИБДД МВД по РБ) етәксеһе. Был вазифаһынан 2021 йылдың 15 июнендә отставкаға сыҡты[1][2].

Хеҙмәт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Башҡортостандағы хоҡуҡ һаҡлау органдарының башҡа вазифалы хеҙмәткәрҙәре һәм республика кимәлендәге күп кенә етәкселәр менән сағыштырғанда, Динар Ғилметдинов ябай халыҡ өсөн дә, төрлө матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн үҙенең асыҡлығы менән айырылып тора. Интернетта аралашыу һәм фекер алышыу ныҡлап тарала башлауҙың тәүге йылдарында уҡ ул унда үҙенең блогын булдырҙы һәм яҙылған барлыҡ мәғлүмәттәргә иғтибарлы булыуын күрһәтеп килә. Был турала 2013 йылда «Башҡортостан» гәзитенә биргән интервьюһендә ул үҙе түбәндәгеләрҙе белдерҙе: "Мин берәүҙән дә йәшенмәйем, бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт асыҡмын: ысынлап та, Интернетта шәхси блогым бар (http://102gibdd.ru/blog/), шулай уҡ "Фейсбук"та ла теркәлдем. Кешеләр ебәргән бөтә һорауҙарға ла үҙ ваҡытында төплө яуап бирергә тырышам. Әйткәндәй, был мөрәжәғәттәрҙән үҙебеҙ өсөн дә йомғаҡ яһайбыҙ, бик күптәрҙең әйткәне, кәңәше эшебеҙҙең сифатын баһаларға ярҙам итә".

Һәр ай һәм квартал һайын төрлө матбуғат агентлыҡтарында республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған матбуғат конференциялары ойоштороп, журналистарҙың һорауҙарына туранан-тура яуап бирә. Бынан тыш, үҙенә мөрәжәғәт иткән бер матбуғат сараһын да иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, интервьюлар бирә, әңгәмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Төбәктә киң яңғыраш алған барлыҡ юл-транспорт ваҡиғалары һәм кешеләрҙең үлеменә килтергән юл-транспорт фажиғәләре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең халыҡ араһында кире ҡараш тыуҙырған ҡылыҡтары айҡанлы кисекмәҫтән тиерлек үҙ аңлатмалары менән сығыш яһай.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса килеп тыуған һорау-мәсьәләләрҙе урында хәл итеү өсөн республика ҡала һәм райондарына даими сыға, күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштороп, халыҡты был йүнәлештә борсоған проблемаларҙы асыҡлай, мөмкин булғандарын шунда уҡ хәл итергә тырыша.

Дөйөм алғанда, Динар Ғилметдиновтың төрлө яҡлы эшмәкәрлеге водителдәр һәм йәйәүлеләр тарафынан ыңғай яҡтан баһалана.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Матбуғат сараларындағы һәм рәсми сайттарҙағы материалдар

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
  • Салауат Юлаев ордены (2014).
  • «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы.
  • «90 лет ВЧК-КГБ-ФСБ» миҙалы.
  • «За содействие органам наркоконтроля» миҙалы.
  • Орден Русской Православной Церкви «Святого Благоверного князя Дмитрия Донского».
  • Мишкә районының почётлы гражданы (2015)[3][4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә